Йыһаншин Илдар Үзбәк улы

Йыһаншин Илдар Үзбәк улы (1 март 1961 йыл) — СССР һәм Рәсәй дизайнеры, фотограф. Рәсәй Фоторәссамдары союзы ағзаһы, Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзаһы. Күп төрлө фотография проекттары авторы. Эштәре шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Свердловск рок-клубы төркөмдәре «Nautilus Pompilius», «Агата Кристи», «Апрель маршы», «Чайф», «Настя» һәм башҡаларҙы биҙәүсе булыраҡ билдәле[1].

Йыһаншин Илдар Үзбәк улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 март 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Екатеринбург, РСФСР, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө фотограф
Уҡыу йорто Урал дәүләт архитектура-художество академияһы
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Илдар Үзбәк улы Йыһаншин 1961 йылдың 1 мартында Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) ҡалаһында тыуған.

1978—1984 йылдарҙа Свердловск архитектура институтында (хәҙер Урал дәүләт архитектура-художество академияһы) уҡый.

1984—1987 йылдарҙа проектлау институтында архитектор булып эшләй.

1987—1989 йылдарҙа «Союзконструкция» предприятиеһында эшләй.

1980-се йылдарҙа Свердловск рок-клубы эшендә әүҙем ҡатнаша, рок-музыканттарҙың күп һанлы фоторәсемдәр авторы, билдәле рок-төркөмдәрҙең музыкаль альбомдарын биҙәүсе (шул иҫәптән «Nautilus Pompilius», «Агата Кристи», «Апрель маршы», «Чайф», «Настя»).

1989 йылдан алып — ирекле эшкә ялланыусы дизайнер һәм фотограф, музыкаль альбомдар биҙәй, сауҙа маркаларын, логотиптар уйлап таба, полиграфия проекттары менән шөғөлләнә.

1991 йылдан — Рәсәй Фоторәсамдар союзы ағзаһы.

1996 йылдан — Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзаһы.

1997 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Свердловск өлкәһе губернаторы премияһына лайыҡ була.[2]

Күп фотография проекттары авторы. Иң билдәлеләре:

«People» — 1983—2000 йылдарҙа төшөрөлгән билдәле һәм билдәһеҙ кешеләрҙең фотолары;

«Мәрйәгә минең мөхәббәтем» (1985—1995) — S. Dali кеүек 12 мыйыҡлы ҡатын-ҡыҙ типтары;

«Education (Бағышлау)» (1987—1990) — бер нисә негативтан сюрреалистик фотоэҙҙәре;

«Реаль булмаған донъя» (1991—1997) — «һаташыуға фоторәсемдәр»;

«Төргәк тормошо» (1997) — файҙаланғандан һуң ташланған төргәк.

Йыһаншиндың персональ күргәҙмәләре Рәсәйҙә, Канадала, АҠШ-та һәм башҡа илдәрҙә үткәрелә. Эштәре шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Музыкаль альбомдар (фото һәм/йәки биҙәү)

үҙгәртергә
Год Альбом Группа / артист Участие И. Зиганшина
1983 Переезд Nautilus Pompilius фотографиялар
1985 Невидимка Nautilus Pompilius фотографиялар
1986 Разлука Nautilus Pompilius дизайн
1986 Вскрытие Кабинет фотографиялар дизайн
1987 Тацу Настя фотографиялар
1989 Ноа Ноа Настя фотографиялар дизайн
1989 Не беда Чайф фотографиялар

дизайн

1990 Давай вернёмся Чайф оформление
1990 Наугад (выпущен в 1994) Nautilus Pompilius фотографиялар
1991 Песни юных женщин Отражение фотографиялар дизайн
1991 Родившийся в эту ночь Nautilus Pompilius фотографиялар

дизайн

1991 Голоса (сборник) Апрель маршы фотографиялар

дизайн

1991 Декаданс Агата Кристи фотографиялар

дизайн

1991 Коварство и любовь Агата Кристи фотографиялар

дизайн

1992 Дым-туман Телевизор фотографиялар

дизайн

1992 Невеста Настя фотографиялар

дизайн

1993 Дети гор Чайф фотографиялар

дизайн

1993 Позорная звезда Агата Кристи дизайн
1993 Старым девам от молодых кавалеров Птица Зу фотографиялар

дизайн

1994 Сержант Бертран Апрельский марш фотографиялар

дизайн

1994 Intermezzo: Digital Generation Александр Козлов дизайн
1995 New Life Was Still Going On Around Max Dmitrieff & «Katherine’s Favorites» фотографиялар

дизайн

1996 Акустика (Лучшие песни) Nautilus Pompilius фотографиялар
1996 Бритва Инсаров фотографиялар

дизайн

1996 Башҡа ҡалалар Инсаров фотографиялар дизайн

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә