Йәздәнилек
Йәздәнилек (курд. Yezdanîtî; рус. Язданизм) — курдтар араһында йыш осрай торған һәм уларҙың исламға тиклем ышаныуҙарына барып тоташҡан дини ағымдарҙың шартлы һүҙе[1].
Тарихы
үҙгәртергәЙәздәнилек курдтарҙың XVI быуаттарҙа Ислам күскәнгә тиклем төп дине булған тип фараз ителә. Был процеста ул исламдың ҙур йоғонтоһон кисерә, һәм хәҙер уның күпселек тарафдарҙары формаль рәүештә мосолман тип иҫәпләнә, ә ағымдар үҙҙәре шиғыйлыҡҡа индерелә.
Үҙ эсенә әләвилек (рус. Алевиты), әһле әл-хаҡҡ (әли-илаһи) һәм йәзидилекте ала.
Йәздәнилектә конкрет дини әҙәбиәт юҡ. Бының төп сәбәбе — кешеләр, дин тотоусылар, ритуалдарҙы һәм легендаларҙы быуындан-быуынға телдән тапшыра.
Йәзиди хаж ҡылыусылар өсөн төп изге урын, шулай уҡ хаж ҡылыу үҙәге булып Лалиш ғибәҙәтханаһы тора . Был ғибәҙәтханала Йәздәни диндең төп аҡыл эйәләренең береһе тип һаналған Шәйех Ғади бин Мусафир ҡәбере урынлашҡан.
Таралыуы
үҙгәртергәБөгөнгө көндә бөтә донъяла 800 000-гә яҡын йәзид йәшәй тип иҫәпләнә. 650 000 йәзид Ираҡта, 50.000[2] кеше Сүриәлә үҙ биләмәһендә йәшәй. 35 000 — Әрмәнстан территорияһында, ә Грузияла 20 000-гә яҡын курд-езидтар йәшәүе билдәле. Кавказда йәшәгән курдтарҙың күпселеге йәздәнилеккә ышана. Ә Рәсәйҙә 40 000-дән ашыу йәзид йәшәгәнлеге билдәле.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Mukri, Muhammad. L'Esotrérism kurde. — 1966. — С. 92.
- ↑ Andrea Glioti. Yazidis Benefit From Kurdish Gains in Northeast Syria (18 October 2013). 1 апрель 2014 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Izady, Mehrdad R. (1992), The Kurds: A Concise Handbook, Taylor & Francis, ISBN 0-8448-1727-9
- Kjeilen, Tore (2007), «Yazdanism», Encyclopaedia of the Orient, lexicorient.com
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.