Йәмиғ мәсете (Мәштәғә)

1891

Мәсет
Джума мечеть (Маштага)
Maştağa Cümə Məscidi
Ил Әзербайжан Әзербайжан
Город Баку Сабунчинский район, поселок Маштага
Город Ҡалып:Флагификация/Баку
Адресы г. Баку, Сабунчинский район, поселок Маштага, ул. Сейид Ибад Ага, 62.
йүнәлеш, мәктәп шиизм
Диниә назараты, мөхтәсибәт Духовное управление мусульман Кавказа
Мәсет төрө Джума-мечеть
Архитектура стиле Исламская архитектура
Проект авторы Мир Гани Ага
Төҙөлөш {{{Начало строительства}}}—1891 йылдар
Дөйөм майҙаны 420
Вместимость до 460
Көмбәҙҙәр һаны 1
Көмбәҙ диаметры 3,5 м
Манаралар һаны 1
Манара бейеклеге 46
Материал камень
Торошо действующая
Тәрәүих ДаY
Ифтар ДаY

Йәмиғ мәсете (Мәштәғә) (әзерб. Maştağa cümə məscidi) — Мәштәғә ҡасабаһындағы мәсет, Сабунчинский районы, Баҡы ҡалаһы, Әзербайжан.

Тарихы үҙгәртергә

Баҡы ҡалаһының Сабунчинский районы Мәштәғә ҡасабаһы үҙәгендә урынлашҡан Йәмиғ мәсете, ислам календары буйынса 1129 йылда төҙөлә[1].

Аятулла Хажи Мир Әбдулғәни Бадкубейе үҙгәртергә

Мәсет тарихы менән тығыҙ бәйле булған кешеләрҙең береһе булып, ислам ғалимы Аятулла Хажи Мир Әбдулғәни Бадкубейе тора, ул Мәштәғә ауылында дин әһеле ғаиләһендә тыуа. Ғалим 1912 йылда вафат була, ихтирам йөҙөнән уны Йәмиғ мәсете ихатаһында, иҫке манара эргәһендә ерләйҙәр. Әммә 1937 йылда манара совет власы тарафынан емерелгәс, Мәштәғә ауылы халҡы Бадкубейе табутын Сейидләр зыяратында, «Ағил Әбей» кәшәнәһе эргәһенә күсереп ерләй[2].

Тасуирламаһы һәм архитектураһы үҙгәртергә

Мәштәғә Йәмиғ мәсете ике өлөштән — дөйөм майҙаны 420 м² булған ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн булған өлөштән тора. Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө ике ҡатлы булып, һәр ҡатының майҙаны 16-ға 8 метр. Түбәһе аркалар менән тоташтырылған 20 таш бағанала таянып тора. Һигеҙ тәҙрә ҡуйылған көмбәҙенең диаметры 3,5 метр тәшкил итә.

Мәсеттең төп эске бинаһының күләме 20 метрға 17 метр тәшкил итә. Мәсеттең ике инә торған ишеге һәи ете ҙур тәҙрәһе бар. Мәхрәб ябай формала үтәлгән һәм диуар эсендә урынлашҡан. Ете һикәлтәле мөнбәр (трибуна, кафедра) ағастан эшләнгән. Иҙән мәрмәр менән түшәлгән.

Мәсеттең алғы өлөшөндә асыҡ балкон бар, унда китап биттәрендәге кеүек яҙмалар һырланған. Совет власы йылдарында мәсет ваҡытлыса ябыла һәм төрлө маҡсаттарҙа ҡулланыла, әммә артабан уның эшмәкәрлеге тергеҙелә.

Мәсет бер юлы 460 диндарҙарҙы ҡабул итә ала[3]. 2012 йылда Ҡорбан байрамы ваҡытында байрам намаҙын ҡылыу өсөн мәсеткә килеүселәрҙең һаны 400 кешегә барып етә[4].

Манараһы үҙгәртергә

1936 йылда элекке мәсет манараһы емерелә. Яңы манараның бейеклеге 46 метр тәшкил итә. Ул юнылған таштан эшләнгән һәм таш плита менән ҡапланған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Məscid və minarələr Cümə məscidi (әзерб.)(азерб.)
  2. Ayətullah Hacı Mir Əbdülqəni Badkubeyi (әзерб.). «Həqiqətləri Islam» (13 июнь 2009). Архивировано 6 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 6 сентябрь архивланған.
  3. «Cümə» məscidi 2018 йыл 28 ғинуар архивланған. (әзерб.)
  4. В этом году уже второй раз подряд праздничные намазы в Азербайджане совершаются совместно. Центр религиозных исследований (ЦРИ) определил рейтинг мечетей. 1news.az. Информационное Агентство "The First News" (29 октябрь 2012). Дата обращения: 28 ғинуар 2018.

Һылтанмалар үҙгәртергә