Карелия Республикаһының ҡурсаҡ театры

Карелия Республикаһы Дәүләт ҡурсаҡ театры — балалар театры. Был бина Карелия Республикаһының Петрозаводск ҡалаһында урынлашҡан. Ҡурсаҡ театры Рәсәйҙә иң иҫке ҡурсаҡ театрҙарының береһе булып тора.

Карелия Республикаһының ҡурсаҡ театры
Нигеҙләү датаһы 1935
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петрозаводск
Урынлашҡан урамы проспект Карла Маркса[d]
Адрес 185035, Республика Карелия, г. Петрозаводск, ул. К. Маркса, д. 19
Почта индексы 185035
Электрон почта puppet.theater.rk@yandex.ru[1]
Рәсми сайт puppet.krl.muzkult.ru
Тасуирлау биттәре theatre-museum.ru/theate…
Карта
 Карелия Республикаһының ҡурсаҡ театры Викимилектә

Сәхнә артында

Дөйөм мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

Карелия Республикаһы Дәүләт ҡурсаҡ театры Петрозаводск ҡалаһының Карл Маркс проспектындағы 19-сы йортта урынлашҡан. Бина ҡаланың үҙәгендә театр өсөн махсус төҙөлгән.

Театрҙың бинаһы республика бюджеты һәм дәүләт саралары иҫәбенә төҙөлә. Бина заманса театр комплекс булып төҙөлгән һәм заманса техник ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ҡурсаҡ театры бинаһы Карелия республикаһының Милли театры бинаһы менән берҙәм ансамбль ойоштороп тора.

Петрозаводск ҡалаһындағы ҡурсаҡ театры асылыуҙың датаһы — 15 декабрь 1935 йыл.

Театрға С. В. Образцов курстарында уҡып сыҡҡан Эшсе йәштәр театры актерҙары А. Д. Коган, З. В. Пергамент, К. В. Горожанкина, В К. Козлова нигеҙ һалғандар.

1938 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡурсаҡ театры Эшсе йәштәр театры составында торған була (1934-35), артабан Йәш тамашасы театры (1935-37), һуңынан Каргостеатр (1937) составында ғәмәлдә булған.

Ҡурсаҡ театрында шул осорҙоң билдәле ижади шәхестәре М. Королев, Н. Боровков, С Ефремо, И. Москалев, С Белкин, Х. Скалдина, В. Советов, Т. Юфа, Ю Цуркану, Ю Андреевтар эшләгәндәр.

2003 йылдың июнендә Карелия Республикаһының ҡурсаҡ театры Республика балалар һәм үҫмерҙәр ҡурсаҡ театрҙарының фестивален ойоштора, ул «Куклантида» тип атала — 2 йылға бер тапҡыр үткәрелеп тора.

Карелия Республикаһының ҡурсаҡ театры Рәсәй һәм халыҡ-ара театр фестивадәрендә даими ҡатнашып тора.

Театрҙың спектаклдәре «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы номинанттары була :

  • «Алтын ялатылған маңлай» Б.Шергин хикәйәте буйынса— 2007 йыл.
  • «Эт әкиәте» К. Чапек әҫәре буйынса — 2009 йыл.
  • «Тимер» Б Константинов һәм . В. Антонова — 2016 йыл.
  • «Баҡса» А. Янушкевич — 2018 йыл

Театр актрисаһы Любовь Бирюкова (Капитолина роле — «Алтын ялатылған маңлай» спектаклендә) һәм рәссам В. Антонов («Тимер» спектакле) фестивалдең «Алтын битлек» премияһы лауреаттары булалар.

Ҡурсаҡ театры коллективы 2019 йылда «Баҡса» спектаклен башҡарған өсөн «Сампо» премияһына лайыҡ була[2].

2019/2020 миҙгел йомғаҡтары буйынса А. С. Пушкиндың «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында» (режиссер Ян Тумин) әкиәте буйынса спектаклен башҡарған өсөн ҡурсаҡ театры рус классикаһының иң яҡшы әҫәрҙәре буйынса спектакль ҡуйған өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең премияһына лайыҡ була[3].

Театр директорҙары

үҙгәртергә
  • Пергамент С. Я. — 1935—1937
  • Коган Алексей Дмитриевич — 1938—1941, 1948—1954
  • Павлова Клавдия Ивановна — 1945—1948
  • Крисанов Василий Федорович — 1954—1956
  • Видревич Валентина Александровна — 1956—1973
  • Павлова Евгения Исааковна — 1973—1976
  • Андреев Юрий Иванович — 1976
  • Бондаренко Людмила Григорьевна — 1976—2002
  • Ларионова Елена Геннадьевна — 2002—2009
  • Васильева Любовь Николаевна — 2009
  • Бирюкова Любовь — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
  • Будников Дмитрий — Карелия Республикаһының атҡаҙанған артисы
  • Довбня Александр — Карелия Республикаһының халыҡ артисы
  • Марина Збуржинский — Карелия Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы
  • Татьяна Мацкевич — Карелия Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы
  • Людмила Терентьева — Карелия Республикаһның атҡаҙанған артисткаһы
  • Екатерина Андреева, Наталья Васильева, Кекина Ирина, Светлана Романова, Олег Романов, Владислав Тимонин, Антон Верещагин, Екатерина Швецова
  • Войцеховская, А. В. Театры Карелии : указатель литературы (1945—1960 гг.). — Петрозаводск, 1962 (полный текст)
  • Андреев Ю. И. Наш театр кукол. — Петрозаводск, 1971 — 27 с.: ил.
  • История нашего театра / под. ред. П. К. Генделевой, — Петрозаводск, 2006. — 66 с. ISBN 5-8430-0118-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә