Иҫке Бикчәнтәй
Иҫке Биксәнтәй (татар. Иске Бикчәнтәй, рус. Старое Бикчентаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
Иҫке Бикчәнтәй | |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Әтәс ауыл биләмәһе[d][1] |
Халыҡ һаны |
129 кеше (1795)[2], 74 кеше (1795)[2], 79 кеше (1816)[2], 47 кеше (1816)[3], 1 кеше (1816)[2], 235 кеше (1834)[2], 90 кеше (1834)[2], 313 кеше (1848)[4], 177 кеше (1848)[4], 600 кеше (1859)[4], 129 кеше (1859)[4], 705 кеше (1870)[5], 365 кеше (1902)[4], 739 кеше (1905)[4], 2028 кеше (1912)[4] |
Почта индексы | 423737 |
География
үҙгәртергәАуыл Шәбеҙ йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан[6].
Тарих
үҙгәртергәАуылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылда шулай уҡ башҡорттарҙың байлар ырыуы вәкилдәре төпләнгән. 1736 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә[7].
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[6].
1870 йылда ауылда мәсет (1802 йылдан билдәле), мәктәп (1837 йылда асыла), 2 ел тирмәне теркәлгән[6].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[6].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 129 керҙәш башҡорт һәм 74 типтәр, 1834 йылда — 235 башҡорт һәм 90 типтәр, 1870 йылда — 705 башҡорт иҫәпләнгән[7].
1795 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
203 | 596 | 705 | 799 | 631 | 739 | 805 | 644 | 526 | 492 | 336 | 342 | 362 | 261 | 151 | 148 | 127 |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Бәхтийәр Мәҙийәр улы Айытов — хәрби эшмәкәр. 1807 йылғы Рус-прусс-француз һуғышында, 19-сы Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
- Ноғманнасир Мәҙийәр улы Биксурин (1782—?) — хәрби эшмәкәр. 5-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Китап.
- ↑ улы Ә. Ә. З. Аулы Мензелинских башкир — Китап.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Китап, 2009.
- ↑ улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — китап, 2009.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 300—303. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.