Йозеф Мургаш
Йозеф Мургаш (слов.Jozef Murgaš; ингл. Joseph Murgas; 1864 йылдың 17 феврале, Тайов, Австрия империяһы (хәҙер Словакияның Банскобистрицкий крайы) — 1929 йылдың 11 майы, Америка Ҡушма Штаттары, Пенсильвания, Уилкс-Барре) — словак уйлап табыусыһы, архитекторы, рәссамы, коллекционеры. Рим-католик руханийы.
Иң беренсе булып сымһыҙ телеграф файҙалана, киләсәктәге мобиль бәйләнешкә һәм мәғлүмәтте, кеше тауышын сым ҡулланмайса биреү асышына ҙур өлөш индерә. Радиотелеграфлауҙа йышлыҡ модуляцияһын тәүгеләрҙән булып ҡулланыусы.
Биографияһы
үҙгәртергә1880—1882 йылдарҙа Пресбургта (хәҙерге Братислава), Эстергомда (1882—1884) һәм 1888 йылға саҡлы Банска-Бистрицала теология өйрәнә. Йәш сағынан һүрәт төшөрөргә, тәбиғи фәндәргә һәм техникаға һәләтле була.
1888 йылда руханилыҡ дәрәжәһенә лайыҡ булғас, викарий булып хеҙмәт итә. Уның һәләтенә иғтибар иткән рәссам Д. Скутецкий инициативаһы буйынса, Мургашты Будапешттағы живопись мәктәбенә ҡабул итәләр һәм ул унда 1889 йылдан 1890 йылға саҡлы белем ала. Артабан уҡыуын Мюнхенда (1890—1893) дауам итә. Словакияның күренекле кешеләренең портреттарын, сакраль фигуралар һәм пейзаждар төшөрә. Үҙе рухани булып хеҙмәт иткән костëлдарҙа алтарь полотноларын яҙа.
Епископат менән даими низағтар арҡаһында 1896 йылда Мургаш АҠШ-ҡа күсеп китә, унда Пенсильвания штатының Уилкс-Барре ҡалаһының словак мәхәлләһенә тәғәйенләнә. Живопись менән шөғөлләнергә мөмкинлеге булмағанлыҡтан, яңынан тәбиғи фәндәргә, башлыса, электротехникаға ылыға.
Уилкс-Баррела лабораторияға нигеҙ һала һәм унда радиотелеграфия өлкәһендә тәжрибәләр үткәрә. 1904 йылда сымһыҙ телеграф өсөн ҡорамалдарға үҙенең тәүге ике америка патентын ала.
Артабан 1907—1916 йй. тағы ла 15 патентҡа эйә була. Тәүге ике патент алғас, ул Universal Aether Telegraph Co ойошторған һәм 1905 йылдың сентябрендә Мургаш аппаратында мәғлүмәтте алыу-тапшырыу буйынса халыҡ алдында һынауҙар уҙғарыла. Тест уңышлы үткә, әммә өс айҙан һуң антенна мачталарын өйөрмә ҡыйратҡас, уның компанияһы ябыла.
Рухани булараҡ, словак иммигранттары өсөн Уилкс-Баррела әле һаман да ҡулланышта булған яңы костёл, китапхана, зыярат, бер нисә мәктәп, спорт залы һәм майҙансыҡ төҙөү буйынса хәстәрлек күрә.
Бер нисә фәнни-популяр мәҡәләһен һәм шиғырҙарын үҙе сығарған гәзиттә баҫтыра.
Словак эмиграцияһының милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, матбуғат өсөн мәҡәләләр яҙа, Америкалағы Словак лигаһына нигеҙ һала, Чехословакия бойондороҡһоҙ дәүләтен булдырыуҙы әүҙем яҡлай, Чехословакия төҙөү өсөн Америка словактары булдырған фондҡа аҡса йыйыуҙы ойоштора, чехтар һәм словактарҙың берләштерелгән Чехосовакия дәүләте төҙөү тураһындағы Питтсбург килешеүенә (1918) ҡул ҡуя.
Буш ваҡыты булғанда физика менән шөғөлләнеүен дауам итә, күп тәжрибәләр үткәрә. Шуның өсөн уны Радиорухани (Радиосвященник) тип йөрөткәндәр. Тикшеренеү эштәренә финанс етмәү сәбәпле, картиналарын һатып аҡса эшләй. Шулай уҡ үҫемлектәр, минералдар һәм бөжәктәр коллекцияһы йыйыу менән мауыға. Уның күбәләктәр коллекцияһында донъялағы 9000 төр туплана.
Беренсе донъя һуғышы башланыу һәм АҠШ-та хосуси радиотелеграф станцияларын тыйыу Мургаштың был өлкәләге эшен тамам туҡтата.
Чехословакия барлыҡҡа килгәс, ул 1920 йылда тыуған иленә ҡайта. Гимназияла электротехника фәнен уҡыта, ләкин Прагалағы Мәғариф министрлығы яғынан үҙенең тикшеренеү эштәрен хуплау һәм аңлау тапмағас, дүрт айҙан АҠШ-ҡа кире ҡайта.
1925 йылда Ҡушма Штаттарҙа радио буйынса Федераль комиссия ағзаһы була.
Дүрт йыл үткәс, Уилкс-Баррела вафат була.
1904—1916 йылдарҙағы ҡайһы бер патенттары
үҙгәртергә- U.S. Patent 759 825 «Wireless-telegraph apparatus» (1904)
- U.S. Patent 860 051 «Constructing Antennas for Wireless Telegraphy» (1907).
- U.S. Patent 848 675 «Wave meter» (1907)
- U.S. Patent 848 676 «Electrical transformer» (1907)
- U.S. Patent 860 051 «Underground wireless telegraphy»
- U.S. Patent 876 383 «Apparatus for making electromagnetic waves» (1908)
- U.S. Patent 915 993 «Wireless telegraphy»(1909)
- U.S. Patent 917 103 «Making of sparkles frequency from power supply without interrupter»(1909)
- U.S. Patent 917 104 «Magnetic waves detector»(1909)
- U.S. Patent 930 780 «Magnetic detector» (1909)
- U.S. Patent 1 001 975 «Apparatus for making electrical oscillations» (1911)
- U.S. Patent 1 034 739 «Spinning reel for fishing rod» (1912)
- U.S. Patent 1 196 969 «The way and apparatus for making electrical alternating current oscillations» (1916)
Хәтер
үҙгәртергә- Братиславала (Словакия), Уилкс-Баррела (АҠШ) Йозеф Мургашҡа һәйкәлдәр ҡуйылған,
- Словакияла Подбрезовала (Брезно районы) урам һәм Банска Быстрицала электротехника мәктәбе уның исемен йөрөтә.
- 1944 йылда АҠШ-та транспорт пароходы «Джозеф Мургаш» тип атала.
- 1939 йылдың сентябрендә Йозеф Мургаштың вафатына 10 йыл тулыу айҡанлы беренсе коммеморатив марка баҫылып сыға.
- Икенсе почта маркаһын 1994 йылда Йозеф Мургаштың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы Словакия Республикаһының Транспорт, бәйләнеш һәм йәмәғәт эштәре министрлығы сығара.
- Словакияла телекоммуникациялар уңайлылыҡтары үҫешенә, телекоммуникациялар һәм телекоммуникация тармағы үҫешенә ярҙам иткән оригиналь теоретик өлөш индергән тикшеренеүселәрҙе дәртләндереү өсөн Йозеф Мургаш исемендәге йыл һайын тапшырылған премия булдырыла.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Jozef Murgaš 2021 йыл 15 апрель архивланған. (инг.)(инг.)