Канев тәбиғәт ҡурсаулығы
Канев тәбиғәт ҡурсаулығы (укр. Канівський природний заповідник) — Канев районының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан тәбиғи ҡурсаулыҡ (Черкасск өлкәһе, Украина). 1923 йылдың 30 июлендә булдырылған. Майҙаны — 2027 гектар (5%-ы һыу ятҡылығына тура килә).
Канев тәбиғәт ҡурсаулығы | |
Нигеҙләү датаһы | 30 июль 1923 |
---|---|
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d] |
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Черкассы өлкәһе |
Әһәмиәтле урын | Канев[d] |
Майҙан | 8634,88 гектар |
Рәсми сайт | kanivbiosfera.at.ua |
Канев тәбиғәт ҡурсаулығы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәУССР-ҙың Халыҡ Наркомземы коллегияһы ҡарарына ярашлы 1923 йылдың 30 июлендә ойошторола.
1951—1968 йылдарҙа — Украинаның Халыҡ коллегияһының уҡыу-тикшереү урман хужалығы статусына эйә була.
1968 йылдың 12 ноябрендә УССР-ҙың Министрҙар Советы 568-се ҡарары менән уға ҡурсаулыҡ статусы кире ҡайтарыла. УССР-ҙың Министрҙар Советы 1986 йылдың 22 декабрендәге 717-р һанлы ҡарары менән ҡурсаулыҡтың майҙанын 2027 гектарға тиклем арттыра.
Тасуирлама
үҙгәртергәТөп бурыстары: уникаль тәбиғәт комплекстарын һаҡлау, эталон урман урыны булдырыу, төрлөлөктө һаҡлау, тәбиғәттә барған үҙгәреш процестарын күҙәтеү.
Ҡурсаулыҡ ике өлөштән тора: материк (Днепрҙың уң яҡ яр һәм тауҙарын ҡаплаған урмандар) һәм утрауҙар (Круглик һәм Шелест, Каневский һыуһаҡлағысындағы Змеиный утрауы). Материк өлөшө —1415 гектар, утрауҙан өлөшө — 602 , акватория 10 гектар урынды биләй. Ҡурсаулыҡ тирәләй һаҡлау зонаһына 1351 гектар ер билдәләнгән.
Флора һәм фауна
үҙгәртергәҠурсаулыҡта 990 төр көпшәле үҫемлек иҫәпләнә (Украина флораһының 20 проценты).
Тағын 170 төр лишайник, 138 — мүк һымаҡтарҙан, 1232 ысын бәшмәктәр төрө табылған.
Ҡурсаулыҡта Европаның ҡыҙыл исемлегендәге 5 төр үҫемлек, Украинаның Ҡыҙыл китабына ингән 29 төр , Берлин конференцияһындағы өҫтәмә исемлектән 175 төр үҫемлек үҫә .
Ҡурсаулыҡ биләмәһендә хайуандарҙан Европа ҡыҙыл исемлегенә индерелгән 26 төр һаҡлана.
83 төрө Украинаның Ҡыҙыл китабынанан, 6-һы Берлин конференцияһының өҫтәмә исемлегенән .