Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы
Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы (21 февраль 1936 йыл — 12 июнь 2005 йыл) — юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм прозаик, фантастик повестар авторы. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы | |
Тыуған көнө: |
21 февраль 1936 (88 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: |
Краснокама районы Яңы Хажи ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Биографияһы
үҙгәртергәМусаниф Садиҡ улы Йәһүҙин 1936 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Яңы Хажи ауылында тыуған. Ауылдарында ете йыллыҡ мәктәп тамамлай. Унан һуң Баймаҡ ҡалаһындағы тау-метуллургия техникумында уҡый.
1957—1960 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Байконурҙа йыһан караптарын осороуҙа ҡатнаша.
1967 йылда Өфө нефть институтын тамамлай, баш ҡалалағы «Градиент» берекмәһендә эшләй[1].
1982—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр була.
1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Мусаниф Йәһүҙин 2005 йылдың 12 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Китаптары
үҙгәртергә- Колыбель моя: Стихи. В колл. сб. Прошу слова. Уфа: Башкнигиздат, 1989.
- Жажда любви: Стихи. Уфа: Башкнигиздат, 1991. (баш.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Поэту Мусанифу Ягудину исполнилось бы 75. ИА «Башинформ», 20 февраля 2011 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2021)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2021)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Романов В. Он любил жизнь и людей (К 80-летию со дня рождения поэта Мусанифа Ягудина) (рус.) // Башинформ. — 21.02.2016. (Тикшерелеү көнө: 21 февраль 2016)
- Поэту Мусанифу Ягудину исполнилось бы 75. ИА «Башинформ», 20 февраля 2011 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2021)
- Сайт «Единый портал башкирской культуры и произведений искусства». Ягудин Мусаниф Садикович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2021)