Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәрәм улы

(Йәғәфәр Мөхәрәм улы Әбдрәшитов битенән йүнәлтелде)

Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәрәм улы (30 ноябрь 1949 йыл) — ғалим-инженер‑технолог, хужалыҡ, юғары мәктәп һәм дәүләт эшмәкәре. 1989—2011 йылдарҙа «Каустик» һәм «Полиэф» йәмғиәттәренең генераль директоры, 2011—2017 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, бер үк ваҡытта 2011 йылдан — химия һәм химик технологиялар кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған химигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989), Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры.

Йәғәфәр Мөхәрәм улы
Әбдрәшитов
Тыуған көнө

30 ноябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (74 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Мәләүез районы, Яңауыл ауыл

Ил

СССР, Россия

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университетының З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ филиалы директоры

Альма-матер

Өфө нефть институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Награда һәм премиялары
Дуҫлыҡ ордены
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә
  • Йәғәфәр Мөхәрәм улы Әбдрәшитов 1949 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәләүез районы Яңауыл ауылында тыуған.
  • 1978 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.
  • 1971—2001 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләй, 1989 йылдан генеральный директор.
  • 2001 йылдан алып Благовещен ҡалаһындағы «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генеральный директоры.
  • 2011 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ филиалы директоры.

Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни-етештереү эшмәкәрлеге винилхлорид, эпихлоргидрин етештереү менән бәйле. Й. М. Әбдрәшитов етәкселегендә «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә суспензион поливинилхлорид алыу процесы үҙләштерелә, дихлорэтан, трихлорэтилен, хлороформ, хлорпарафин, аллилхлорид етештереү технологиялары эшләнә, юғары эҫелектә ҡайнаусы ыҫмалалы, ҡаты ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртеүҙең яңы процестары индерелә. Й. М. Әбдрәшитов 40-тан ашыу фәнни-хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы (1992);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған химигы (1990);
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989);
  • Дуҫлыҡ ордены (1999)

Һылтанмалар

үҙгәртергә