Йылан йылы
Йылан йылы - 12 йыллыҡ циклдан торған мөсәлдәге Лыу (аждаһа) йылы менән Йылҡы йылы араһындағы алтынсы йыл [1]
Мөсәл күп Азия илдәрендә, төрки халыҡтарҙың күпселегендә, шул иҫәптән башҡорттарҙа һәм монголдарҙа ҡулланыла. Ун ике йылда бер йылдар ҡабатланып тора. Григориан календары буйынса Йылан йылы 1989, 2001, 2013 йылдарҙа булды. Киләһе Йылан йылы 2025 йылда ҡабатланасаҡ.
Ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә
үҙгәртергәКөнсығыш илдәренән айырмалы, башҡорттар мөсәлде күрәҙәлек итеү өсөн түгел, тик йыллыҡ һауа торошо, уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булараҡ ҡулланған.
Һынамыш
үҙгәртергә- Йылан йылы — баллыҡ [2]
Әҙәбиәттә
үҙгәртергәЙылан йылы
Иҫкә килеп төштө Нух заманы:
Бөтә донъя һыу аҫтында булған.
Нух кәмәһен сысҡан кимереп тишкәс,
Ҡойроҡ тығып ҡотҡарған, ти, йылан...
Тишкеләнеп бөттө ил кәмәһе, —
Кимерә уны һаман төрлө ҡомаҡ.
Ҡеүәтле бер тулҡын килеп бәрһә,
Даръя төптәренә китер һымаҡ.
Аҙым һайын бәлә һағалап тора:
Янғындары сыға, һыуҙар баҫа...
Һәләкәткә тарыған кәмәләрҙе
Иң беренсе ҡомаҡ ташлап ҡаса...
Тишектәрҙе нисек ямарға һуң?
Ә шулай ҙа йәндә өмөт тулы:
Бер етербеҙ бәхет утрауына –
Ҡойроғоңдо тыҡсы, Йылан йылы!
Салауат Әбүзәр
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Китайский зодиак
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
- Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
- Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
- Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
- Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
- Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.