Иҫке Шөгөр — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Лениногорск районы ауылы. Иҫке Шөгөр ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Иҫке Шөгөр
татар. Иске Шөгер
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Лениногорск

Ауыл биләмәһе

Иҫке Шөгер

Координаталар

54°31′ с. ш. 52°06′ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII быуат

Элекке исеме

Иштерәк

Халҡы

913[1] кеше (2008)

Милли состав

татарҙар[1]

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 +7

Почта индексы

423282 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 236 870 001

Код ОКТМО

92 636 470 101

Номер в ГКГН

0189521

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Шөгөр (Рәсәй)
Иҫке Шөгөр
Иҫке Шөгөр
Иҫке Шөгөр (Татарстан)
Иҫке Шөгөр

География

үҙгәртергә

Ауыл Урман-Шишмә йылғаһы буйында, Лениногорск ҡалаһынан көнбайыштараҡ 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Иҫке Шөгөр — юрмый ырыуы башҡорттарының һәм типтәрҙәрҙең ауылы[2]. 1730 йылдарҙа нигеҙләнгән[1]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Спиридоновка улусы составына керә.

1859 йылда ауылда 19 йорт һәм 1 мәсет теркәлгән. 1870 йылдарҙа Америка сәнәғәтсеһе Л. Шандор ауылда бында механик оҫтаханалара төҙөй, нефть сығарыу өсөн 2 скважина ҡаҙа, 1881 йылда гудрон (битум) заводын төҙөй. 1910 йылда ауылда 3 мәсет, 3 мәктәп, 3 һыу тирмәне теркәлгән. 1943 йылда ауыл эргәһендәге 1-се һанлы скважинала Татарстандағы тәүге сәнәғәт нефте сығарыла[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Шөгер районы, 1959 йылдан — Лениногорск районы составында була[1].

1943 йылда ауыл эргәһендәге 1-се скважинала Татарстандағы тәүге сәнәғәт нефте сығарыла[1].

1734 йылда ауылда ир енесле 12 йән башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1747178518591889189719101920192619381949195819701979198920022008
531401341660187521502548208022731259131512921036841913913

Инраструктура

үҙгәртергә

Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет (XIX б. аҙағы — XX б. башы архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Мурзин И. Х. — Советтар Союзы Геройы.
  • Сәҙриев С. С. — Советтар Союзы Геройы.
  • Халиҡов И. Р. — Советтар Союзы Геройы.
  • Шәрифуллин З. Г. — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Шәрәфетдинов Ф. М. — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
  • Таһиров И. Р. — Татарстан Республикаһының Фәндәр Академияһы академигы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 578. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә