Карго культы

йөккә табыныу, самолётҡа табыныусылар дине йәки Күк Бүләктәренә табыныу культы

Ка́рго-культ, йәки ка́рго культы (от ингл. cargo cult — йөккә табыныу), шулай уҡ самолётҡа табыныусылар дине йәки Күк Бүләктәренә табыныу культы — Меланезиялағы дини хәрәкәттә төркөмдө атау термины. Карго культында: меланезия халҡына тәғәйенләнгән көнбайыш тауарҙарын булдырған ата-бабалар рухына ышаналар. Аҡ тәнле кешеләр был әйберҙәрҙе намыҫһыҙ юл менән контролдә тота тип һанала. Карго культтарында, шул предметтар артһын өсөн, аҡ тәнле кешеләрҙең ғәмәлдәренә оҡшаш ритуалдар үткәрелә. Карго-культ — ул тылсымлы фекерләү сағылышы, шулай уҡ өсөнсө «Кларк законы» иллюстрацияһы өлгөһө булып хеҙмәт итә ала.

Карго культы
Рәсем
Урын Меланезия[d]
 Карго культы Викимилектә
Джон Фрум, карго культының тантаналар (церемониялар) тәреһе, Танна утрауы, Новые Гебриды (Хәҙер Вануату), 1967 йыл

Ҡыҫҡаса күҙәтеү

үҙгәртергә

Карго культтары теге йәки был формала XIX быуаттан башлап теркәлгән, әммә Икенсе донъя һуғышынан һуң айырыуса ныҡ таралыу алған. Культ ағзалары ғәҙәттә етештереү (производство) йәки коммерция әһәмиәтен тулыһынса аңламай. Уларҙың хәҙерге йәмғиәт, дин һәм иҡтисад тураһында төшөнсәләре фрагментар булырға мөмкин.

Иң билдәле карго культтарында кокос пальмаларынан һәм һаламдан осоу-ултырыу һыҙаттарының, аэропорттарҙың һәм радиовышкаларҙың «аныҡ күсермәләре» төҙөлә. Ғибәҙәт ҡылыусылар уларҙы, ошо ҡоролмалар йөк тейәлгән транспорт самолёттарын (рух илселәре тип иҫәпләнгән) йәлеп итеренә ышанып, төҙөй. Диндарҙар даими рәүештә «муштра» строевой уҡыуҙарын һәм, мылтыҡтар урынына ботаҡтарын файҙаланып, тәндәренә орден һүрәттәрен һәм «USA» яҙыуын төшөрөп, һуғыш марштарына оҡшаған ритуалдар үткәрә[1].

Каргоның тәүге культтары XIX быуат аҙағында һәм XX быуат башында теркәлә. Иң тәүгеһе — 1885 йылда Фиджиҙа барлыҡҡа килгән Туҡ хәрәкәте. Башҡа иртә культтар, нигеҙҙә, Папуа — Яңы Гвинея — төньяҡта Таро культы һәм Вайлалдың аҡылһыҙлығы — барлыҡҡа килгән.

Карго классик культтары Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында һәм унан һуң таралған була. Япон империяһына ҡаршы Тымыҡ океан компанияһы осоронда утрауға парашют ысулы менән күп йөк төшөрөлә, был утрауҙа йәшәүселәрҙең тормошон тамырынан үҙгәрткән. Сәнәғәт ысулы менән етештерелгән кейемдәр, консервалар, палаткалар, ҡорал һәм башҡа файҙалы әйберҙәр хәрбиҙәрҙе һәм утрауҙа йәшәүсе оҙатып йөрөүсе ҡунаҡсыл хужаларҙы тәьмин итеү маҡсатында барлыҡҡа килгән. Һуғыш аҙағында һауа базалары ташландыҡ хәлдә була, ә йөк («карго») башҡа килмәй.

Тауар алыу һәм һауанан төшөүсе парашюттарҙы, осоп килгән самолёттарҙы йәки караптарҙы күреү өсөн, утрауҙағылар һалдаттарҙың, моряктарҙың һәм лётчиктарҙың эштәрен ғәмәлдәрен оҡшатып ҡабатлайҙар (имитация). Улар ағастан төҙөлгән контроль-диспетчер вышкаларында торған булып, кокос яртыһынан яһалған наушниктарҙы ҡолаҡтарына ҡуйған. Улар ағастан төҙөлгән осоу-ултырыу һыҙатында торған килеш ултыртыу сигналдары биргән. Улар был һыҙаттарҙы һәм маяҡтарҙы яҡтыртыу өсөн факелдар ҡабыҙған. Ғибәҙәт ҡылыусылар, сит ил кешеләре бындай байлыҡ етештерә алған берҙән-бер йән эйәләре менән айырым бәйләнештә булған, тип ышанған.

