Ҡаҙаҡ әҙәбиәте

(Казахская литература битенән йүнәлтелде)

Ҡаҙаҡ әҙәбиәте (ҡаҙ. Қазақ әдебиеті) — ҡаҙаҡ телендәге әҙәбиәт.

Боронғо ҡаҙаҡ әҙәбиәте

үҙгәртергә

Ҡытайҙарҙың VI—VIII быуаттарҙағы йылъяҙмаһы сығанаҡтары буйынса, иртә дәүерҙәргә барып тоташыусы Ҡаҙаҡстандың төрки телле ҡәбиләләрендә ауыҙ-тел ижадының шиғри традициялары шул ваҡыттарҙа уҡ йәшәп килгән, тип иҫәпләнә. Быны, шулай уҡ, орхон һәйкәлдәре — Күлтегин һәм Билге ҡағандарҙың ҡәбер таштарындағы V—VII быуат ваҡиғалары тураһында һөйләүсе текстарҙа ла табылған эпик поэзияның элементтары (эпитет, метафора һәм башҡа һүрәтләү саралары) ла раҫлай.

«Ҡорҡот-Ата» һәм «Уғыҙнамә» эпостары

үҙгәртергә

Төрки телле иң боронғо билдәле эпостар — «Ҡорҡот-Ата» һәм «Уғыҙнамә» хәҙерге Ҡаҙағстан территорияһында барлыҡҡа килгән, тип һанала. Эпостың Һырдаръя йылғаһы бассейнында яҡынса VIII—Х быуаттарҙа ҡыпсаҡ-уғыҙ мөхитендә телдән-телгә таралған «Ҡоркот-Ата» эпосы, XIVXVI быуаттарҙа төрөк яҙыусыһы тарафынан «Ҡорҡоттоң олатаһының китабы» булараҡ яҙып алынған . Ысынында, Ҡорҡот — ысын кеше, ҡыпсаҡ-уғыҙҙарҙың кият тигән ырыуында бек булған, ул — ҡумыҙ оҙатыуында башҡарыла торған эпик жанрҙарғаа һәм музыка әҫәрҙәренә нигеҙ һаналыусы. «Ҡоркот-Ата» эпосы уғыҙ баһадирҙарының һәм батырҙарының баштарынан үткәндәре тураһында бәйән итеүсе 12 поэманан һәм хикәйәнән тора. Унда усуни һәм ҡаңлы.ише төрки ҡәбиләләре телгә алына.

«Уғыҙнамә» поэмаһы төркиҙәрҙең хакимы Уғыҙ-хандың бала сағына, уның батырлығына һәм еңеүенә, өйләнеүенә, Ҡояш, Ай, Йондоҙ, Күк, Тау һәм Диңгеҙ исемле улдары тыуыуына арнала. Уйғырҙарҙың хакимы булып алғас, Уғыҙ Алтын (Ҡытай) һәм Урум (Византия) менән һуғыш алып бара. Был әҫәрҙә шулай уҡ славяндарҙың, ҡарлуҡтартарҙың, кангарҙарҙың, ҡыпсаҡ һәм башҡа ырыуҙарҙың килеп сығышы тураһында һөйләнелә.

Героик һәм лирик поэмалар

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ поэтик традицияһы барлыҡҡа килеү менән, уның төп һәм мотлаҡ фигураһы булып халыҡтың шағир-импровизаторы — акын торған. Бары тик акындарҙың тырышлығы арҡаһында, бер нисә быуат элек яҙылған күп һанлы эпик әҫәрҙәр, әкиәттәр, йырҙар, поэмалар, беҙҙең көндәргә килеп еткән Ҡаҙаҡ фольклоры 40-тан ашыу жанр төрҙәрен үҙ эсенә ала, шуның йыр-үтенес, йыр-хат һ . б. ише ҡайһы бер өлөшө генә фольклорға хас. Йырҙар, үҙ сиратында, хәстәрлектәргә, йолаларға, тарихи һәм көнкүреш йырҙарына бүленә. Поэмаларҙы ла шулай уҡ батырҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләүса («Ҡабыланды батыр», «Ер-Тарғын», «Алпамыша батыр», «Ҡамыр батыр» һ. б.) героик һәм мөхәббәтте кире ҡағыусы батырҙар («Ҡуҙый Күрпәс һәм Баян-Баянһылыу», «Ҡыҙ-Ебәк») лирик жанрҙарға бүлеп ҡарарға була.

