Кармелюк Подольеһы
«Кармелюк Подольеһы» (укр. «Кармелюкове Поділля») — Винница өлкәһенең (Украина) Томашполь һәм Чечельник райондары территорияһында урынлашҡан тәбиғәт милли паркы.
Кармелюк Подольеһы | |
Нигеҙләү датаһы | 16 декабрь 2009[1] |
---|---|
Дәүләт | Украина[2][1][3] |
Административ-территориаль берәмек | Винница өлкәһе[2] |
Әһәмиәтле урын | Тростянец[d] |
Майҙан | 202,034 км²[2][1] |
Рәсми сайт | karmelukove.com[3] |
Кармелюк Подольеһы Викимилектә |
2009 йылдың 16 декабрендә төҙөлә. Майҙаны — 20 203,4 гектар.
Тарихы
үҙгәртергәЮғары тәбиғәт ҡиммәтен иҫәпкә алып, Чечельник районы территорияһында «Бритавский» (1990) ботаник заказнигы, урындағы әһәмиәткә эйә булған «Вербы дачаһы» (1981) һәм «Червоногреблянск» (1990) заказниктары һәм дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге «Терещук яр» һәм «Ромашково» (1989) һ. б. тәбиғәт һәйкәлдәре төҙөлә."Гайдамак урҙаһы" дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге Ботаник заказник (1989) күрше Тростянец районындағы Цыбулевск ауыл советы (ер менән ҡулланыусы — Ободовск дәүләт урман-һунарсылыҡ хужалығы) территорияһындағы ҡиммәтле имән-дардар (ҡорос ағасы) урмандарын һаҡлау маҡсатынан ойошторола.
1988 йылда ғалимдар урындағы тәбиғәт объекттары нигеҙендә Көньяҡ-Подольский ҡурсаулығы булдырырға тәҡдим итә. Хәҙерге Чечельник милли тәбиғәт паркы «Кармелюк Подольеһы» тип, Подольела 1813—1835 йылдарҙа крәҫтиән хәрәкәтенә етәкселек иткән Устим Кармелюкты хөрмәтләгән халыҡ традициялары менән бәйләп атала.
«Кармелюк Подольеһы» паркы 2010 йылдың 3 февралендә Украина президенты Виктор Ющенконың 1057/2009 һанлы указына ярашлы, Көньяҡ Подольеның мөһим әһәмиәткә эйә тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни комплекстарын һаҡлау, тергеҙеү, рациональ ҡулланыу маҡсатында булдырыла.
Тасуирламаһы
үҙгәртергә«Кармелюк Подольеһы» паркы Винница өлкәһенең көньяғында урынлашҡан.
16 518 гектар ер «Чечельник урман хужалығы» дәүләт предприятиеһынан тартып алынып, паркка даими ҡулланыуға тапшырыла, шулай уҡ 3 685,4 гектар ер тартып алмайынса ғына парк составына индерелә.
Тәбиғәте
үҙгәртергәУрман паркының дөйөм майҙаны — 15 684,95 гектар. Унда ҡатнаш урман өҫтөнлөк итә. Бер-береһенән алыҫ урынлашҡан бер нисә үҙенсәлекле урман массивтары һаҡланып ҡалған. Улар имән-граб урмандары, имән-ҡорос ағасы урмандары һәм ҡиммәтле Урта диңгеҙ буйы флораһы, Балҡан һәм Урта Европа таулы үҫемлек төрҙәре.
Милли парк булдырыу маҡсаты менән перспективалы урындарҙы һайлағанда Винница өлкәһенең Одесса өлкәһе менән сиктәш көньяҡ-көнсығыш өлөшө — Чечельник һәм Тростянец райондары иғтибарҙы йәлеп итә.
80-се йылдарҙа Винница крайҙы өйрәнеү музейы һәм Н. Г. Холодный исемендәге Ботаника Институты хеҙмәткәрҙәре тарафынан был төбәктә тикшереү Подольеның көньяғы ғәжәйеп үҙенсәлекле ландшафҡа, ғәйәт бай флора һәм фаунаға эйә булыуы булыуын асыҡлай.
