И. А. Докукин һәйкәле

2010

Һәйкәл
И. А. Докукин һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Ростов өлкәһе,
Зверево ҡалаһы
Төҙөлөшө 20092010 йылдар

И. А. Докукин һәйкәле  — Ростов өлкәһенең Зверево ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы Иван Докукин һәйкәле.

Һәйкәл постаментҡа ҡуйылған «Як-52» спорт самолеты макеты буйынса эшләнгән хәрби самолеттан ғибәрәт.[1] Һәйкәл Шахты авиаремонт заводында эшләнгән[2]. Һәйкәл төҙөү буйынса монтаж эштәре 2010 йылдың апрелендә, Бөйөк Еңеүҙең 65-йыллығын байрам итер алдынан тамамлана.

Һәйкәл төҙөү Зверево ҡалаһы мэры А. Н. Чумаков идеяһы.[3] Мемориаль ансамбль төҙөү буйынса эштәр (Зверево рәссамы Зубкова Елена эскиздары буйынса[4]), лётчик ҡәберлеге урынында 2009 йылда башлана. Мемориаль ошо урында ерләнгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә бағышлана. Ул асфальт менән ҡапланған тротуар юлдан ғибәрәт. Уның территорияһына инеү урыны гранит плиталы ҡапҡа рәүешендә эшләнгән, гранит плитала бында ерләнгән һуғыш геройҙары исемдәре уйып яҙылған.

Һәйкәл Совет урамында урынлашҡан.[5] Уны асыу тантанаһы 2010 йылдың 6 майында үтте.

Тарихи ерлеге

үҙгәртергә

И. А. Докукин 1941 йылдың июнендә, лётчиктарҙың Серпухов хәрби авиация мәктәбен тамамлағандан һуң, шунда уҡ Ҡыҙыл армияға хеҙмәт итергә китә. Ил-2 самолетында хәрби осоштар яһағанда , Докукин хәрби дуҫтары менән уңышлы атакалар яһай һәм дошмандарҙың пехота батальондарын, танк һәм артиллерия орудиеләрен, ут нөктәләрен, ғәскәри транспортын, Вермахт ғәскәрҙәре блиндажын, Люфтваффе биләгән аэродромдарҙы һәм самолеттарҙы юҡ итә. Үҙенең часендә Докукин исемендә иң күп һанлы хәрби осош иҫәпләнә. Йыш ҡына насар тәбиғәт шарттарында, насар күренеү булғанда, дошман һауанан бөтөнләй һөжүм көтмәгәндә ул ҡатмарлы хәрби заданиеларҙы уңышлы үтәп сыға. 1943 йылдың 8 февралендәге СССР Юғары Советы Президиумы ҡарары менән, фронтта командованиеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне, һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм геройлығы өсөн, И. А. Докукинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла. 1943 йылдың йәйендә, Миус йылғаһы өҫтөндә барған һауа һуғышында Докукин һәләк була. Һәйкәл лётчик ерләнгән туғандар ҡәбере өҫтөндә ҡуйылған[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Памятник лётчику И. 2017 йыл 16 март архивланған.
  2. Донской туризм. 2017 йыл 22 март архивланған.
  3. Действующий мэр Зверево на выборы не пойдет 2013 йыл 29 август архивланған.
  4. В память о героях 2017 йыл 16 март архивланған.
  5. Памятник лётчику И.
  6. Докунин Иван Архипович. Герои страны. Дата обращения: 25 март 2017.(урыҫ.). Герои страны. 25 март 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә