Исламғолов Илдар Ғәли улы
Исламғолов Илдар Ғәли (2 ғинуар 1969 йыл, Өфө) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино режиссёры, сценарист һәм продюсер.
Исламғолов Илдар Ғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1969 (55 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, Өфө провинцияһы, СССР |
Һөнәр төрө | сценарий яҙыусы, кинорежиссёр |
Биографияһы
үҙгәртергәИсламғолов Илдар Ғәли улы 1969 йылдың 2 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуа.
14 йәшендә театр студияһына килә һәм яҡтыртыусынан башлап тауыш режиссёры ла була, спектаклдәргә музыка ла һайлай. Театр студияһында 10 йыл эшләп, ул тиҫтәнән ашыу роль тыуҙыра, Олег Кошевойҙы ла уйнай. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә.
1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының (режиссёрлыҡ факультеты, Р. В. Исрафилов курсы) драма режиссураһы бүлеген тамамлай.
1997 йылда уйын фильмы режиссёры һөнәре буйынса ВГИК (Б. Б. Мансуров һәм В. З. Довгань курсы) тамамлай.
1997—1998 йылдарҙа — «Слово» продюсер компанияһында, 2000—2013 йылдарҙа «Йәйғор» киностудияһында эшләй.
2007 йылда — «Первый канал (Россия)» компанияһында.
2014 йылдан — «Глория пикчерс» кинокомпанияһы»нда режиссёр.
Театрҙа режиссёрлыҡ эше
үҙгәртергә- О. Уайльда пьесаһы буйынса Өфө йәш тамашасы театрында «Саломея» (диплом эше).
- А. Камю пьесаһы буйынса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Недоразумения».
Фильмографияһы
үҙгәртергәРежиссер
үҙгәртергә- 1996 — «Две далёкие-близкие зимы»
- 2001 — «Условный рефлекс»
- 2003 — «18 лун»
- 2004 — «Шутка ангела»
- 2005 — «Коси и забивай»
- 2008 — Принцесса цирка (телесериал)
- 2011 — «Любовь из прошлого»