Иҫке Сауҡалыҡ
Иҫке Сауҡалыҡ — (рус. Старый Сокулак) Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районындағы ауыл, Иҫке Сауҡалыҡ ауыл Советының административ үҙәге.
Иҫке Сауҡалыҡ | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Старосокулакский сельсовет[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Һарыҡташ районы[1] |
Халыҡ һаны | 294 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462133 |
Этимологияһы
үҙгәртергәАуылдың атамаһы буйынса Ырымбур топонимдар белгесе, яҡты өйрәнеүсе Б.А. Моисеев үҙенең "Топонимические очерки Оренбуржья" китабында бер нисә фараз килтерә[3]. Башта исемен Һуҡалаҡ (башҡортса «һалҡын, шишмә һыуы») һүҙенән тип килтерелә. Икенсе фаразға ярашлы урындағы халыҡтың фекере буйынса ауылдың исеме "сауҡалыҡ" һүҙенән (ҡайын урманы) барлыҡҡа килгән. Телсе, яҡты өйрәнеүсе Моисеев та был фараз менән килешә, сөнки был атама урындағы тәбиғәттең үҙенсәлеген асыҡ сағылдыра: элек бында төрлө урындарҙа ҡайын сауҡалыҡтары күп булған, унда әле лә ҡайындар үҫә.
Географияһы
үҙгәртергәИҫке Сауҡалыҡ ауылы район үҙәге Һарыҡташ ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай туранан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға 1795 йылда ауылға нигеҙ һалына. Оло Ыҡ йылғаһының ҡушылдығы Бурынса йылғаһы буйында Тамбов һәм Пенза губернаһы крәҫтиән-күскенселәре нигеҙ һала. Бер аҙ ваҡыттан һуң, тап 1866 йылда Сауҡалыҡтың күп халҡы Бурынса йылғаһының түбән ағымындағы буш ятҡан башҡорт ерҙәрендә яңы ауыл төҙөгәндәр, уға Яңы Сауҡалыҡ тигән исем биргәндәр, ә баштағы ауыл ошо ваҡыттан алып Иҫке Сауҡалыҡ тип атала башлаған. 1880 йылдар уртаһында ауылда сиркәү төҙөйҙәр. 1900 йылда ауылда 121 ихата булған, унда 701 кеше йәшәгән. Совет заманында «Ҡыҙыл һабансы» һәм «Совет власы» колхоздары эшләгән[4].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда халыҡ һаны 354 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 91 %)[5], 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса 294 кеше йәшәгән[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Б. А. Моисеев. Топонимические очерки Оренбуржья. Стр 292-293. Изд-во "Оренбургская книга", 2016.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Топонимические очерки Оренбуржья
- ↑ Историческая справка . Администрация муниципального образования Старосокулакский сельсовет Саракташского района Оренбургской области. Официальный сайт.
- ↑ Коряков Ю.Б. База данных "Этно-языковой состав населённых пунктов России".
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.