Карнавал

күп халыҡ ҡатнашлығында урамдарҙа үтә торған сағыу байрам

Карнава́л (франц. саrnаval — уға итал. саrnevalенан, ә уға лат. сarrus navalis «карап арба» тигәндән килеп ингән; халыҡ этимологияһында латин телендәге саrnе «ит» + vale «хуш») — кейенеүҙәр, маскарадтар һәм сағыу биҙәктәргә күмелгән йөрөштәр менән бәйле байрам, Бөйөк Ураҙа алдынан билдәләнә. Көнсығыш славяндарҙың Май сабыу байрамына (Масленица) йәки католик славяндарҙың Мясопустына оҡшаш. Башлыса католик илдәрҙә таралған.

Карнавал
Рәсем
Эра Ҡыш
Ваҡиға йышлығы 1 йыл
 Карнавал Викимилектә

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр карнавалды Рим сатурналияларына ялғай[1]. Көнбайыш Европала карнавал мәҙәниәтенең үҫеше юғары Урта быуаттарҙа ҡалаларҙың үҫешенә бәйле була. XII быуатта Алйоттар байрамы һәм Ишәк байрамы тигән ҡала «халыҡ-дини» байрамы тураһында беренсе мәғлүмәттәр теркәлә.

Карнавалдар тәүләп Италияла барлыҡҡа килә — бында Венеция карнавалдары үткәрелә. Унан һуң Францияға, иң аҙаҡ Германияға барып етә.

Традицион Ачиреале карнавалы — Сицилияла иң билдәлеһе

Байрам итеү

үҙгәртергә
 
Ян Миль. Римда карнавал, 1653. Прадо

Халыҡ байрамдары формаһы ғәҙәттә байрамдың рәсми булмаған икенсе яртыһында үтә. Ә карнавалдың беренсе яртыһы, ҡайһы бер дини йолалар ҙа башҡарылаып, рәсиерәк төҫ ала. XVIII һәм XIX быуаттарҙа ғына улар айырыла һәм карнавал күңел асыуҙың бер төрө булараҡ йәшәй башлай.

Һәр карнавалдың төп өлөшө — күп халыҡ төркөмдәренең ҡаланың төп урамдары буйлап үтеүе. Был байрамдың төп мотивы — Бөйөк Ураҙа алдынан туйып ҡалыу өсөн муллыҡ. Карнавал барышында ауыл хужалығы ризыҡтары, тәм-том ҙур-ҙур өйөмдәр булып ята, һәр кемде һыйлайҙар. Карнавалдың төп фигураһы — мәрәкәсе. Ул байрам итеүсе халыҡ ағымы урамдар буйлап үткәндә лә, ҡала майҙарына килеп еткәс, ундағы тамашаларға ла төҫ бирә, кәйефте күтәрә.

Һәр ҡалала карнавал күп йылдар буйы барлыҡҡа килгән сценарий буйынса үтә. Карнавал башында ғәҙәттә ҡаланың сауҙагәрҙәр корпорациялары тора. Мәҫәлән, Нюрнбергтағы май сабыу карнавалын — ит етештереүселәр корпорацияһы, ә Францияла шарапсылар корпорацияһы ойоштора.

Донъялағы иң таныҡлы карнавал Рио-де-Жанейрола үтә. Был киң күләмле байрамды йыл буйы әҙерләйҙәр, унда махсус ҙур командалар ҡатнаша, уларҙың сығыштарына баһа ҡуйыла, Бразилияға бөтә донъянан туристар йыйыла.

Рәсәйҙә Пётр I һәм Екатерина II карнавалдары билдәлелек яулай.

Хәҙерге Рәсәйҙә, Көнбайыш Европа илдәренә эйәреп, карнавалдар ҡайһы бер ҡалаларҙа ҡала көнө байрамының бер өлөшө итеп үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.