Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы
Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы (10 февраль 1908 йыл — 1977 йыл) — архитектор, рәссам, педагог. 1949—1977 йылдарҙа Мәскәү архитектура институты уҡытыусыһы. СССР Архитектурҙар союзы ағзаһы. Архитектура кандидаты, профессор (1967). Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле архитекторы. Башҡорт АССР-ының, Татар АССР-ының һәм Төньяҡ-Осетин АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Ғәйнетдинов Исмәғил Ғәли улы | |
татар. Исмәгыйль Гали улы Гайнетдинов | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны |
Татарстан Республикаһының хәҙерге Әтнә районы Олы Мәңгәр ауылы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары | |
Белем алған |
Ҡазан инженер-төҙөлөш институты |
Работал в городах |
Өфө, Владикавказ, Ҡазан, Силәбе, Мәскәү |
Мөһим төҙөлөштәре |
Салауат Юлаев һәйкәле, Коста Хетагуров һәйкәле |
- | |
Биографияһы
үҙгәртергәИсмәғил Ғәли улы Ғәйнетдинов 1908 йылдың 10 февралендә Рәсәй империяһының Ҡазан губернаһы[1] Олы Мәңгәр ауылында тыуған.
1924—1927 йылдарҙа Силәбенең 2-се мәктәбендә уҡый.
1927 йылда Ҡазан индустриаль техникумына (1930 йылдан Ҡазан инженер-төҙөлөш институты) уҡырға инә һәм 1931 йылда «инженер-төҙөүсе» дипломын ала.
Уның проекттар буйынса Салауат Юлаев һәйкәле, Коста Хетагуров һәйкәле, Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры бинаһы, Ҡазан йылға вокзалы (1962) төҙөлә.
1977 йылда Мәскәүҙә вафат була. Васыятына ярашлы, Ҡазан ҡалаһында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Татарстан Республикаһының Әтнә районы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Татарский энциклопедический словарь. - Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998 - 703 с., илл (рус.)
- Музей истории КГАСУ Официальный сайт. Гайнутдинов Исмагил Галеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2019)
- Энциклопедия «Соплеменники». Гайнутдинов Исмагил Галеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 февраль 2019)
Был архитектор тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.