XI—XII быуат Ҡарахан һарайында тәүге ҙур әҙәби әҫәр — Йософ Баласағуниҙың. «Ҡотадғу белек» («Бәхет бирер белем») (1069) поэмаһы килеп сыға Ул икешәр юллыҡ13 мең строфана тора. Поэма диалог, хикмәтле һүҙ, нәсихәт рәүешендә төҙөлгән. Уның нигеҙен Ысыҡ-Күл бассейнындағы Ете Йылға һәм Ҡашғари райондарындағы эпизодтар һәм риүәйәттәр тәшкил итә, персонаждары иһә — тарихи шәхестәр. Был поэманың төп идеяһы шунда: белем — хакимдар өсөн д, халыҡ өсөн дә берҙән-бер белем сығанағы.

Дини әҙәбиәт

үҙгәртергә

Ҡаҙағстандың күсмә төрки ҡәбиләләрендә XX быуат баштарына ҡәҙәр үҙенсәлекле монистик тәңре дине, тауҙар культы, шулай уҡ шаманлыҡ һаҡланып ҡалған. VI—IX быуаттарҙа ҡаҙаҡ далаларына буддизм, христианлыҡ башланғыстары һәм манихейлыҡ үтеп инә. Урта быуаттарҙа Ҡаҙағстан халҡының дине күп төрлөлөгө һәм синкретиклығы менән айрыла. Әммә IX быуаттан башлап күренеш үҙгәрә. Малсылыҡ менән шөғөллөнгән күсмә халыҡ Тәңре культына табына, ә ер эшкәртеүсе райондарҙағы ултыраҡ халыҡтар араһында ислам дине таралыу ала, һәм дини әҙәбиәт үҫешә башлай.

Ислам дине таралған осорҙа әҙәби тел сағыу, күп ҡырлы була, яҙма әҙәбиәт, асылда, ҡалаларҙа үҫеш ала. Ҡала халҡының мәҙәни тормошонда дәрүиш шағирҙарының һәм яҙыусыларының әҫәрҙәре мөһим урын биләй, уларҙың иң билдәлеләренең береһе булып дини-мистик йөкмәткеле «Диуан -вә-Хикмәт» («Аҡыл китабы») йыйынтығы авторы, ислам тәғлимәтен таратыусы Хужа Әхмәт Яссауи тора. Үҙенең ижадында Яссауи, хәҡиҡиәт юлы — Алла юлы, тигән инаныу менән, аскетлыҡ һәм тәҡеүәлекте тарата. Китапта ул дәүерҙә йәшәгән ҡәбиләләр тураһында мәҙәни-тарихи, этнографик мәғлүмәттәр тупланған. Яссауиҙың уҡыусыһы Сөләймән Баҡырғани — «Заму назир китабы» («Заман ахыры китабы») йыйынтығының авторы. Ул Ҡиәмәт көнөндә бөтә тереклектың юҡҡа сығасағы, әммә Алланың донъяны яңынан яратасағы тураһында һөйләй. Яссауи һәм Баҡырғани китаптары киләһе быуат дауамында Урта Азия һәм Ҡаҙағстан мәҙрәсәләрендә мотлаҡ дәреслек булып иҫәпләнелә. Быларҙан тыш, танылған китаптар рәтенә Әхмәт Иугнекиҙың лайыҡлы тормошҡа, ныҡышмал хеҙмәткә, белемгә һәм кешелеклелеккә ынтылырға саҡырған «Хибат ул-Хакайк» («Хәҡиҡәт бүләктәр») әҫәрен дә индерергә мәмкин.

XV—XIX быуаттарҙа ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ әҙәбиәте тарихында поэзия һәм шиғри жанрҙар өҫтөнлөклө урын биләй. Ҡаҙаҡ шиғриәтенең үҫешендә өс осор аныҡ күҙәтелә:

  • йырауҙар осоро (XV—XVIII быуаттарҙың тәүге яртыһы);
  • шиғрит осор (XVIII быуаттың икенсе яртыһы — XIX быуаттың тәүге яртыһы);
  • әйтештәр осоро (XIX быуаттың икенсе яртыһы — XX быуат башы)[1].

