Иҫке Әзмей ауыл Советы (Баҡалы районы)

Рәсәй, Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл биләмәһе, 2008 йылда бөтөрөлә

Иҫке Әзмей ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы составындағы ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы) һәм административ-территориаль берәмек, 2008 йылда бөтөрөлә. Почта индексы — 452665. ОКАТО коды — 80207848000. Дияш ауыл Советы менән берләштерелә. 1987 йылда ойошторолған[1].

Иҫке Әзмей ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Иҫке Әзмей
Административ-территориаль берәмек Баҡалы районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ауыл советы составы үҙгәртергә

Иҫке Әзмей ауылы — административ үҙәк, НиколаевкаҒәлиулла, Наратсоҡор ауылдары.[2]

Тарихы үҙгәртергә

1987 йылда, Баҡалы районы Ҡаҙансы ауыл Советынан бүлеп алып, ойошторола (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1987 йылдың 11 декабрендәге 6-2/478-се һанлы «Баҡалы районында Иҫке Әзмей ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» Указы).

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

1. Баҡалы районында Иҫке Әзмей ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәген Иҫке Әзмей ауылында урынлаштырырға.

2. Иҫке Әзмей ауыл Советы составына түбәндәге тораҡ пункттарын индерергә: Ғәлиулла ҡасабаһын, Наратсоҡор, Николаевка һәм Иҫке Әзмәй ауылдарын, был ауылдарҙы Баҡалы районы Ҡаҙансы ауыл Советы составынан сығарырға.

3. Иҫке Әзмей ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

2008 йылдав Дияш ауыл Советы составына инә, Ҡаҙансы ауыл Советы ла ҡайтанан Иҫке Кәстәй ауыл Советы составына индерелә.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1 6). Баҡалы районы буйынса б) түбәндәге юлдар бар[3]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
«Дияш» атамаһын һаҡлап, Дияш һәм Иҫке Әзмей ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Дияш ауылында урынлаштырырға.

Иҫке Әзмей ауыл Советы составындағы Николаевка, Иҫке Әзмей, Ғәлиулла, Наратсоҡор ауылдарҙы Дияш ауыл Советы составына индерергә.
Дияш ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫке Әзмей ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға

2008 йылға Иҫке Әзмей ауыл Советы Татарстан Республикаһы, Түбәндәге муниципаль берәмектәр менән сиктәш була: Дияш ауыл Советы, Бозор ауыл Советы, Яңы Урсай ауыл Советы, Ҡаҙансы ауыл Советы, Иҫке Кәстәй ауыл Советы, («Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы (ред. 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»)[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә