Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — тарихи-ағартыу эштәрен алып барыу һәм Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районының тарихын өйрәнеү өсөн ойошторолған муниципаль учреждениеһы[1].

Ишембай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 17 май 1997
Урынлашыуы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Ишембай ҡалаһы, Ленин проспекты, 16-сы йорт
Директор Игнатьев Владимир Леонтьевич

Музейҙың ойоштороусыһы һәм уның директоры — Ишембай ҡалаһының Почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы Владимир Леонтьевич Игнатьев[2].

Музей тарихы

үҙгәртергә

Ишембай ҡалаһында музей ойоштороу фекере һуғыштан һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килә. 1988 йылда КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы Марксизм-ленинизм университетының Ишембай филиалы кафедраһы мөдире В. Л. Игнатьев музей булдырыу тураһында доклад яһай; был идеяны университет уҡытыусылары күтәреп ала һәм «Восход» («Таң») гәзите биттәрендә халыҡҡа еткерә (В. С. Воронцов, В. Л. Игнатьев һәм М. И. Зәһиҙуллиндың «Ҡалаға музей кәрәк» исемле мәҡәләһе). Музей төҙөү проекты матбуғатта баҫып сығарыла һәм уны ҡала хакимиәте хуплай. Йәмғиәт директоры итеп проектты төп әҙерләүсе В. Л. Игнатьев тәғәйенләнә. 1989 йылда халыҡ депутаттарының Ишембай ҡала башҡарма комитеты ҡарары буйынса (рәйесе — Ю. В. Уткин) музей өсөн Ишембай ҡалаһының тарихи үҙәгендә өс ҡатлы йорттоң беренсе этажында урын бүленә (Ленин проспекты, 16-сы йорт). 90-сы йылдарҙа Волгоград, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө, Белгород өлкәһе Прохоровка ҡала тибындағы ҡасабаға, шулай уҡ Ишембай районы буйлап мәғлүмәт һәм экспонаттар йыйыу маҡсаттарында сәйәхәттәр ҡылына. Музей 1997 йылда асыла.

Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы үҫешенә «Восход» гәзите фотохәбәрсеһе Ю. С. Абакшин, Ишембай ҡалаһы башлығының урынбаҫары Г.Ә. Әлмөхәммәтова, Марксизм-ленинизм университетының Ишембай филиалы директоры В. С. Воронцов, Ишембай ҡала хакимиәте башлығы В. В. Елепин, Ишембай нефть колледжы уҡытыусыһы М. И. Зәғиҙуллин (музейға 1000-дән ашыу экспонаттар тапшырған), балалар сәнғәт мәктәбе директоры И. Г. Зәкиров, Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Н. Н. Моратова, рәссам М. М. Усманов (музейҙың художество биҙәлеше проектының беренсе вариантын эшләүсе), кадеттар интернат-мәктәбе уҡытыусыһы Р. Р. Хәйретдинова һәм башҡалар ҙур өлөш индерә.

2009 йылдың 18 майында музей «Музейҙар төнө» халыҡ-ара акцияһында беренсе мәртәбә ҡатнашты.

Фондтары һәм экспозициялары

үҙгәртергә

Төп, фәнни-ярҙамсы һәм архив фондтары 4552 һаҡлау берәмеген тәшкил итә, шул иҫәптән һирәк китаптар һәм документтар коллекциялары (П. Г. Сабодащуктың «Башҡорт нефте инешендә» яҙмаһы), тәбиғи-фәнни (тау тоҡомдары өлгөләре, мамонттың тештәре һәм һуғары һ.б.), этнографик (кейем-һалым, таҫтамалдар, өй кәрәк-яраҡтары); һынлы (И. М. Павлов эштәре, К. Ғ. Ғөбәйҙүллиндың һәм Р. Р. Ҡадировтың «Юрматы Ере» полиптихы) әҫәрҙәре һәм декоратив-ғәмәли сәнғәте (балаҫ һуғыу станогы, ағас һәм туҙҙан эшләнгән кәрәк-яраҡтар, сигеү һ.б.), техника тарихы әйберҙәре (текст баҫыу машинкаһы, Бөйөк Ватан һуғышы осоро орудиелар гильзалары һ.б.) экспонаттар. Ишембай тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында архивында Ишембай ҡалаһы хакимиәте, предприятиелар һәм ойошмалар, йәмғиәт берекмәләре Марксизм-ленинизм университеты Ишембай филиалы, уның музейы, шәхси делолары фондтары тупланған. Музей архивында 1000 ашыу һаҡлау берәмәге, шул иҫәптән, А. А. Блохин, Р. А. Бучацкий, М. С. Платоновтың, Советтар Союзы Геройҙары, Социалистик хеҙмәт Геройҙары шәхси делолары һ.б. һаҡлана.

Музейҙың 6 залында түбәндәге экспозициялар урын алған: «Юрматы Ере: тарих һәм замана» (Ишембай районы тәбиғәте һәм юрматы рыуы башҡорттарының традицион көнкүреше, шул иҫәптән, башҡорт өйөнөң макеты), «Башҡорт нефте инешендә» (бур ҡорамалдары, нефть вышкаларының макеттары), Ишембай ҡалаһы тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡала, предприятиеларҙың һәм социаль өлкәһе хеҙмәткәрҙәре тормошон сағылдырған зал. Залдарҙың береһендә Балалар ижады Һарайы янындағы авиамодель түңәрәгенең 60 йыллыҡ эшмәкәрлегенә бағышланған һәм «Нефтсе» шашка клубының экспозициялары бар.

Музей эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Музей хеҙмәткәрҙәре Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы тарихын белеүе буйынса конкурстар ойоштора, экспонаттар презентациялары, экспозициялар, «Иҫке патефон» клубы йыйылыштары (һуғыш һәм тыл ветерандарын, юбилярҙарҙытантаналы ҡотлау) үткәрә; туристик мартшруттар әҙерләйҙәр: «Нефть эпопеяһы» (нефть асыуы осоро менән бәйле иҫтәлекле урындар буйынса), «Ғәжәп шихандар» (Ишембай районының геологик ҡомартҡыларына экскурсиялар), «Ишембай һуғыш йылдарында» (Бөйөк Ватан һуғышы осоро менән бәйле булған ҡаланың тарихи урындарына барыу), «Блюхер юлдарынан» (В. К. Блюхерҙың 1918 йылдың йәйендәге рейды менән бәйле Ишембай районындағы урындарға), «Баҡыр иреткән яҡ» (Верхотор ауылына) экскурсиялар ойоштороу.


Музей Башҡортостан Республикаһы тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең Ишембай бүлексәһе штаб — фатиры булып тора, уның ағзаларына китап яҙыу буйынса, шулай уҡ студент һәм уҡыусыларға ла тыуған яҡты тикшеренеү эштәрен яҙыуҙа ярҙам күрһәтә. 2006 йылдан алып музей хеҙмәткәрҙәре "Восход " район гәзитендә «Ишембай һәм Ишембай районы тарихындағы юбилей даталары» рубрикаһын алып бара. 3 меңгә яҡын экскурсия, Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы сиктәрендә 65 экспедиция үткәрелгән. Предприятиеларҙа, уҡыу йорттарында -күргәҙмәләр, Ишембайҙа һәм Ишембай районында республика һәм район сараларында ҡатнашҡан ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса лекциялар ойошторола.

Музейҙа тематик күргәҙмәләр даими ойошторолоп тора. 2009 йылда «Ниндәй гүзәл был донъя» исеме аҫтында[3] рәссамдар Николай Константинович Рерихтың һәм уның улы Святослав Николаевичтың картиналарының репродукциялары, уларҙың ғаилә архивынан алынған Индия һәм Гималаилар тураһындағы фотоэштәре күргәҙмәгә ҡуйылды[4].

  • Вахонина, И. Как жаль, что эта ночь бывает раз в году!: акция «Ночь в музее» прошла в картинной галерее и историко-краеведческом музее / И. Вахонина // Восход.- 2011.- 20 мая.- С.7.
  • Игнатьев, В. Музей и память: этой теме будет посвящён Международный день музеев / В. Игнатьев // Восход.- 2011.- 17 мая.- С.3.
  • Абдуллин, В. «Комсомолка» вернулась с фронта: в краеведческом музее выставлена широкая экспозиция газет «Комсомольская правда» времен ВОВ / В. Абдуллин // Подметки+.- 2011.- 30 марта.- № 14.- С.6.
  • Резяпов, Н. Новая карта района: историко-краеведческий музей представил комплексную карту Ишимбайского района / Н. Резяпов // Восход.- 2011.- 11 февр.- С.2.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Игнатьев В. Л. Хранитель прошлого // Ватандаш : журнал. — Уфа, 2001.
  2. Почётные граждане города Ишимбая и Ишимбайского района. Официальный Интернет-портал города Ишимбая и Ишимбайского района. Дата обращения: 13 июль 2012. Архивировано 8 август 2012 года. 2012 йыл 8 август архивланған.
  3. "Красота спасет мир!
  4. Как прекрасен этот мир! 2013 йыл 20 сентябрь архивланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә