Йосопов Рафас Миңлеғәли улы
Йосопов Рафас Миңлеғәли улы (18 октябрь 1939 йыл — 4 сентябрь 2012 йыл) — инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1957—1999 йылдарҙа Мәсетле районы «Әй» совхозының, артабан республика Ауыл хужалығы министрлығының яуаплы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989).
Йосопов Рафас Миңлеғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 октябрь 1939[1] |
Тыуған урыны | Оло Аҡа, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 сентябрь 2012 (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | инженер |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәРафас Миңлеғәли улы Йосопов 1939 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуған.
1957 йылда Оло Аҡа урта мәктәбен тамамлаған. Мәктәптән һуң «Әй» совхозының 5-се бүлексәһендә ябай эшсе булып эшләй.
1960 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрофикациялау институтына уҡырға инә һәм 1965 йылда уңышлы тамамлай.
Шул уҡ йылды «Әй» совхозының үҙәк ремонт оҫтаханаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр, артабан «Әй» совхозының баш инженеры итеп үрләтелә.
1976—1999 йылдарҙа республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матди-техник тәьминат бүлегендә инженер булып эшләй.
2012 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989)
Сығанаҡтар
үҙгәртергәМечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мечетлинский район Республики Башкортостан (урыҫ) // Уфа — 2010. — С. 284. — ISBN 978-5-9613-0148-9