Утрауҙа йәшәүселәр ысын ҙурлыҡтағы самолёттар, самолёттарҙы йәлеп итеү өсөн осоу-ултырыу һыҙаттары төҙөйҙәр. Ахыр сиктә, был һоҡланғыс йөк тейәгән «илаһи» самолёттар әйләнеп ҡайтыуына килтермәгәнлектән, улар һуғышҡа тиклем элекке дини ҡараштарынан бөтөнләй баш тартып, аэродромдарға һәм самолёттарға ентекләберәк баш табына башлай.

Һуңғы 75 йылда карго культының күбеһе юҡҡа сыҡҡан. Әммә Танна утрауында (Вануату) Джон Фрумдың культы әле лә йәшәй[2]. Шул уҡ утрауҙа Яохнанен ауылында шул уҡ атама йөрөткән Эдинбург герцогы принц Филиппҡа табыныу динен тотҡан ҡәбилә йәшәй[3].

Термин Калифорния технология институтында әйтелгән һәм һуңынан «Самолётҡа табыныусылар фәне» тип аталған физик Ричард Фейнмандың телмәренән ҙур билдәлелек ала[4], һуңыраҡ ул «Һеҙ, әлбиттә, шаяртығыҙ, мистер Фейнман» китабына инде. Үҙ телмәрендә Фейнман самолётҡа табыныусыларҙың аэродром күренешен тергеҙеүен, бамбук таяҡсаларынан «антенналар» ҡуйылған наушниктар ҙа кейәләр, әммә самолёттар ултырмай. Фейнман ҡайһы бер ғалимдарҙы (атап әйткәндә, психологтарҙы) самолётҡа табыныусылар менән сағыштырған, улар, уның фекеренсә, йыш ҡына ысын фәндең бөтә тышҡы атрибуттары булған тикшеренеүҙәр үткәрә, ләкин ысынында иһә псевдофәнгә хеҙмәт итә, хуплауға ла, ихтирамға ла лайыҡ булмаған тикшеренеүҙәр алып бара.

Хәҙерге ваҡытта «карго-культ» тигән төшөнсә йыш ҡына күсмә мәғәнәлә ҡулланыла: ниндәйҙер кеше йәки йәмғиәт, уларҙың фекеренсә, уңышҡа илтә алырлыҡ бер тәжрибә үҙләштерә, ләкин быны эске логикаһын аңламайынса, тышҡы яҡтан ғына, йәки аңлы рәүештә уның менән иҫәпләшмәйенсә эшләй.

Политолог Екатерина Шульман «кире карго-мәҙәни» төшөнсәһен индерә — ул структураһы башҡа илдәрҙән йыйылған, ләкин юғары дәрәжәле имитация кеүек ҡоролған һәм төп нөсхәнән күпкә насарыраҡ булған ижтимағи институттарға ҡарата ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта чиновниктар тарафынан уларҙың эше өсөн яуаплы булған төшөнсәләрҙең логик алмаштырылыуы — уларҙың имитацияһы насар эшләгәнлектән, алдынғы йәмәғәт институттарының эш принциптары йыш ҡына ялған тип иғлан ителә[5].

