Йыланлы утрауы — Ҡара диңгеҙҙәге утрау, Украина биләмәһенә инә. Одесса өлкәһенең Килий районына тура килә .

Йыланлы (Змеиный)
укр. Острів Зміїний
Insula Serpilor map-ru.png
45°15′18″ с. ш. 30°12′15″ в. д.HGЯO
Акватория Ҡара диңгеҙ
Ил Украина Украина
Регион Одесса өлкәһе
Район Килий район
Йыланлы (утрау) (Украина)
Brown 804000 pog.svg
Йыланлы (Змеиный)
Майҙаны 0,205 км²
Иң бейек нөктәһе 41 м
Commons-logo.svg Йыланлы (Змеиный) Викимилектә

Утрауҙа урынлашҡан тораҡтың рәсми статусы — Белое ҡасабаһы. Ҡасабала почта, музей, банк бүлексәһе бар.

2007 йылда утрауҙа православие храмы төҙөү тәҡдиме ҡарала[1].

Утрауҙың статусын БМО-ның Халыҡ-ара судында бик мөһим әһәмиәткә эйә була. Сөнки унда Украина менән Румыния араһындағы биләмәләр буйынса бәхәс : континенталь шельфты һәм нефть менән тәбиғи газға бай үҙенә бер айырым экономик зонаны делимитациялау ҡарала.

2009 йылдың 3 февралендә ҡабул ителгән ҡарар буйынса Йыланлы утрау тип таныла (ә Румыния ҡая ғына ул тип иҫбат итергә тырыша). Румыния[2][3].

Йөкмәткеһе

ГеографияҮҙгәртергә

 
Утрау картаһы

Йыланлы утрау ярҙан 35 километр көнсығышҡараҡ, Дунай дельтаһы киңлегендә урынлашҡан.

Утрау әүернә формаһында . Майҙаны 20,5 гектар. Сик нөктәләре араһында алыҫлыҡ — 615 һәм 560 метров[4].

Яр буйындағы иң яҡын тораҡ — румын ҡалаһы Сулина. Украина яғынан иң яҡын тораҡ — Вилково ҡалаһы.

Рельефе һәм геологик төҙөлөшөҮҙгәртергә

Утрау ҡаты тау тоҡомдарынан тора. Ҡаялы ярҙары текә. Бейеклеге төнъяҡ-көнсығышында 4—5 м -ҙан һәм көньяҡ—көнбайышта 25 м-ға етә.

Диңгеҙ кимәленән максималь бейеклеге — 41,3 м. Шулай ҙа 4 пляжы бар : «Дамский», «Дергач», «Золотой» һәм «Бандитский». Утрау Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ-көнбайыш шельфында, ярҙан йыраҡ ҡына урынлашҡан берҙән-бер тектоник күтәрелеш урыны булып тора (64 000 км²).

Йыланлы утрауының географик торошо үҙенсәлекле. Кварцит ҡомлоҡтары, кварц конгломераты, төрлө төҫтәге ултырмалар менән аралашып килгән ултырма тоҡомдарҙан тора. Утрауҙа диңгеҙҙән ҡаялар эсенә тәрәнгә инеп киткән ҡыуышлыҡтар, ярыҡтар бар.

Улар барыһы ла эстә барған геологик процестар һөҙөмтәһендә, тәбиғи юлдар менән барлыҡҡа килгәндәр.

КлиматҮҙгәртергә

Уртаса дала климаты хөкөм һөрә. Йыш үҙгәреп торған көн торошо, дымлы һауа, еле күп. Ҡышҡыһын уртаса температура 0 — 2 °С, йәйгеһен 19 — 24 °С араһында. Абсолют температура максимумы +40 °С, абсолют минимумы − 30 °С. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм суммаһы 300 мм тирәһе.

ФлораҮҙгәртергә

Тупраҡ ҡатламы ҙур түгел. Күберәк дала үҫемлектәре үҫә. Утрауҙа ағас үҫемлектәр бөтөнләй юҡ. Утрауҙа ағас ултыртыу буйынса уҡталыуҙар булып тора.

ФаунаҮҙгәртергә

Күсер ҡоштар утрауҙы миҙгелгә бәйле миграциялар мәлендә ял өсөн файҙаланалар. Яҙғы дәүерҙә Йыланлылыла 234 төр ҡош осрай.

Дунайҙың ағымы менән (утрау дельта ҡаршыһында) утрауға туҙбаш йыландар килеп сыға . Шуға ла, утрау Йыланлы тип атала.

Утрау эргәһендәге һыуҙарҙа 49 төр балыҡ һәм 6 төр краб осрай. Уларҙан 3 төр балыҡ һәм 4 төр краб Украинаның Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Тәбиғәтте һаҡлауҮҙгәртергә

Украина Президентының " Дәүләт әһәмиәтендәге тәбиғи- ҡурсау объекттары һәм биләмәләре тураһында " тигән указы менән (менән (09.12.1998 йыл, № 1341/98) заказник төҙөлгән.

«Йыланлы утрауы» тигән исем менән аталған был заказник утрауҙың экологик яҡтан бик киммәт булған өлөшөн үҙ эсенә ала. Был Ҡара диңгеҙ акваторияһынан 500 м эскә инеп торған яр буйы ерҙәре. Дөйөм майҙаны 232 га.

ТарихыҮҙгәртергә

Боронғо грек риүәйәте буйынса алиһә Фетида үҙенең улы Ахилл өсөн утрауҙы диңгеҙ төбөнөнән ҡалҡытып сығара.

Йыланлы тураһында беренсе мәғлүмәттәр беҙҙең эраға тиклем VII быуат аҙағындағы сығанаҡтарҙа Левке (Аҡ) исеме менән осрай. Утрау тураһында мәғлүмәттәрҙе Овидий, Страбон һәм Геродот яҙмаларында табып була.

Йыланлыла Ахилл ҡорамы төҙөлөп, аҙаҡ емертелә. Ҡорам емеректәре (30 метр тирәһе яҡтары менән квадрат формалағы ҡоролма) 1823 йылда картограф М. Крицкий тарафынан табыла һәм һүрәтләнә. Ул утрауҙың тәүге картаһын төҙөй.

1843 йылда ҡорам ҡалдыҡтарының күп өлөшө утрауҙағы маяк өсөн төҙөлөш материалы итеп файҙаланыла. Ахиллдың утрауҙағы ғибәҙәтханаһына Ҡара диңгеҙҙең төнъяҡ-көнбайыш өлөшөнә китеп барыусы бөтә боронғо грек диңгеҙселәре һуғылып үтә .[5]. Урта быуаттарҙа утрау Төркиә биләмәһе булып тора.

Утрау тураһында И. В. Гёте "Фаус"ында телгә ала(Фауст Елена тураһында):

Ул беҙгә фәһем түгел.
Моғайын, мәғлүмдер һиңә, Ахилл бит Ферала,
Уның менән йәшәй алған,һор биктәрҙе үтеп,
ваҡыттарҙы ташлап, яҙмышҡа үс итеп!

1788 йылдың 14 июлендә(3) (ул саҡта Фидониси тип аталған) утрау эргәһендәге диңгеҙҙә алыш булып, рәсәй флоты еңеүгә өлгәшә.

Рәсәй империяһының 1828—1829 йылдарҙағы Урыҫ — төрөк һуғыштарында еңеүҙәренән һуң Йыланлы утрауы Рәсәй биләмәһенә күсә.

1840—1842 йылдарҙа рассәм Карло Боссоли (Carlo Bossoli) бөтә Ҡырым ярым үтрауын үтеп сығып, бик күп һүрәтләмәләр эшләй. Аҙаҡ уларҙы 1856 йылда Лондонда төҫлө альбом итеп сығара («The Beautiful Scenery and Chief Places of Interest throughout the Crimea») Лондонда 1856 йылда. Шулар эсендә «Йыланлы утрауы» тигән картинаһы ла бар(«The Island of Serpents»).

Ҡырым һуғышында Рәсәй еңелгәндән һуң , Йыланлы Румыния биләмәһе булып китә. Унда румын армияһының дисциплинар батальоны урынлаша.

Икенсе донъя һуғышы мәлендә, 1944 йылдың апрелендә Йыланлыға Ҡара диңгеҙ флотының десанты төшөрөлә. Румын гарнизоны һуғышһыҙ бирелә.

Николай Шутов (СССР яғынан) һәм Эдуард Мезинческу (Румыниянан) тарафынан ҡул ҡуйылған дипломатик килешеүҙәр буйынса 1948 йылдың 23 майынан йыланлы утрауы СССР составына күсә.

1956 йылда утрауҙа ПВО — ың радиолокацион ротаһы, шулай уҡ, Яр буйы күҙәтеү радиотехник взводы (ВМФ СССР) урынлаша.

