Иҫке Татыш ауыл Советы (Илеш районы)

Иҫке Татыш ауыл СоветыИлеш районы составында 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452275. ОКАТО коды — 80230866000. Ябалаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. 1991 йылда барлыҡҡа килә[1].

Иҫке Татыш ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Илеш районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Ауыл Советы составы

үҙгәртергә

Иҫке Татыш ауылы — административ үҙәге

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1989 йылдың 25 июлендәге "Илеш районында Тыпый ауыл Советын ойоштороу тураһында" 6-2/268 һанлы указы белдерә:

1. Илеш районы Иҫке Татыш ауылында административ үҙәге менән Иҫке Татыш ауыл Советын ойошторорға.

2. Ябалаҡ ауыл Советының составынан Иҫке Татыш ауылын сығарып, Иҫке Татыш ауыл Советы составына индерергә.

3. Иҫке Татыш ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.

Был хәрәкәт 2008 йылда кире бара.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы, ст.1 п. 24)белдерә[2]:

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
в) Ябалаҡ ауылында административ үҙәге менән, «Ябалаҡ» атамаһын һаҡлап, Ябалаҡ һәм Иҫке Татыш ауыл Советтарын берләштерергә.

Иҫке Татыш ауыл Советының Иҫке Татыш ауылын Ябалаҡ ауыл Советы составына индерергә.
Ябалаҡ ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Иҫке Татыш ауыл Советын алып ташларға.

Географик урыны

үҙгәртергә

2008 йылға Татарстан Республикаһы, Краснокама районы, Ябалаҡ ауыл Советы, Яңы Айыу ауыл Советы муниципаль берәмектәр менән сиктәш  («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы»)[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә