Карасс Александр Васильевич
Карасс Александр Васильевич (4 (16) май 1890, Мәскәү — 25 ғинуар 1953, Мәскәү) — юрист, совет хужалығы хоҡуғы һәм СССР предприятиеларын ойоштороу хоҡуҡи формалары буйынса белгес; Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған (1912), юридик фәндәр докторы (1952), Мәскәү дәүләт университеты юридик факультетының профессоры (1938); ер һәм колхоз хоҡуғы кафедраһы мөдире 1942—1943 һәм 1945—1952 йылдарҙа, шулай уҡ 1951—1953 йылдарҙа — гражданлыҡ хоҡуғы һәм гражданлыҡ процесы кафедраһы мөдире.
Карасс Александр Васильевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Эшләгән урыны | |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр докторы |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Карасс Мәскәүҙә 4 (16) май 1890 йылда тыуған; 1912 йылда юғары белемде Император Мәскәү университетының юридик факультетында ала. Шул уҡ йылда ул «Понятие риска по договору страхования» темаһына диссертацияны уңышлы яҡлап, юриспруденция кандидаты булып китә. СССР осоронда, 1925 йылда, ул Мәскәү дәүләт университетының йәмғиәт фәндәре факультетының хоҡуҡ бүлегендә штаттан тыш уҡытыусыһы һәм, 1925—1931 йылдарҙа совет хоҡуғы факультетынды ассистент. 1938 йылда Мәскәү дәүләт университетының профессоры була; ике тапҡыр — башта 1942—1943 йылдарҙа, ә һуңынан 1945—1952 йылдарҙа — колхоз һәм ер хоҡуҡтары кафедраһы мөдире була.
1951 йылда Карасс граждандар хоҡуғы һәм гражданлыҡ процесы кафедраһы мөдире — элек, 1947—1948 йылдарҙа ул кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы була. 1952 йылда ул «Право государственной социалистической собственности» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. Ленин ордены менән(1951) һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Ҙур совет энциклопедияһы (БСЭ) мәҡәләләренең авторы. 1953 йылдың 25 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергәАлександр Красс хужалыҡ хоҡуғы һәм сәнәғәт предприятиеларын ойоштороуҙың хоҡуҡи формаларын махсус өйрәнә:
- Советское промышленное право: Обзор и материалы / А. В. Карасс — (Проблемы советского права). — М.—Л.: Госиздат, 1925. — 162 с.
- «Залог» (1930)
- «Право государственной социалистической собственности. Объекты и содержание» (1954)
- «Основы советского права» (соавт., 2-е изд., 1929)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Карасс Александр Васильевич // Правовая наука и юридическая идеология России : энциклопедический словарь биографий / Гос. образовательное учреждение высш. проф. образования Российская акад. правосудия ; отв. ред. и рук. авт. коллектива: Владимир Михайлович Сырых. — М.: Юрист, 2011. — Т. 2: 1917—1964 гг. — С. 330. — 973 с. — ISBN 978-5-93916-275-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Карасс Александр Васильевич (неопр.). letopis.msu.ru. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения 13 ноября 2019.