Авторлығы раҫланған иң тәүгеләрҙән иҫәпләнгән ҡаҙаҡ халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре XV быуатҡа ҡарай. XVI—XVII быуаттарҙа легендар Асан-Ҡайғы, Доспамбет , Шалҡаҙы аҡындарҙың, шулай уҡ киҫкен сәйәси шиғырҙар авторы Бохар йырау Ҡалҡаманов ижадтары киң танылған була. Ҡаҙағстанда аҡындар араһында шиғри-поэтик бәйгеләр — әйтештәр традицияһы барлыҡҡа килә. Фәлсәфәүи фекерләүгә ҡоролған толғау, арнау-бағышлыуҙар һ.б. йыр жанрҙары айырылып сыға башлаған. XVIII—XIX быуаттарҙа Мәхәмбәт Үтәмисов Шәрнияз Жарылғасов, Сөйөнбай Аронов кеүек ҡаҙаҡ аҡындары ижадында яңы тема — байҙар һәм бейҙәргә ҡаршы көрәшкә саҡырыу барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта, Дулат Бабатаев, Шортанбай Ҡанаев, Морат Монкеев үҙ ижадтарында патриархаль ҡоролошто һәм динде идеяллаштырған үткән заманды данлап, консерватив йүнәлеште сағылдыралар. xix быуаттың икенсе яртыһында ижад итеүсе аҡындар — Биржан Ҡужағолов, Асет Найманбаев, Сара Тастанбәкова, Жамбыл Жабай һ. б. — әйтеште йәмәғәтселек фекерен еткереү рәүешендә ҡулланып, социаль ғәҙеллекте яҡлайҙар.


Ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенең барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ яҙма әҙәбиәтенең хәҙерге рәүеше XIX быуаттың икенсе яртыһында рус һәм көнбайыш мәҙәниәттәре менән бәйләнештәр һәм әңгәмәләр йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Был процестың башында күренекле ҡаҙаҡ мәғрифәтселәре: Вәлихан Шокан, Ибрай Алтынсарин һәм Абай Ҡунанбаевтар тора.

ХХ быуат башында Европа әҙәбиәтенең күп кенә һыҙаттарын үҙенә һеңдергән ҡаҙаҡ әҙәбиәте үҫеш осоро кисерә. Был ваҡытта хәҙерге ҡаҙаҡ әҙәбиәтенең нигеҙе һалына, әҙәби тел тулыһынса формалаша, яңы стилистик формалар барлыҡҡа килә.

Яңы яралған ҡаҙаҡ әҙәбиәте ҡаҙаҡ яҙыусыларына быға тиклем таныш булмаған ҙур әҙәби формалар -романдар, повестар үҙләштерә башлай. Урыҫ тәнҡитселәрендә һәм ҡаҙаҡ йәмәғәтселегендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, күп тапҡырҙар нәшер ителгән беренсе ҡаҙаҡ романы «Бәхетһеҙ Жамал» (1910) һәм бер нисә шиғыр йыйынтығы авторы, шағир һәм прозаик Миржакип Дулатов был осорҙа киң танылыу ала. Ул шулай уҡ Пушкин, Лермонтов, Крылов, Шиллер әҫәрәҙрен тәржемә итеү менән шөғөлләнә, ҡаҙаҡ әҙәби теле реформаторы була.

XIX быуат аҙағында — ХХ быуат башында «китапсылар» төркөмөнә ингән Нуржан Наушабаев, Машур-Жусуп Копеев һ. б. патриархаль ҡараштарҙы таратыу һәм, шул уҡ ваҡытта, фольклор материалдары йыйыу менән шөғөлләнә. 1917 йылда контерреволюция лагеры яғына сыҡҡан милләтсе көстәр — Әхмәт Байтурсынов, Миржакип Дулатов, Мағжан Жумабаевтар «Ҡаҙаҡ» гәзите тирәләй туплана.


Совет осоро ҡаҙаҡ әҙәбиәте

үҙгәртергә

Жамбыл Жабаев ижады

үҙгәртергә

Совет осоронда ҡаҙаҡ халҡының аҡын-шағиры Жамбыл Жабаевтың толғау стилендә думбыра уйнап йырлаған ижады СССР-ҙа киң танылыу таба. Күп кенә эпостар, мәҫәлән, «Суранша батыр» һәм «Үтәгән батыр» уның һөйләгәне буйынса яҙып алынған. Октябрь революцияһынан һуң, Джамбыл ижадында яңы темалар барлыҡҡа килә («Октябргә гимн», «Минең тыуған илем», «Ленин Мавзолейында», «Ленин һәм Сталин»). Советтар ваҡытындағы власть пантеондарының бәтәһе лә тиерлек уның йырҙарына инә, уларға геройҙар һәм баһадирҙар һыҙаттары бирелә. Жамбылдың йырҙары урыҫ теленә һәм СССР халыҡтары телдәренә тәржемә ителә, ул бөтә халыҡ тарафынан танылыу яулай һәм совет пропагандаһы тарафынан тулыһынса ҡулланыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Жамбыл совет халҡын дошман менән көрәшкә саҡырыусы («Ленинградтар, минең балалар!», «Сталин саҡырыр сәғәттә» һ . б.) патриотик әҫәрҙәр яҙа

