Казаков Рауил Яғмур улы

спортсы

Казаков Рауил Яғмур улы (25 ғинуар 1982 йыл) — спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006)

Казаков Рауил Яғмур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 25 ғинуар 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (42 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2009
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Салауат Юлаев ордены мастер спорта России международного класса

Биографияһы үҙгәртергә

Рауил Яғмур улы Казаков[1] 1982 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

«Геракл» спорт клубында спорт менән шөғөлләнә (тренеры С. В. Горшков). Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн (тренеры б. И. Шейко) 2001 йылдан сығыш яһай.

2002 йылдан алып Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • VII Бөтә донъя уйындарының абсолют еңеүсеһе (2005)
  • Ир-егеттәр араһында донъя чемпионы (2002, 2004, 2007)
  • Ир-егеттәр араһында донъя чемпионатының көмөш призеры (2003, 2005)
  • Ир-егеттәр араһында ятып штанга күтәреү  буйынса донъя чемпионы (2009),
  • Ир-егеттәр араһында ятып штанга күтәреү буйынса донъя чемпионатының көмөш призеры (2005)
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионы (2002)
  • Юниорҙар араһында Европа чемпионы (2003, 2004),
  • Европа чемпионатының көмөш миҙалы (2002)
  • Ятып штанга күтәреү буйынса ир-егеттәр араһында Европа чемпионы(2009)
  • Рәсәй чемпионы (2002, 2005)
  • Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2003, 2004, 2006)
  • Дүрт тапҡыр Рәсәй Кубогы еңеүсеһе (2001, 2003, 2004, 2007)
  • Ятып штанга күтәреү буйынса Рәсәй чемпионы (2009, 2010)
  • Ир-егеттәр һәм юниорҙар араһында Рәсәй, донъя һәм Европа чемпионы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • «Башҡортостандың күренекле спортсыһы» билдәһе (2002)
  • Салауат Юлаев ордены (2006)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә