Йүрүҙән Ҡырлаһы

Һырт
(Йүрүҙән ҡырлаһы битенән йүнәлтелде)

Йүрүҙән Ҡырлаһы (рус. Юрюзанский Гребень) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Урал тауҙарындағы арҡа.

Йүрүҙән Ҡырлаһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Географияһы

үҙгәртергә

Йүрүҙән Ҡырлаһы Силәбе өлкәһенең Европа өлөшөндә[1], Ҡытау-Ивановск районының төньяҡ биләмәһендә, Ҡатай менән Йүрүҙән йылғалары араһында урынлашҡан. Көньяҡ Урал тимер юлының Ҡытау-Ивановск — Йүрүҙән участкаһы арауығына параллель рәүештә, юл полотноһынан көньяҡҡа табан һуҙыла. Һырттың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Ҡытау-Ивановск ҡала биләмәһе менән сиктәш, төньяҡ-көнсығыш өлөшөнә Ҡытау Оролары (рус. Катавские Шишки) тауҙары килеп тоташҡан[2].

Боронғо ҡатай ырыуы ерҙәрендә урынлашҡан, урыҫ теленә Катав булып инеп киткән, яңынан башҡорт теленә Ҡытау булып әйләнеп ҡайтҡан атамалар тап бына ҡатай ырыуы топонимдары менән бәйле. Был хаҡта филология фәндәре докторы, СССР һәм Рәсәй телсе-ғалимы; лексика һәм субстрат топонимика, шулай уҡ этимология, ономастика, фин-уғыр тел ғилеме, телдәр бәйләнеше белгесе Матвеев Александр Константинович та үҙенең «Географические названия Урала: Топонимический словарь» тигән белешмә китабында яҙған[3]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Тау ҡырлаһының оҙонлоғо 4,5 км, киңлеге 3 км. Биләгән нигеҙенең майҙаны 14 км2. Иң юғары нөктәһе — 644,7 м (БС буйынса) — Йүрүҙән йылғаһының һул яры буйында урынлашҡан. Ҡытау Ороларына тоташҡан яғындағы түбәләренең бейеклеге 573, 612 һәм 636 м.

Һырт өҫкө протерозой тоҡомдарынан: эзбизташтан, балсыҡлы эзбизташтан һәм мергелдән тора. Тупраҡтары: һөлдәле, еңел һәм яңы барлыҡҡа килгән ҡыҙыл балсыҡлы[2].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Һырттың атамаһы Йүрүҙән йылғаһы исеменән һәм башҡорт телендәге ҡырла һүҙенән алынған. Ҡырла — ҡырлы тау һырты[4]

Тау ҡырлаһы — тау һыртының, икенсе төрлө әйткәндә, массивының ҡырҡа беленеп торған өлөшө, урыҫ телендәге гребень төшөнсәһенә тап килә. Ҡырланан таш тәгәрәп төшөүе ихтимал. Ҡар һәм боҙ ҡаплаған һырттарында йыш ҡына ҡар кәрниздәре хасил була[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. А. И. Левит. Южный Урал: география, экология, природопользование. Учебное пособие, 2001
  2. 2,0 2,1 Хребет Юрюзанский Гребень
  3. Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 123.
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 735-се бит
  5. Горный гребень
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 735-се бит
  • А. И. Левит. Южный Урал: география, экология, природопользование. Учебное пособие, 2001
  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 123.