Иҫәп-хисап буйынса никах
Иҫәп-хисап буйынса никах (ингл. Marriage of convenience, рус. Брак по расчёту) — мөхәббәт һәм йөкләмәләр менән бәйле булмаған сәбәптәр буйынса төҙөлгән никах.
Бының урынына бындай никах кемдеңдер шәхси файҙаһы өсөн төҙөлә[1], мәҫәлән, сәйәсәт[2], ата-әсәләрҙең (ғаилә капиталын берләштереү), үҙ гомосексуаллеген йәшереү йәки ниндәй ҙә булһа башҡа стратегик маҡсат, мәҫәлән, «сәйәси никах». Ҡайһы бер осраҡтарҙа никахта тороусылар ирле-ҡатынлы булып бергә йәшәргә йыйынмайҙар, һәм, ғәҙәттә, уларҙың береһе дәүләттә йәки илдә йәшәү хоҡуғын алһын өсөн генә өйләнешәләр, был «табышлы никах» тигәнде аңлата.
Күп мәҙәниәттәрҙә ата-әсәләр, ғәҙәттә, өлкән балалары менән никахлашыу тураһында ҡарар ҡабул итә; был «килешеү никах» тип атала. Мутлашыу маҡсатында төҙөлгән фиктив (ялған) никах та, көс ҡулланыу (мәжбүри) менән бәйле булмаһа законға ҡаршы түгел.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гавалевич, Мариан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Шарлотта Савойская // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)