Йөклө күбәләк
Йөклө күбәләк
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Суб-класс: Ҡанатлы бөжәктәр
Надотряд: Яңы ҡанатлы бөжәктәр
Отряд: Селтәр ҡанатлылар
Ғаилә: Көндөҙгө күбәләктәр
Ырыу: Libelloides
Төр: Сыбар йөклө күбәләк
Латинса исеме
Libelloides macaronius
(Scopoli, 1763)
Синонимы
  • Ascalaphus macaronius (Scopoli, 1768)

Йөклө күбәләк[1][2] йәки сыбар йөклө күбәләк[3] йәки алтын сәсле күбәләк[2][4] (лат. Libelloides macaronius) — көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһе селтәр ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәк. Урта диңгеҙ реликты.

Таралышы үҙгәртергә

Кавказ, Көнбайыш Себер, Урта Азия, [[Ҡаҙағстан[5]]], Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында таралған. Башҡортостан Республикаһында урман‑дала һәм дала райондарында осрай.

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Кәүҙә оҙонлоғо 20 мм тиклем, ҡараңғы төҫтәге йөн менән ҡапланған. Ҡанаттары ярылы, алғылары — төбөндә һары төҫтә, өҫкө өлөшөндә үтә күренеүсән, йыуылған ҡараңғы төҫтәге таптар менән; артҡылары — һары төҫтә, төбөндә һәм осонда ҡараңғы биҙәк менән. Күҙҙәре бураҙна ярҙамында ике өлөшкә бүленгән. Мыйыҡтары оҙон, осонда суҡмар рәүешендәге бер аҙ киңәйгән. Енси диморфизм сағылмаған.

Үрсеүе үҙгәртергә

Йомортҡаларын үлән һабаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары таштар йәки ҡойолған япраҡтар аҫтында йәшәй, ҡомло тупраҡта йомро ебәк ҡуҙыларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтың үҫеше 3 аҙна тирәһе бара. Өлкән бөжәктең осоуы июнь аҙағынан июлгә тиклем.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Бөжәк һәм уның ҡарышлауыҡтары — йыртҡыс, ваҡ бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары менән туҡланалар.

Иҫәбе үҙгәртергә

Рәсәйҙә бик һирәк осрай. Ҡаҙағстанда даими. Ҡырым ярымутрауында дала өлөшөндә йыш осрай.

Һаҡлау үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Красная книга СССР: Редкие и находящиеся под угрозой исчезновения виды животных и растений. Том 1 / Главная ред. коллегия: А. М. Бородин, А. Г. Банников, В. Е. Соколов и др. — 2-е изд. — М.: Лесная промышленность, 1984. — С. 278. — 392 с.
  2. 2,0 2,1 Кривохатский В. А. Бабочник золотоволосый (аскалаф пёстрый) // Красная книга Краснодарского края (животные) / науч. ред. А. С. Замотайлов. — 2-е изд. — Краснодар: Центр развития ПТР Краснодарского края, 2007. — С. 112—113. — 504 с. — ISBN 5—98630—015—3.
  3. Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 189. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.
  4. Аннотированный перечень редких и находящихся под угрозой исчезновения видов беспозвоночных животных, особо охраняемых в пределах России // 2003* Россия* Красный список особо охраняемых редких и находящихся под угрозой исчезновения животных и растений. (2-й выпуск). Часть 2. Беспозвоночные животные (Бюллетень Красной книги, 2/2004 (2008)) / отв. ред. В. Е. Присяжнюк. — М.: Лаборатория Красной книги Всероссийского научно-исследовательского института охраны природы, 2004 (2008). — С. 287. — 512 с. — ISBN 978-5-9243-0158-7 Полный текст 2018 йыл 24 октябрь архивланған..
  5. Митяев И. Д., Ященко Р. В., Казенас В. Л. По страницам Красной книги Казахстана. — Алматы : «Алматы кітап» ЖШС, 2005. — 116 с.

Әҙәбиәт үҙгәртергә