Бында бер нисә заказник булдырырға (90-сы йылдарҙа тормошҡа ашырыла) тәҡдим ителә һәм перспективала — ҡурсаулыҡ булдырыу ҡарала.
Милли парк өсөн биләмә түбәндәге критерийҙар буйынса һайлап алына:
1) биологик һәм ландшафт төрлөлөгөн ғәҙәти һәм һирәк үҫемлектәр генофондтарын һаҡлау өсөн уникаль объект булып тора;
2) Биләмә Бук (Бугск) меридиональ һәм Галицк-Слобожан (урманлы дала) киңлек коридорҙары киҫешкән ерҙә урынлашҡан;
3)урынын билдәләгәндә мөмкин тиклем тәбиғи сиктәрҙе файҙаланыу мөмкинлеге (шундай сиктәр булып Савранок йылғаһы үҙәне һәм уның төньяҡ-көнсығыштағы ҡушылдығы, көнбайышта ҙур урман массивтары, көньяғында сиге булып Одесса өлкәһенең көнбайыштан Рыбка һәм көнсығышта Березка-Чечельницьки ауылдары араһы тора);
4)тарихи-мәҙәни әһәмиәткә эйә булыуы.
Геоморфология һәм геологик төҙөлөшө
үҙгәртергә"Кармелюк Подольеһы" милли тәбиғәт паркы биләмәһе Украин кристаллик ҡалҡаннының көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Кристалл тоҡомдар яҡынса 100 м тәрәнлектә ята. Был тоҡомдар аҡбур, неоген (эзбизташ, ҡом-балсыҡ ултырмалары, ҡом) һәм антропоген (ҡыҙыл-һоро балсыҡ, ҡомло балсыҡ) ултырмалары менән ҡапланған.
Кристалл тау тоҡомдары биләмәнең төньяҡ өлөшөндә генә ер өҫтөнә бер аҙ яҡыныя.
Парк биләмәһендә Балт аккумулятив (дельтовый) тигеҙлегенең төньяҡ осо урынлашҡан. Рельефы бик ныҡ телгеләнгән. Күп урындарын соҡор, йырындар алып тора.
Көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан көнсығышҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа бер нисә километр киңлегендәге һыҙат рәүешендә арал (йылға аралары) һуҙылған .
Битләүҙәр бик текә (йыш ҡына етә текәлек 20°-ҡа етә). Абсолют бейеклеге — 280 м тиклем. Иң кәм тигәндә лә (Савранка йылғаһы үҙәндәрҙә) — 130 м тәшкил итә.
Үҙән, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙары яҡшы эшкәртелгән, шулай уҡ, киң (Савранка буйында киңлеге 1 км етә). Урыны менән һыубаҫар туғайҙан өҫтә аллювиаль ултырмалы йылға киртләстәре осрай.
Ҙур йылғалары Савранка (бассейн майҙаны 1767 км², оҙонлоғо 98 км) һәм Дохна (бассейн майҙаны 1280 км² , оҙонлоғо 74 км). Икеһе лә Көньяҡ Буг йылғаһының уң ҡушылдығы булып торалар. Парк биләмәһе сиктәренә нигеҙҙә, уларҙың үрге ағымы тура килә.
Климат
үҙгәртергәИюлдә уртаса температура — +21 °С, ғинуарҙа - -5°С. Һалҡын булмаған дәүер (туң булмаған)170-180 көн дауам итә. Температура 5°С.-ан юғары осор — яҡынса 210 көн, ә 10°С-ан юғарыһы яҡынса 170 яҡын көн дауам итә.
Әүҙем температуралар суммаһы — 2800-2900°С. Ҡар япмаһы булған осор — 50-55 көн тирәһе дауам итә. Уртаса йыллыҡ яуым - төшөм күләме — 460 мм тәшкил итә. Яуым-төшөмдөң иң мул мәле июнь һәм июлгә тура килә.
Тупрағы
үҙгәртергәБында һоро урман , ҡара-һоро урман тупрағы, әсе ҡара тупраҡ , һелтеле ҡара тупраҡ һәм ғәҙәти ҡара тупраҡ булған урындар осрай. Һоро урман һәм ҡара-һоро урман тупрағы, ярайһы ҙур ғына дәрәжәлә эсе ҡара тупраҡ булған урындарҙә башлыса урман биләй.Был тупраҡтар тап шул урман үҫемлектәре аҫтында барлыҡҡа килгән дә.