Джон Фрум

үҙгәртергә

Яңы Гебриды архипелагындағы Танна утрауында (1980 йылдан алып Вануату исемен йөрөтә) тағы бер яҡшы билдәле культ әлегәсә йәшәй. Культтың төп фигураһы — Джон Фрум исемле мессия. Джон Фрум тураһында тәүге телгә алыу рәсми документтарҙа 1940 йыл менән билдәләнгән, әммә, был мифтың йәш булыуына ҡарамаҫтан, Джон Фрум ысынлап та булғанмы, юҡмы икәне бер кемгә лә билдәле түгел. Легендаларҙың береһе уны ялтырауыҡлы ҡара төймәле пальто кейгән буйы оҙон булмаған нәҙек тауышлы, аҡһыл сәсле кеше итеп һүрәтләй. Ул, сәйер пәйғәмбәрлектәр ҡылып, халыҡты миссионерҙарға ҡаршы күтәрер өсөн бар көсөн һалған. Ахыр сиктә ул, үҙенең триумфаль икенсе килеүен вәғәҙә итеп, бик мул «йөк» оҙатылыуында, «тәүбабаларына әйләнеп ҡайтҡан». Уның ахырызаманды күҙаллауцында «бөйөк һәләкәт» күренә: тауҙар ҡолар һәм үҙәндәр ҡапланыр (Тәүрат|Ис|40:4): «Һәр үҙән дә тултырылыр, һәр тау һәм ҡалҡыулыҡ та тәпәшләнер…», ҡарттар йәнә йәшәрер, сирҙәр юҡҡа сығыр, аҡ тәнле кешеләр утрауҙан мәңгелеккә ҡыуылыр, ә «йөк», һәр кем күпме теләй, шулай алырлыҡ күп булып килер.

Джон Фрумдың бер пәйғәмбәрлегенән күренеүенсә, икенсе тапҡыр килгәнендә ул үҙе менән кокос сәтләүеге һүрәтләнгән яңы аҡса алып киләсәк. Шуға бәйле, барыһы ла аҡ тәнле кеше валютаһынан ҡотолорға тейеш. 1941 йылда был халыҡ араһында аҡсаның самаһыҙ күп тотонолоуына килтерә; барыһы ла эш ташлай, һәм утрау иҡтисадына ҙур зыян килтерелә. Колония хакимиәте ҡотҡо таратыусыларҙы ҡулға алған, әммә бер ғәмәл дә Джон Фрумдың культын тамырынан бөтөрә алмаған.

Һуңғараҡ Джон Фрум — Америка батшаһы, тигән яңы доктрина таралған. Америка армияһында ҡара тәнле кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе урындағы халыҡтың ышаныуҙарын нығытҡан ғына.

Артабан миф үҙгәртелә һәм Фрум "АҠШ-тың тәбәнәк буйлы булмаған короле"нән "Көньяҡ Американың оҙон буйлы кешеһе"нә әүерелә.

Джон Фрум 15 февралдә кире ҡайтасаҡ, тип иҫәпләнә, әммә ҡайтыу йылы билдәһеҙ. Йыл һайын 15 февралдә дин тотоусылар уны сәләмләү өсөн дини тантанаға йыйыла. Ул әлегә ҡайтып етмәгән, әммә улар төшөнкөлөккә бирелмәй.

Намбас исемле кеше культтың беренсе руханийы булған. Намбас үҙенең мессияһын «Джон» тип кенә атаған һәм, уның менән даими рәүештә «радио» аша һөйләшеп тороуын иҫбатлаған. Был шулай булған: биленә һылашып торған сым менән ураған бер ҡарсыҡ трансҡа киткән һәм осраҡлы һүҙҙәр йыйылмаһын әйтә башлаған, һәм Намбас һуңынан, йәнәһе, был Джон Фрум һүҙҙәре тип аңлатҡан. Намбас уның культын тикшерергә килгән операторҙар тураһында Джон Фрум алдан «радионан» «иҫкәрткәнен» белдергән. Натурлист Дэвид Аттенборо «радио»ға ҡарарға рөхсәт һораған, ләкин аңлайышлы сәбәптәр арҡаһында уның үтенесе кире ҡағылған[6].

Карго культтарының башҡа миҫалдары

үҙгәртергә

XIX быуат аҙағында индейҙар менән инглиз-американдарҙың (Anglo-Americans) бәйләнешендә шундай мәҙәнилек, рухтарҙың бейеүе, барлыҡҡа килә. Паюте халҡының Вовока пәйғәмбәре, билдәле бер рәүештә бейеһәң, тимер юлы буйлап ата — бабалар ҡайтасаҡ, ә яңы ер аҡ кешеләрҙе ҡаплаясаҡ, тип вәғәзләгән.

Вьетнам һуғышы ваҡытында хмонг халҡының бер өлөшө, камуфляж кейемендә хәрби джип руле артында ултырып килеп, тиҙ арала Ғайса Мәсихтең икенсе тапҡыр килеүенә һәм уларҙы изге ергә (земля обетованная) алып китеренә ышанған.