XX быуаттың икенсе сиреге әҙәбиәте

үҙгәртергә

Ҡаҙаҡ совет әҙәбиәтенең нигеҙ һалыусылары булып шағирҙар Сакен Сәйфулин, Баймағамбәт Изтолин, Ильяс Джансуғоров, яҙыусы Мөхтәр Ауэз, Сабит Моҡан, Бейембет Майлиндар тора.

1926 йылда Ҡаҙаҡ пролетар яҙыусылар ассоциацияһы булдырыла, ул үҙ эшмәкәрлегенең тәүге йылдарында әҙәбиәттәге милләтсел сағылыштарға ҡаршы әүҙем көрәш алып бара. 1934 йылда Ҡаҙағстан яҙыусылар берләшмәһе ойошторола, һуңыраҡ уның составында рус һәм уйғыр яҙыусылары секциялары ла эш башлай.

Ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына беренселәрҙән булып гражданлыҡ-патриотик шиғриәт үҙ ҡарашын белдерҙе — Аманжоловтың Мәскәү эргәһендә һәләк булған шағир Абдулла Джумағәлиевтың ҡаһарманлығы тураһында һөйләүсе «Шағир үлеме тураһында хикәйәттәр» поэмаһы (1944), Тоҡмағәмбәтов, Жароков, Орманов һәм башҡаларҙың шиғырҙары донъя күрә. Һуғыштан һуң Ғәбит Мусрәповтың «Ҡаҙағстан һалдаты» (1949) һәм Әхтәповтың «Дәһшәтле көндәр» (1957) романдары баҫтырыла.

1954 йылда Мөхтәр Ауэзов күп илдәрҙә юғары баһа алған тетралогияһын — бөйөк ҡаҙаҡ шағиры Абай Ҡунанбаев тормошона арналған «Абай юлы» роман-эпопеяһын тамамлай. Һуғыштан һуңғы ҡаҙаҡ әҙәбиәте масштаблы әҙәби формаларҙың ҙур Совет стилен — романдарҙы, трилогияларҙы, поэмаларҙы һәм шиғри романдарҙы үҙләштерә башлай. Шулай уҡ драматургия һәм фәнни фантастика ла үҫеш ала.

1970 йылдарҙа ҡаҙаҡ шағиры һәм яҙыусыһы Олжас Сөләймәновтың «Аз һәм Я» китабы әҙәбиәт һөйөүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Был китабында ул ҡаҙаҡ һәм шумерҙарҙың ҡәрҙәш булыуын әйтеп үтә, һәм рус телендә төрки сығышлы һүҙҙәрҙең күплегенә иғтибар бүлә, уның фекеренсә, төрөк мәҙәниәте рус мәҙәниәтенә көслө йоғонто яһай. Әммә ваҡытлы матбуғатта ойошторолған йәнле дискуссияларҙа Сөләймәновты пантөркилектә һәм милләтселектә ғәйепләйҙәр.

Хәҙерге ҡаҙаҡ әҙәбиәте

үҙгәртергә

19902000 йылдар башы ҡаҙаҡ әҙәбиәтен көнбайыштың постмодернистик тәжрибәһен ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә ҡулланырға маташыуҙар, тип ҡылыҡһырларға мөмкин. Шулай уҡ күп кенә билдәле һәм әллә ни танылыу тапмаған ҡаҙаҡ әҙиптәренең әҫәрҙәре өр-яңынан эшкәртелә башлай.

Хәҙерге ҡаҙаҡ әҙәбиәте үҙ мөмкинлектәрен һәм мәнфәғәтен иҫәпкә алған яңы мәҙәни йоғонтоно күңелгә һеңдереп һәм үҫтереп, бөтә донъя цивилизация киңлектәрендә үҫешеүен дауам итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Ҡырғыҙ далалары гәзите

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «История Казахстана». Учебник для 10 классов общественно-гуманитарного направления общеобразовательных школ. Второе издание./ А. Т. Толеубаев, Ж. К. Касымбаев, М. К. Койгельдиев и др. — Алматы: Мектеп, 2010. — 240с.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә