Ишерский Владимир Иванович
Ишерский Владимир Иванович (1872 йыл) йәки 1874 йыл — 1937 йыл йәки 1942 йыл) — табип. Рәсәй империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 1941—1957 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең бүлек начальнигы булған В. В. Ишерскийҙың атаһы.
Владимир Иванович Ишерский | |
Гражданлығы: | |
---|---|
Эшмәкәрлек төрө: |
табип |
Автограф | |
Владимир Иванович Ишерский Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәВладимир Иванович Ишерский Вятка ҡалаһында дини семинария уҡытыусыһы Иван Владимирович Ишерский ғаиләһендә тыуған.
Сембер ир-егеттәр классик гимназияһын тамамлай һәм 1893—1898 йылдарҙа Ҡазан университетының медицина факультетында уҡый. Артабан Ҡазан, Петербург, Ырымбур, Өфө һәм Омск ҡалаларында табип булып эшләй.
XIX быуат аҙағында—XX быуат башында Рәсәй империяһында Н. И. Пирогов хөрмәтенә үткәрелгән табиптар съездарының 1899 йылда йыйылған сираттағыһының эшендә ҡатнаша. Унда Рәсәйҙә аслыҡтың социаль-иҡтисади сәбәптәрен тикшереү буйынса комитет ағзаһы итеп һайлана. Комитеттың функцияларына медицина һәм аҙыҡ-түлек отрядтары ойоштороу, аслыҡҡа дусар булған райондарҙа аҙыҡ-түлек запастарын туплау буйынса махсус пункттар төҙөү, ошо төбәктәрҙә статистик тикшереүҙәр алып барыу һәм башҡа саралар инә. Шул уҡ йылда Ҡазан земствоһында хеҙмәт иткән ваҡытта Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙендә аслыҡҡа ҡаршы ойошторолған медицина-аҙыҡ-түлек отрядының эшенә етәкселек итә[1].
1900 йылда Омск ҡалаһына күсенеп бара. Бында тимер юл станцияһы дауаханаһын ойоштороусыларҙың береһе була, һуңынан бер нисә йыл ошонда табип булып эшләй. Омскиҙа һөргөнгә ебәрелгән марксистар менән осраша[2], ағзалыҡ йәһәтенән РСДРП менән туранан-тура бәйле булмаһа ла урындағы социал-демократияның сәйәси эшмәкәрлегендә ҡатнаша[1].
1902 йылда Петербург Хәрби-медицина академияһында медицина докторы дәрәжәһенә имтихан тапшыра һәм «Исследования водоемов Западной Сибири в пределах Западно-Сибирской железной дороги» тигән темаға үҙенең гигиена буйынса диссертацияһын баҫмаға әҙерләй. Әммә диссертацияһын яҡлай алмай, сөнки тимер юл эшселәренең 1905 йылдың октябрендәге забастовкаһында ҡатнашҡаны өсөн 1906 йылдың 6 ғинуарында ҡулға алына һәм «хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлеге» өсөн Тубыл губернаһының Ялуторовск ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә.
1906 йылдың 16 июнендә Аҡмулла өлкәһенең ултыраҡ халҡынан Рәсәй империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһына ағза итеп һайлана, был батша власын уны һөргөндән ҡайтарырға мәжбүр итә. Думала социал-демократик фракцияға инә. Дәүләт думаһында эшләгән осорҙа сәйәси тотҡондарҙың яҙмышына ҡағылышлы алты запросҡа ҡул ҡуя. 1906 йылдың 10 июлендә Выборг ҡалаһында Думаны таратыуға ҡаршы «Халыҡҡа халыҡ вәкилдәренән» тигән саҡырыуға ҡул ҡуйғандарҙың береһе була, бының өсөн суд хөкүменә тарттырыла[1][2].
Ҡаҙағстандың Дала крайынан ҡыуыла, Өфө земствоһының эпидемик табибы вазифаһын ваҡытлыса ала, әммә губернатор бойороғо менән ноябрҙә үк был эшенән бушатыла[3].
Өфөлә шәхси медицина практикаһы менән шөғөлләнә. 1916 йылдан хәрәкәттәге армияла була. 1917 йылдың аҙағында Омскиға ҡайта, Йыйылма лазаретта хеҙмәт итә, ҡаланың йәмәғәт тормошонда ҡатнаша (Дала крайының Рәссамдар һәм нәфис сәнғәт һөйөүселәр ойошмаһы ағзаһы була), Берҙәмлек Единство социал-демократик төркөмө менән етәкселек итә. 1918 йылдың июнендә Омскиҙа Совет власы ҡолатылғандан һуң, Ваҡытлы Себер хөкүмәтен яҡлаған "Рәсәйҙе яңыртыу Союзының Омск бүлеген ойоштороусыларҙың береһе була[1][2].
Граждандар һуғышы ваҡытында Колчак Хөкүмәт министрҙар советы рәйесе Пётр Васильевич Вологодскийҙың шәхси табибы була. Граждандар һуғышы тамамланғас, Читаға күсеп китә, унда халыҡ мәғарифы институтында эшләй, «кеше анатомияһы һәм физиологияһы» курсын уҡый. 1923 йылда институт менән бергә Владивосток ҡалаһына күсенә. Бында педология һәм педагогика кафедраһы мөдире була, ғилми-тикшеренеү эштәре секторы менән етәкселек итә.
1930 йылдарҙа хаҡлы ялға сыға, эҙәрлекләүҙән һәм ҡулға алыныуҙан ҡурҡып, тиҙҙән Владивостоктан китә. 1937 йылда (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1942 йылда) Һарытауҙа вафат була.
Өҫтәмә мәғлүмәт
үҙгәртергә- Ҡатыны — Елизавета Эдуардовна Эзет, Омск ҡалаһының билдәле архитекторы Эдуард Иванович Эзеттың ҡыҙы.
- Улы — Владимир Ишерский (1904—1981), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1970).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Хронос. Ишерский Владимир Иванович . Дата обращения: 7 ғинуар 2008. Архивировано 15 ноябрь 2012 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сибиряки - депутаты первой Государственной думы (1906 г.) . Дата обращения: 7 ғинуар 2008. Архивировано 12 август 2007 года.
- ↑ Выборгский процесс. Иллюстрированное издание. СПб.: Типогр. т-ва «Общественная польза». 1908. С. 255.