1896—1897 йылдарҙа Машон һәм Матабеле күтәрелештәре тарихы дауамында Көньяҡ Родезияла инглиз колонизацияһына ҡаршы карго-культты хәтерләткән мессиан инаныуҙары барлыҡҡа килә. Күтәрелеш лидерҙарының береһе жрец Мквати һәм уның көрәштәштәре, яугирҙәре европалыларҙы үлтерергә тейеш, ләкин уларҙың әйберҙәрен алырға тейеш түгел, тигән принципты ҡәтғи яҡлай[7].

Ҡайһы бер Амазонка индейҙары ағастан кассета аудиоплеерҙар моделен ҡырҡып алған, улар ярҙамында рухтар менән һөйләшкән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Джон Фрум — карго культтарының береһендәге пәйғәмбәр
  • «Бог Динамо» (ингл. The Lord of the Dynamos) — Гербер Уэллстың электр станцияһының электр генераторын илаһлаштырған ҡырағаы тураһындағы хикәйәһе
  • Самолётҡа табыныусылар фәне
  • Николай Миклухо-Маклай папуастар мифологияһында һәм мәҙәниәтендә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Культ карго — религия самолётопоклонников. Дата обращения: 29 апрель 2016. Архивировано 1 июнь 2016 года.
  2. Кэл Мюллер. Самолетопоклонники. National Geographic Россия (1 июнь 2010). Дата обращения: 22 август 2013. Архивировано 22 сентябрь 2013 года.
  3. Joël Bonnemaison, Les gens et les lieux — Histoire et géosymboles d’une société enracinée : Tanna, Editions de l’ORSTOM, Paris 1997, p. 418-19 (инг.)
  4. Фейнман Р. Ф. Наука самолётопоклонников // Вы, конечно, шутите, мистер Фейнман = Surely You’re Joking, Mr. Feynman! (Adventures of a Curious Character). — М.: Регулярная и хаотическая динамика, 2001. — С. 336. — ISBN 5-93972-087-0.
  5. Екатерина Шульман: Практический Нострадамус, или 12 умственных привычек, которые мешают нам предвидеть будущее 2017 йыл 16 сентябрь архивланған. // Ведомости, 24.12.2014
  6. Ричард Докинз. «Бог как иллюзия». — 2006. — ISBN 978-5-389-07831-4.
  7. Дэвидсон Б. Африканцы. Введение в историю культуры. М., 1975. С. 229—230
рус телендә
башҡа телдәрҙә
  • Harris, Marvin. Cows, Pigs, Wars, and Witches: The Riddles of Culture. New York: Random House, 1974.
  • Inglis, Judy. «Cargo Cults: The Problem of Explanation», Oceania vol. xxvii no. 4, 1957.
  • Jebens, Holger (ed.). Cargo, Cult, and Culture Critique. Honolulu: University of Hawaii Press, 2004.
  • Kaplan, Martha. Neither cargo nor cult: ritual politics and the colonial imagination in Fiji. Durham: Duke University Press, 1995.
  • Lawrence, Peter. Road belong cargo: a study of the Cargo Movement in the Southern Madang District, New Guinea. Manchester University Press, 1964.
  • Lindstrom, Lamont. Cargo cult: strange stories of desire from Melanesia and beyond. Honolulu: University of Hawaii Press, 1993.
  • Read, K. E. A Cargo Situation in the Markham Valley, New Guinea. Southwestern Journal of Anthropology, vol. 14 no. 3, 1958.
  • Tabani, Marc. Une pirogue pour le paradis: le culte de John Frum à Tanna. Paris: Editions de la MSH, 2008.
  • Tabani, Marc & Abong, Marcelin. Kago, Kastom, Kalja: the study of indigenous movements in Melanesia today. Marseilles: Pacific-Credo Publications, 2013.
  • Trenkenschuh, F. Cargo cult in Asmat: Examples and prospects, in: F. Trenkenschuh (ed.), An Asmat Sketchbook, vol. 2, Hastings, NE: Crosier Missions, 1974.
  • Wagner, Roy. The invention of culture. Chicago: University of Chicago Press, 1981.
  • Worsley, Peter. The trumpet shall sound: a study of «cargo» cults in Melanesia, London: MacGibbon & Kee, 1957.

Һылтанмалар

үҙгәртергә