1980-е|1980 йылдарҙа Йыланлы эргәһендәге шельфта байтаҡ нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары табыла. Был хәл Румыния яғынан Украина адресына һыу биләмәләрендә яңынан сик билдәләү талабы ҡуҙғатыуға сәбәп була .

2002 йылда Украинаның Министрҙар Кабинеты Йыланлы утрауында 2006 йылға тиклем хужалыҡ эштәре алып барыуҙың программаһын ҡабул итте. Был программа эстәрендә утрау Одесса өлкәһенең Килий районына бирелә .

Шулай уҡ, утрау хәрби хәлдән сығарыла (радиотехник подразделение сығарыла һәм радар һүтеп алына.)

Утрауҙа караптар өсөн 8 м ултырыш менән причал төҙөлә , тулҡынйырғыс ҡуйыла, бер нисә хужалыҡ ҡоролмалары төҙөлә, ағастар ултыртыла.

Ауырлығы ҙур булмаған флот өсөн причал төҙөлә. Алдағы маҡсат — туризм һәм дайвинг буйынса үҙәк төҙөү , Килия менән даими паром бәйләнеше булдырыу.

Йыланлыла почта, банкының «РайффайзенБанкАваль» банкының филиалы, мобиль бәйләнеш ретрансляторы төҙөлгән .

2003 йылда утрауҙа « Йыланлы утрау», фәнни-тикшеренеү станцияһы булдырылған. Унда даими рәүештә И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университеты ғалимдары эшләй.

2007 йылдың башында утрауҙа халыҡ йәшәгән урын рәсми влвасть тарафынан ҡасаба статусы ала (ҡасабаБелое), укр. Біле) Килия районы составына индерелә[6].

Был аҙым Румыния яғынан ныҡ ҡына ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы[7].

Украина менән Румыния араһында шельфты бүлешеүҮҙгәртергә

 
Добруджа һәм XX быуатта Йыланлы утрауы. Политическая география

2004 йылдың 16 сентябрендә Румыния БМО-ың Халыҡ-ара судына меморандум тапшыра. Континенталь шельфты бүлешеү һорауы менән мөрәжәғәт итә.

2009 йылдың 3 февралендә Гаагала Халыҡ-ара суд бер тауыштан ике ил араһындағы сикте диңгеҙ аша билдәләргә тигән ҡарар сығара.

Суд Киев теләге буйынса Йыланлыны утрау тип таный. Икенсе яҡтан суд Украина яғына утрау булыуы диңгеҙ аша үткән сиккә тәьҫир итә алмай тип белдерә.

Румын яғы биләмәләр буйынса мәнфәғәтебеҙ «80 %-ҡа ҡәнәғәтләндерелде» тип белдерә. Һөҙөмтәлә Йыланлы ҡасаба статусы менән Украина яғында ҡала. Суд үҙе диңгеҙ эсенән сикте билдәләп бирә. Был ҡарар менән Киев тә, Бухарест та ҡәнәғәт ҡала[8][9].

Шельфтың дөйөм 12 мең квадрат километр майҙанынан Румыния 9,7 мең квадрат километр ерен ала (биләмәнең 79,34%-ы) [10].

ГалереяҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Обсуждается вопрос строительства храма на острове Змеином в Чёрном море. Пресс-служба УПЦ (23 мая 2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 август 2011.
  2. «Суд ООН решил спор вокруг острова Змеиный» — BBC
  3. Решение Международного суда ООН по делу Румыния против Украины
  4. Кто проиграл в борьбе за Змеиный? // Комсомольская Правда
  5. Глава V. Культы понтийских богов в Причерноморье. С. Ю. Сапрыкин. Религия и культы Понта эллинистического и римского времени. Книги по истории онлайн. Электронная библиотека
  6. Украина превратила скалу в Чёрном море в населённый пункт. Лента.Ру (8 февраля 2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 август 2011.
  7. Румыния просит Украину искусственно не заселять остров Змеиный. Лента.Ру (12 февраля 2007). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 август 2011.
  8. Украина отсудила остров, где похоронен Ахиллес (рус.)
  9. Змеиный — больше не часть береговой линии Украины
  10. Гаагская капитуляция

Топографик карталарҮҙгәртергә

  • Лист карты L-36-97 остров Змеиный. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1979 год. Издание 1983 г.
  • Карта|L-36-В

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Категория: Заказники Одесской области Категория: Острова Чёрного моря Категория: Общезоологические заказники Категория: Острова Одесской области