Карапетян Шаварш Владимирович

Карапетян Шаварш Владимирович — (әрм. Շավարշ Վլադիմիրի Կարապետյան; 19 май 1953 йыл, Ванадзор, Әрмән ССР-ы, СССР) — һыу аҫтынан йөҙөү буйынса совет спортсыһы, 11 тапҡыр донъя рекордсыһы, 17 тапҡыр донъя чемпионы, 13 тапҡыр Европа чемпионы, 7 тапҡыр СССР чемпионы,СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры(1982)[1]. Рәсәй Һыу аҫты йөҙөүе ассоциацияһының Почётлы президенты[2].«Почёт Билдәһе» ордены, шулай уҡ Халыҡ-ара комитеттың «Ғәҙел уйын өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән(ингл. Fair Play)[3]. Тиҫтәләрсә кешеләрҙе бер нисә аварияла ҡотҡарған[4].

Карапетян Шаварш Владимирович
әрм. Շավարշ Վլադիմիրի Կարապետյան
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ванадзор[d], Әрмән ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө йөҙөүсе
Спорт төрө Йөҙөү һәм подводный спорт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт shavarsh.ru

Биографияһы

үҙгәртергә

Шава́рш Влади́мирович Карапетя́н 1953 йылдың 19 майында ҡалаһында Кировакан (хәҙерге — Ванадзор) тыуған. 1964 йылда ғаиләһе менән Ереванға күсеп килә, ул шунда урта мәктәптең 8 синыфын һәм автомеханика техникумын тамамлай. Шаварш Владимирович интервьюларының береһендә, уның атаһы яҡынса дүрт йәшендә тәүге тапҡыр автомобиль йөрөттөрөп ҡараған, ә ете йәшендә инде Шаварш «Победа» автомобилен ҡала буйлап үҙаллы йөрөтә алған.

1975—1976 йылдарҙа Баҡы ПВО округында хәрби хеҙмәт үтә. 1991 йылда Мәскәүгә күсеп киләләр, сөнки был ваҡытта, Карапетян үҙе хәбәр итеүенсә, 1993 йылда Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоҡ алыуы сәбәпле, был илдә ауыр иҡтисади хәл килеп тыуған була[5].

Кешеләрҙе ҡотҡарыу

үҙгәртергә

8 ғинуар, 1974

үҙгәртергә

1974 йылдың 8 ғинуарында Шаварш Карапетян автобуста спорт базаһынан Ереванға ҡайтып барған. Автобуста утыҙҙан ашыу пассажир, шул иҫәптән, спортсылар була. Машина ниңәлер көйһөҙләнгәнгә, водитель автобусты туҡтатып, салондан тикшерергә сыҡҡан. Тау түбәнгә туҡтатылған автобус шул уҡ ваҡытта аҫҡа тәгәрәй башлай. Шаварш водитель булмауын беренсе булып күреп ҡалып, шофер кабинаһына быяланы вата һәм тарлауыҡҡа китеп барған автобус тау яғына йүнәлтә. Карапетян, һорауҙарға яуап биреп, «Мин барыһынан да яҡын ултыра инем», — тип яуап бирә[6] .

16 сентябрь, 1976

үҙгәртергә

1976 йылдың 16 сентябрендә иртәнге яҡта Шаварш Карапетян ағаһы һәм дуҫы менән йүгереп йөрөп ҡайтып килгән. Улар осраҡлы ғына троллейбус һыуһаҡлағысҡа төшөп киткән ергә килеп сығалар. килеп төшөр. Карапетян шунда уҡ һыуға һикерә. Сығарған кешеләрҙе кәмәгә ултырған ағаһына тапшырып тора. Троллейбуста 92 кеше булған, 10 метр тәрәнлектә, Шаварш бер ни күренмәгән урында, 46 кешене һөйрәп сығара, уларҙың егермеһе тере ҡала. Бер сығарғаны кеше түгел, урындыҡ булып сыға. Карапетяндың һүҙҙәре буйынса, йыш ҡына шул урындыҡ төшөнә инә, сөнки тағы бер кешенең ғүмерен ҡотҡара алыр инем тип ныҡ көйөнгән була.