Һелтеле ҡара тупраҡ һәм ғәҙәти ҡара тупраҡ туғай, дала экосистемаһына хас булып тора. Хәҙерге ваҡытта был урындар тулыһынса тиерлек һөрөлгән. Йырындарҙа йыш ҡына ҡара туғай тупрағы осрай.
Төбәк өсөн ҡом, балсыҡлы булған ауыр тупраҡ хас булып тора. Бындай тупраҡ һыуҙы насар һеңдерә. Был ҡойма ямғырҙарҙың тупраҡ өҫтөн йыуыуына, һәм һыу эрозияһына килтерә. Тупраҡтың бындай механик составы менән грунт һыуҙары кимәленеңлығына юғары булыуы, һаҙланып тупраҡтарҙа глей ҡатламы барлыҡҡа килеүе күҙәтелә.
Һыубаҫар туғай өҫтәрендәге йылға киртләстәрендә урыны-урыны менән ҡомһол тоҡомдарҙа ҡара тупраҡ һәм кәҫле тупраҡ уңдырышлы тупраҡ осрай.
Күпселек осраҡта ҡойма ямғырҙар булып, биләмә һыу эрозияһына дусар була. Дөйөм алғанда, типик урман-дала өсөн хас климат булып тора.
Үҫемлектәр донъяһы
үҙгәртергәМилли парктың үҫемлектәр япмаһында урмандар өҫтөнлөк итә. Иң ныҡ әһәмиәткә эйә булғаны — Чечельник дәүләт урман хужалығына ҡараған Червоногреблян, Стратив, Дохнян, Бритав һәм урмансылыҡтарының тәбиғи хәлдә һаҡланған урмандары, гослесхоз Чечельнииький инә. «Кармелюк Подольеһы» милли тәбиғәт паркы иҫ киткес бай дендрофлораға эйә. .
Киң таралған ағас тоҡомдарына ябай имән, ҡая имәне, бейек дардар, ҡара саған, ялан сағаны, йөрәк япраҡлы йүкә инә. Ареалдың көнсығыш өлөшөндә күп урын биләмәһә лә урман составына дардар, һары сейә, кигермәкле, япраҡлы һәм тау ҡарамалары, урман алмағасы, иртә алмағас, ғәҙәти груша ҡушылып китә. Милли парктың фәнни һәм ғәмәли яҡтан ныҡ әһәмиәткә эйә булыуы имән урмандарына бәйле. Бындай урмандар Украинаның башҡа ҡурсаулыҡтарында юҡ тиерлек.
Урманда түбәнге ярусын бик күп төрлө тәпәш ағастар биләй: татар сағаны, ҡыҙыл свидина, сәтләүек ҡыуағы, эт гөлйемеше , энәлек, гордовин, кизил.
Төп урмандар имән һәм грабтан тора . Улар битләүҙәрҙе ҡаплап, бер нисә экологик рәт барлыҡҡа килтерә. Тигеҙ урындарҙа Зеленчук, йондоҙсоҡ, битләүҙәрҙә төксәле күрән ,уйпат урындарҙа кесерткән һәм айыу һуғанынан торған бергәлектәр биләй. Айыу һуғаны (левурда) Украинала һирәк осраһа ла, был урман массивында ҙур майҙанға һыҙат булып йәйелгән. Был айыу һуғаны (левурда) таралған урындар «Украинаның Йәшел китап» исемлегенә (1987 й.) индерелгән һәм бөтә ерҙә һаҡланырға тейеш.
Бөтәһе «Украинаның Йәшел китап» исемлегенә ингән бергәлектәр :
1. Кизиллы ҡая имәне бергәлектәре;
2. Кизиллы ябай имән имән урмандары;
3. Татар сағаны ҡушылған ябай имән имән урмандары;
4. Свидина ҡушылған ябай имән урманы ;
5.Ябай имәндән торған граб-имән һәм ябай плющ имәндән торған граб-имән урмандары;
6. Күрәнле граб-имән урмандары һәм фәрзәле (сныть, йәки яглица) граб-имән урмандары;
7. Йүкәле имән урманы