Иҫке Ҡаражерек
Иҫке Ҡаражерек — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Иҫке Ҡаражерек ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Иҫке Ҡаражерек татар. Иске Каразирек | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
497 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423965 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
География
үҙгәртергәАуыл Бәйрәкә йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәИҫке Ҡаражерек — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Ҡырғыҙ улусы Заһит түбәһенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Чекан улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет теркәлгән; шаршамбы һайын баҙар, йәрминкә үткәрелгән[1].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 169 йән башҡорт; 1834 йылда — 256 башҡорт; 1859 йылда — 559 башҡорт йәшәй[3].
1859 | 1889 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
559 | 1664 | 1275 | 1369 | 1096 | 1020 | 797 | 610 | 749 | 533 | 413 | 509 | 497 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ, йәшелсәлек үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 126. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 581-582. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.