«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы

«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы — СССР һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы.

«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 16 февраль 1957
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Юғарыраҡ дәрәжә «Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Түбәнерәк дәрәжә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы
Изображение орденской планки
Һаны 24 000[1]
Лауреаттар категорияһы Категория:Награждённые медалью «За спасение утопающих»[d]
 «Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы Викимилектә

СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 16 февралендәге Указына ярашлы булдырыла. Һүрәттең авторы — рәссам А. Ф. Шебалков.

Миҙал тураһындағы Положение

үҙгәртергә

Миҙал менән ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм СССР-ҙың башҡа граждандарҙы, шулай уҡ СССР граждандары булмаған кешеләр кешеләрҙе һыуҙа ҡотҡарыуҙа күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлек өсөн; күрһәткән уяулыҡ һәм ҡыйыулыҡ һөҙөмтәһендә һыуҙа кешеләр менән бәхетһеҙ осраҡтар иҫкәртелгән өсөн; һыуҙа ҡотҡарыу хеҙмәтен өлгөлө ойошторған өсөн бүләкләнәләр.

«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булған осраҡта «Яңғындағы батырлыҡ өсөнө» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

Бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы һәм СССР Юғары Советы Президиумы исеменән башҡарыла.

Миҙал тураһында Положение 1967 һәм 1980 йылдарҙа үҙгәртелә.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Миҙалдың реверсы

«Һыуҙа батыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалының формаһы — түңәрәк, диаметры — 32 мм, оксидатланған еҙҙән эшләнә.

Миҙалдың алғы яғында һыуҙа батып барыусысыны һөйрәгән ҡотҡарыусы һүрәте урынлаштырылған. Миҙалдың өҫкә өлөшөндә — «За спасение» яҙыуы, аҫҡы өлөшөндә — «утопающих» яҙыуы.

Миҙалдың артҡы яғында ураҡ менән сүкеш һүрәтләнгән, уларҙан аҫтараҡ — лавр ботағы һәм «СССР» яҙыуы. Миҙал ике яҡтан да ҡабарынҡы күтәрмә менән ҡаймаланған.

Миҙалдың өҫкө өлөшөндәге элмәк дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө тимер ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалыптың артҡы яғында миҙалды кейемгә беркетеү өсөн ҡулайламаһы бар. Ҡалып ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫма күк төҫтә, уның уртаһынан бер, ситтәренән өсөшәр аҡ буй үтә. таҫиманың дөйөм киңлеге — 24 мм.

Миҙалдың советтарҙан һуңғы тарихы

үҙгәртергә

СССР-ҙа һуңғы бүләкләү 1991 йылдың 20 майында башҡарыла. Барыһы 24 000 кеше бүләкләнә[2].

Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-се Указына ярашлы элекке СССР-ҙың ошо уҡ исемле миҙалы Рәсәй награда системаһында ҡалдырыла[3]. Реверстағы «СССР» яҙыуы «РОССИЯ» яҙыуына алмаштырыла[2].

Рәсәй Федерацияһында әлеге миҙал менән бүләкләү 1992—1994 йылдрҙа башҡарыла[4].

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се Указына ярашлы Рәсәй дәүләт награда системаһына индерелмәй, совет миҙалы урынына «Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» Рәсәй миҙалы менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 166—167. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 72—73.

Һылтанмалар

үҙгәртергә