Йәрминкә (Дондағы Ростов)

Дондағы Ростов йәрминкәһе — ҡалала XIX быуатта сауҙа рәүешендә бер урында даими ойошторолған һәм бик күп сауҙагәрҙәрҙе, ҡунаҡтарҙы йыйған сара. Йылына өс ҙур йәрминкә  үткәрелгән[1].

Тарихы үҙгәртергә

1850 йылдар үҙгәртергә

1850 йылдарҙа Дондағы Ростовта эре һәм ваҡ мал, Мәскәү, Таганрог, Харьков, Одессанан килтерелгән мануфактура һәм бакалея тауарҙары менән сауҙа әүҙем алып барылған. Ҡырым тоҙо килтерелгән, Ростов аша ул башҡа ҡалаларға таралған. Бында балыҡ һатып алып, уны Мәскәү, Харьков, Воронежға алып барып һатҡандар. Он, ыҫмала һәм төрлө металдар ҙур популярлыҡ менән файҙаланылған. Дондағы Ростов кешеләре Кавказдан килтерелгән тауарҙарға айырым иғтибар биргән. Ғәҙәттә, улар йөн, май, икмәк, етен орлоғон тәҡдим иткән. Дондағы Ростовта сауҙа киңәйеүегә бында 1840—1850 йылдарҙа уҙғарылған йәрминкәләр булышлыҡ иткән. Улар Темерник йылғаһы ярында беренсе биләмәләр барлыҡҡа килеү менән уҙғарыла башлаған. Көҙгөһән бында сауҙа съезы үткәрелгн һәм ул Төркиә, Греция, Дон аръяғы һәм Кубань далалары халҡының иғтибарын йәлеп иткән. Йәрминкәләрҙең популярлығы ябай ғына аңлатыла: Рәсәйҙә тораҡ биләмәләр бер-береһенән алыҫ урынлашҡан, шуға күрә йәрминкәләргә килеп тауар һатып алып ҡайтыу ысынлап та, файҙалы булған[2].

1860 йылдар үҙгәртергә

1860 йылдарҙа йәрминкә Дондағы Ростовта йылына ике тапҡыр уҙғарыла[2]. Вознесенск йәрминкәһе урындағы әһәмиәткә эйә тип баһалана, сөнки унда ауыл хужалығы тауарҙары, мал һәм ат менән сауҙа итәләр[3]. Ул өс көн дауам итә[2]. Богородица раштыуаһы йәрминкәһенә тотош Рәсәйҙән йыйылылар, йөн һәм ебәк туҡымалар, металл әйберҙәр һәм күн, фаянс, фарфор әйберҙәр менән сауҙа итәләр. Сит ил тауарҙары ла һатыла[3]. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа уны Богородица Успениеһы йәрминкәһе тип тә атайҙар[2]. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 1866 йылда Вознесенск йәрминкәһенә 95,800 һумлыҡ тауар килтерелеп, 42,000 һумлыҡ һатыла. Богородица раштыуаһы йәрминкәһенә ул йылда 3 289 000 һумлыҡ тауар килтерелә, 2 005 000 һумлыҡ һатыла[3]. XX быуат башында Ростов йәрминкәләре шулай уҡ уҙғалыда, әммә улар ҙур күләмле булмай. Сауҙагәрҙәр тауарҙарҙы йыл дауамында һатып ала башлай һәм запас туплау ихтыяжы ҡалмай[2].

Йәрминкәләргә Рәсәй, Азия, Европа баҙарҙарындағы тауарҙар сығарыла. Шарап, тәмәке, сәй һатыла. Бынан кавалерия полктарына аттар һатып алалар. XIX быуат уртаһында йәрминкәләр XX быуат башында уҙғарылған урында үтеүе мәғлүм. Сауҙа өсөн ҙур майҙан бүленә, унда ваҡлап һатыу, күмәртәләп һатыу, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙа эшләнгән әйберҙәрҙе һатыу өсөн урындар була. Ситтән килгән сауҙагәрҙәр ҡунаҡханаларҙа туҡтай[2].

1862 йылда Дондағы Ростов ҡалаһы башлығы Андрей Матвеевич Байков ҡаланы төҙөкләндерә һәм йәрминкә сауҙаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. 1863 йылдың 18 мартында ул ҡалала махсус сауҙа кибеттәре урынлаштырыуҙы юллай. Улар төрлө палаткалар урынына ҡуйылырға һәм ҡала йөҙө күркәм, ыҡсым булырға тейеш була. Бындай ҡарра ҡала халҡында яҡлау таба. Йәрминкәгә барыуҙы еңелләштереү маҡсатында Генерал балкаһына алып барыусы күпер төҙөлә. Ул 1864 йылдың 30 авгусында асыла һәм артабан ҡала башлығы хөрмәтенә Байков күпере тип йөрөтөлә башлай[1].

Ноябрҙә ҡала башлығы ғәҙәттә ғинуар һуңында һәм февраль башында уҙғарылған йәрминкәне 25 декабргә күсереүҙе юллай.дауам итә Һөҙөмтәлә Трех-Святительская йәрминкәһе Раштыуа йәрминкәһе тип үҙгәртелә һәм 10 ғинуарға тиклем дауам итә. Иң ҙур йәрминкә тип 21 августан 15 сентябргә тиклем[4] уҙғарылған Богородица Раштыуаһы йәрминкәһе[1] иҫәпләнә. Июндә Вознесенск йәрминкәһе ойошторола[1], әммә унда сауҙа әйләнеше әҙерәк була[4]. Өсөнсөһө -ҡышын үткәрелгән Раштыуа йәрминкәһе. Унда сауҙәгәрҙәр бер нисә аҙна дауамында һатыу итә. Ҡағиҙә булараҡ, йәрминкәләрҙә күңел асыу ҙа ойошторола. Ударҙа балаган, гастролдә йөрөгән театр труппалары сығыштары күрһәтелә, каруселдәр эшләй. Йәрминкәләрҙә ҡалас һәм балыҡ даими һатыла[1].

Йәрминкә сауҙаһының кәмеүе үҙгәртергә

Тора-бара йәрминкәләр ҡала өсөн әһәмиәтен юғалта, уға ҡыҙыҡһыныу һәм ихтыяж кәмей. Сауҙа съездарын уҙғарыуға ла иғтибар бирелмәй. Сауҙагрҙәрҙең тауар әйләнеше кәмей. Бының бер сәбәбе булып реклама етешмәүе һәм продукцияны дөрөҫ һаҡламау тора[1]. Шулай уҡ төп факторҙар араһында тимер юлы һәм пароход бәйләнешенең үҫешен килтерергә мөмкини[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Старый Ростов во времена Байкова//Отдел информационных технологий Ростова-на-Дону 2017 йыл 6 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Істория города Ростова-на-Дону. Очеркъ с рисунками в текстъ. Составил А. М. Ильинъ, 1909 год. 153 с. — С. 68-70
  3. 3,0 3,1 3,2 Географическо-статистический словарь российской империи. Томъ IV. Санкт-Петербуръ, 1873 год, 874 с. — С.335
  4. 4,0 4,1 Прошлое Ростова: очерки истории города Ростова-на-Дону. И. А Кузнецов Изд-во «НБ», 2002 — Всего страниц: 266