Викидатала элемент юҡ

Ишбирҙе — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ишбирҙе исеме башҡорт теленән ингән һәм баш-бирҙе тигәнде аңлата[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Ишбирҙе Ишкинин — хәрби эшмәкәр. Тархан, прапорщик (1813). 1-се Башҡорт атлы полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Моталлапов Ишбирҙе Юлдашбай улы (рус. Муталлапов Ишберды Юладашбаевич) (1788 йыл — 1847 йыл) — 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, 1814 йылдың 19 мартында 15-се башҡорт полкы составында Парижды алыуҙа ҡатнаша. "1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн", „1812 йылды һуғыш иҫтәлегенә“ көмөш миҙалдары менән бүләкләнә[1][2].

Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы (20 декабрь 1934 йыл — 24 май 2019 йыл) — ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1990), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).

Ишбирҙин Айрат Рим улы (25 апрель 1958 йыл) — ғалим-ботаник. Биология фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Фәдерацияһының почётлы мәғариф һәм фән хеҙмәткәре. Башҡортостанда яңы йүнәлеш — һирәк осрай торған һәм юғалып барған үҫемлектәрҙең популяцион биологияһына нигеҙ һалыусы[1]. «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте ағзаһы.

Ишбирҙина Айгөл Фәрит ҡыҙы (1983) — рәссам, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы рәссамдары союзы ағзаһы (2010). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Тыуған төйәктә ҡулға-ҡул тотоношоп» ижади проекттары өсөн (2015)[1]. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының дәүләт стипендиаты (2015).

Ишбирҙин Әхиәр Исмәғил улы (рус. ИШБЕРДИН Ахиар (Ахия, Яхия) Исмагу(и)лович 1910 йыл — 14 ноябрь 1943 йыл[1])[2] — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1], гвардия ҡыҙылармеецы[2].

Ишбирҙин Сәфәрғәли Бәҙретдин улы (рус. Ишбердин Сафаргали Бадретдинович; 1905 йыл — 1968 йыл) — Баймаҡ районында колхоз рәйесе, шахтёр-забойсы, шартлатыусы. СССР-ҙың почётлы таусыһы (1952), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1951) кавалеры[1].

Ишбердина Айгуль Башҡортостан рәссамдар союзы ағзаһы Хөкөмәт йәштәр премияһы лауреаты. Ш. Бабич.

Ишбердин Халил Әнүәр улы (13.1.1963. р., Баймаҡ ҡалаһы), бейеүсе, балетмейстер.Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. (1989). Гитис-ты тамамлаған . 1980-89 Ғасҡаров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы булған. 1991 менән художество етәксеһе, 2001-07 балет ҡалалары-стәрлетамаҡ филармонияһының бейеү театры 2001-07 балет художество етәксеһе.


Ишбирҙе (рус. Ижбердино) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 150 кеше[1].

Ишбирҙе — Ырымбур өлкәһенең Гай районындағы башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 170 кеше.

Ишбирҙе (рус. Ишберда) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 666 кеше[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