Тәне быялаларға ҡырҡылып бөткән егет шул хәлдән һуң ҡаты ауырып китә, пневмония, сепсис һыулығын ныҡ ҡаҡшата[7]

15 февраль, 1985

үҙгәртергә

1985 йылдың 15 февралендә Карапетян булған кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыуҙа ҡатнаша. Еревандың Спорт-концерт комплексында ут сыға һәм Карапетян беренселәрҙән булып ярҙам күрһәтергә ташлана. Ҡотҡарыу операцияһы барышында тәне бешә һәм йәрәхәттәр ала.

Спорттағы рекордтары

үҙгәртергә
  Тышҡы рәсемдәр
  Фотография со спортивными наградами

1976 йылдың 16 сентябрендәге ваҡиғаларҙан һуң һауығып,1977 йылда спортҡа ҡайтыу менән Карапетян тағы ла бер рекорд ҡуя — 400 метр дистанцияға акваланг менән йөҙөп, был өлкәлә донъяның иң көслө спортсыһы икәнен иҫбатлай[8]: 6,2 секундҡа 3 минутта шул араны үтә. Тик спорт карьераһын артабан дауам итә алмай — ауырыу эҙемтәләре ҡатмарлаша. Ул үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры булып эшләүгә күсә[9].

Шаварш Карапетяндың өс балаһы — ике ҡыҙы һәм улы бар[10]. 1991 йылдан Шаварш Карапетян ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә[11].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • «Һыуға батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы
  • «Батырлыҡ өсөн» (Әрмәнстан)
  • СССР-ҙың атҡаҙанғанспорт мастеры
  • Еревандың Почётлы гражданы (1987)
  • ЮНЕСКО Халыҡ-ара комитетының «Ғәҙел уйын өсөн» («Fair Play» — За честную игру) билдәһе ордены
  • Граф Лорис-Меликов беренсе дәрәжә ордены (2013).
  • Шаварш Карапетян исеме астероидҡа бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Журнал «Спортсмен-подводник», № 87
  2. Состав Президиума Российской Подводной Федерации 2009 йыл 12 сентябрь архивланған.
  3. International Fair Play Committee: FAIR PLAY AWARD WINNERS — Shafarsh V.KARAPETIAN 2013 йыл 12 октябрь архивланған.
  4. Шаварш Карапетян: После того, как я спас людей, получил 75 тысяч писем (видео), Советский Спорт. 15 сентябрь 2017 тикшерелгән. 2013 йыл 23 ноябрь архивланған.
  5. «Скромно хочу дела вести, молча работать». 15 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  6. Последний рекорд  (рус.), Журнал «Ереван», N7-8, 2007. 15 сентябрь 2017 тикшерелгән. 2013 йыл 19 сентябрь архивланған.
  7. Станет ли Шаварш Героем России?[1]
  8. Пловец Шаварш Карапетян // Журнал «Men’s Health». 7 июня 2012[2] 2013 йыл 15 июнь архивланған.
  9. Что человек может? Шаварш Карапетян.
  10. Шаварш Карапетян: Вода, огонь и медные трубы[3]
  11. Шаварш Карапетян: «Бесстрашных людей нет. Но я знал, что могу, — и спасал».
  • Лейбовский, Вадим Викторович. Двадцать жизней Шаварша (О жизни и подвиге мастера спорта по подводному плаванию Ш. Карапетяна). — М.: Физкультура и спорт, 1988. — 319 с., ил.. — (Сердца, отданные спорту). — ISBN ?; ББК 75.717.91.
  • М Судо. О доблести, о подвигах, о славе: Шаварш Карапетян, Заслуж. мастер спорта СССР, 11 — крат. рекордсмен мира, 13 — крат. чемпион Европы, 8 — крат. чемпион СССР, 15 — крат. обладатель Кубка СССР. — Изд-во МНЭПУ, 2003. — 239 с. — ISBN 978-5-7383-0236-7.

Һылтанмалар

үҙгәртергә