Карман һыҙаты
Ка́рман һыҙаты (рус. Линия Ка́рмана) — диңгеҙ кимәленән бейеклек, шартлы рәүештә Ер атмосфераһы менән йыһан араһындағы сик булараҡ ҡабул ителә һәм дәүләттәрҙең өҫкө сиге булып тора..Йыһан авиация мөмкин булмаған ерҙән башлана.
Карман һыҙаты | |
Кем хөрмәтенә аталған | Теодор фон Карман[d] |
---|---|
Урын | термосфера[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 100 km |
Халыҡ-ара авиация федерацияһы (ФАИ), билдәләмәһе буйынса Карман һыҙаты диңгеҙ кимәленән 100 километр бейеклектә ята.[1]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБейеклек атамаһы венгр сығышлы Америка ғалимы Теодор Фон Карман.исеменән алған Ул беренсе булып был бейеклектә атмосфераның шул тиклем һирәк булыуын билдәләй, хатта аэродинамик авиация мөмкин түгел, сөнки сөнки һауа судноһының тиҙлеге беренсе космик тиҙлектән ҙурыраҡ була, шуға күрә космонавтика сараларын юғары бейеклектәргә етеү өсөн ҡулланыу кәрәк була. Ләкин АҠШ-та космостың сиге тип яҡынса 80 км бейеклек иҫәпләнә, унда осоу аппаратының ҡанатына баҫым 1 квадрат футҡа 1 фунт тәшкил итә (47,88 па) һәм йыш ҡына суборбиталь һәм орбиталь осоштар төшөнсәләрендә төрлөсә уҡыла.[1] 100 км бейеклек ҙур запас менән авиация һәм .космонавтика үҫешенә иркенлек бирә. Бөгөн иң тиҙ самолёттар ғәмәли түшәме (бейеклек) 25 км тәшкил итә, иң еңел һәм иң ҙур аэростаттар (метеозондтар) һирәк кенә 50 км сиген һирәк үтә.. Икенсе яҡтан, 100 км бейеклектә йыһан юлдаштары атмосфераға инә һәм емерелә. Ғәҙәттә һуңғы әйләнештең бейеклеге 120—150 км-ҙан кәм түгел[2][3][4].
Ер атмосфераһы Карман һыҙатынан ситтә лә дауам итә. Ер атмосфераһының тышҡы өлөшө, экзосфера, 10 000 км һәм унан да күберәк бейеклеккә тиклем һуҙыла, унда атмосфера юғалырға һәләтле водород атомдарынан тора.
Еңеп сығыу
үҙгәртергә1944 йылда тарихта Карман һыҙатын беренсе булып аша үткән яһалма объект булып баллистик ракета «Фау-2 (А-4)» тора. Пенемюнде полигонында (Германия) суборбиталь космос осошо ваҡытында 188 км бейеклеккә етә[5].
1947 йылдың 20 февралендә Америка Ҡушма Штаттары ФАУ-2 ракетаһында ебәргән емеш-еләк себендәре-дрозофилалалар Карман һыҙатын аша сығып, тере Ергә тере әйләнеп ҡайтҡан тәүге йән эйәләре була. 1949 йылдың 14 июнендә Карман һыҙатын АҠШ тарфынан ебәрелгән беренсе имеҙеүсе макак-резус Альберт-2 үткән, Ергә төшкәндә хайуан парашют асылмағанлыҡтан һәләк була.. 1951 йылдың 22 июлендә СССР-ҙа Әстерхан өлкәһе Капустин Яр полигонынан ВР-190 проекты сиктәрендә яҡынса 100—110 км бейеклеккә ебәрелгән Дезик һәм Сиған ҡушаматлы эттәр Карман һыҙатын үтеп, тере килеш Ергә әйләнеп ҡайтҡан тәүге һөтимәрҙәр була[1]
Карман һыҙатын сығыу Ansari X Prize (Ансари X) премияһын алыуҙың беренсе шарты була, сөнки ул йыһанға осоуҙы таныу өсөн нигеҙ булып тора.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Линия Кармана, АНО "Центр стратегических оценок и прогнозов". 14 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Иванов Н.М., Лысенко Л.Н. Баллистика и навигация космических аппаратов. — М.: Дрофа, 2004.
- ↑ Эрике К. Механика полёта сателлоида // Вопросы ракетной техники. — 1957. — № 2. Архивировано из первоисточника 4 февраль 2014.
- ↑ Александров С.Г., Федоров Р.Е. Советские спутники и космические корабли. — М.: Издательство Академии Наук СССР, 1961.
- ↑ Walter Dornberger. Peenemünde. Moewig Dokumentation. — Berlin : Pabel-Moewig Verlag Kg, 1984. — Т 4341. — С. 297. — ISBN 3-8118-4341-9
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ФАИ сайтында астронавтика өсөн 100 км сик билдәләү тураһында Документ (инг.)
- Линия Кармана, АНО "Центр стратегических оценок и прогнозов". 14 апрель 2024 тикшерелгән.