Йәнғәли (исем)

(Йәнғәли битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент юҡ

Йәнғәли — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Йәнғәли исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм батыр йәнле, йән + ғәли тигәнде аңлата[1].


Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы (5 октябрь 1932 йыл — 3 октябрь 2003 йыл) — бейеүсе, ҡурайсы, хореограф, халыҡ сәсәне. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995).

Йәнғәли хан (Шәйхәүлийәр солтандың улы) — Ҡасим хан улы (1519—1531 йәғни 1532).

Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы 1969 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған — журналист, яҙыусы. 2013 йылдан — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Үтәбаев Таһир Йәнғәле улы 1963 йылдың 12 апрелендә Бөрйән районы Мораҙым ауылында тыуған. Хәрби хеҙмәттә Афғанстанда « Батырлыҡ » миҙалы менән наградланған.

Йәнғәлин Әхмәт-Гәрәй улы- тарих фәндәре кандидаты .Башҡортостан Советтар Союзы Геройы исемлеген асыҡлауға куп көс һалды.

Йәнғәлин Солтан Йәнғәле улы хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Ахун ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына Салауат районы хәрби комиссариатынан саҡырыла. 7-се кавалерия корпусының легендар 16-сы кавалерия дивизияһында (112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы) хеҙмәт итә.

Йәнғәле көйө - халыҡ көйө

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