Иҫке Ладога каналы

Ладога, һуңыраҡ Петр йәки Иҫке Ладога каналыXVIII быуат башында төҙөлгән Ладога күле яры буйлап Волхов һәм Нева йылғаларын тоташтырыусы 117-километрлы һыу транспорты юлы. Аҙаҡҡы шлюздары Шлиссельбург һәм Яңы Ладогала урынлашҡан. XVIII быуат башында канал Европала иң ҙур гидротехник ҡоролмабулып иҫәпләнгән. Яңы Ладога каналын һалғандан һуң, күп участкалары ҡорой йәки кибә.

Иҫке Ладога каналы
Нигеҙләү датаһы 1728
Рәсем
Һыу башы Волхов
Ҡайҙа ҡоя Нева
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ленинград өлкәһе
Входит в состав списка памятников культурного наследия список памятников культурного наследия Ленинградской области[d]
Мираҫ статусы выявленный объект культурного наследия России[d][2]
Указания, как добраться Староладожский канал
Карта
 Иҫке Ладога каналы Викимилектә

Төҙөлөшө

үҙгәртергә

Ладога каналын төҙөү 1719 йылда Пётр I осоронда башлана[3]. Шул ваҡытта батша Петрҙың Европа менән Балтика буйлап сауҙа итеү теләге юлдарҙы, бигерәк тә һыу юлдарын киңәйтеүҙе талап итә. Волганы Балтик диңгеҙе менән тоташтырыусы Вышневолоцкий һыу системаһы участкаларының береһе Ладога күле аша үтә. Был участка иң ауыр һәм ҡурҡыныс була: күлдәге йыш шторм елдәре йөк менән йөҙләгән караптарҙың һәләкәте сәбәбе булып тора.

Ошоноң менән бәйле Пётр башланғысы менән Волхов һәм Неваны тоташтырыусы ураю юлдың төҙөлөшө башлана. Проект буйынса каналдың оҙонлоғо 111 километр була, Яңы Ладога ҡалаһынан башлана һәм Шлиссельбургта тамамлана, унда Нева Ладога күленән башланғыс ала. Канал шлюзһыҙ төҙөлә, һыуҙың киңлеге 21,3 м һәм тәрәнлеге 2,1 м була.

 
Ладога каналын ҡаҙыу

Башланғыс этапта подрядсылар компанияһының һәм етәксеһе Скорняков-Писаревтың эшкә иғтибарһыҙ ҡарауы арҡаһында төҙөлөш эштәре ныҡ һуҙыла. 1723 йылдың көҙөндә Пётр шәхсән төҙөлөштө тикшерә, бынан һуң каналды төҙөүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Шул уҡ 1725 йылдың йәйендә төҙөлөшкә ялланып эшләгән эшселәр (7 мең кеше), регуляр армия һалдаттары (18 мең кеше) йәлеп ителә.

1726 йылда Волхов һәм Черное ауылы араһында яҡынса 29 км участка тамамлана, был участкала караптар йөрөй башлай. Был эште күпкә тиҙләт, сөнки төҙөлөш материалдары һыу буйлап урынға еткерелә.

1730 йылдың 22 октябрендә генерал Миних етәкселегендә канал төҙөлөшө тамамлана, һәм 1731 йылдың 19 (30) мартында каналды асыу тураһында иғлан ителә.[4] . Ләкин төҙөлөш ваҡытында күп кенә урындағы гидрология үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмаған була. Шуға күрә киләһе 1732 йылдың сентябрендә каналдың ситтәренә — Шлиссельбург һәм Яңы Ладогала шлюздар төҙөргә ҡарар ҡабул ителә. 1765 йылда ҡаршылағы төҙөлөп ятҡан Сясь каналынан караптарҙың инеүен ябайлаштырыу маҡсатында Яңы Ладогала каналдың Яңы тамағы төҙөлә. 1800—1806 йылдарҙа шулай уҡ Шлиссельбургта бер шлюз менән Яңы тамаҡ төҙөлә.

1826 йылда Шлиссельбургта яңы гранит шлюздар төҙөлә. Улар менән бергә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған тупланма бассейны һәм гранит бағаналарҙа ике тороҡло күтәрелеүсе күпер төҙөлә. Яңы Ладогала 13 мең м³/сәғ етештереүсәнлек менән кәрәк саҡта Волховтан каналға һыу һурҙырып ағыу өсөн өс пар насосы ҡуйыла[5]. 1836—1842 йылдарҙа Шлиссельбургта күтәрелә торған бер тороҡло күпер менән ике шлюз ҡуйылып, Яңы тамаҡ реконструкциялана.

Әлеге ваҡытта Иҫке Ладога каналы караптар йөрөү өсөн яраҡлы түгел, ул бөтөнләй тиерлек үлән баҫҡан. Бәләкәй караптар өсөн Яңы Ладога каналы ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Приказ Комитета по культуре Ленинградской области № 01-03/15-63 от 01.12.2015
  3. Хронограф КМ: этот день в истории. Даты России. Памятные исторические даты. www.km.ru. Архивировано из оригинала 17 август 2008 года. 2008 йыл 17 август архивланған.
  4. Петрашень И. В. Мариинская система. 1810—1910. СПб. 1910 г. стр. 6
  5. Исторический очерк развития водяных и сухопутных сообщений, 1900, с. 182, 183
  • Миних Б. К., фон. Известие фельдмаршала Миниха о Ладожском канале // Сын отечества, 1818 г. — Ч. 43. — № 4. — С. 129—155. (рус.). memoirs.ru. Дата обращения: 11 января 2019.
  • Житков С. М. Исторический обзор устройства и содержания водных путей и портов в России за столетний период 1798—1898. СПб. 1900 г.
  • Николаев А. С., Житков С. М. Краткий исторический очерк развития водяных и сухопутных сообщений и торговых портов в России. — Санкт-Петербург: типография Министерства путей сообщения, 1900. — 372 с.
  • Петрашень И. В. Мариинская система. 1810—1910. СПб. 1910 г.
  • По водным путям Северо-Запада. Путеводитель. Г. Е. Евгеньев (Пащенко). Л.: «Речной транспорт». 1958 г.
  • Волго-Балт. От Волги до Балтики. Альбом. Авт.-сост.: В. В. Лапин, А. Н. Чистиков. СПб.: «Лики России». 2004 г.
  • Мариинская водная система. Выдающиеся гидротехнические сооружения мира. Автор-сост. Чистиков А. Н. СПб.: «Лики России». 2011 г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә