Искилде (Көйәҙе районы)
Искилде — Пермь крайы Көйәҙе муниципаль округы составындағы ауыл.
Ауыл | |
Искильда башҡ. Искилде | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
[[Фёдоровка ауыл Советы (Көйәҙе районы)]] |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Ивановское, Марьино |
Халҡы |
129 человек (2010) |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
59, 81, 159 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл округтың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Көйәҙе ҡасабаһынан тура юлдан төньяҡ-төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Климаты
үҙгәртергәКлиматы уртаса континенталь. Ҡыш миҙгеле оҙайлы, ҡарлы. Ғинуарҙа уртаса температура −14…−15 °C. Йәй уртаса йылы. Иң йылы ай - июль. Июлдә уртаса температура +18,5 ˚С тәшкил итә. Уртаса йыллыҡ температура +2,1˚С тәшкил итә. Июль температураһының абсолют максимумы +38 ˚С, ә минималь +2˚С градусҡа етә. Вегетация осоро оҙайлылығы (+5˚С градустан юғарыраҡ) 155-тән 165 көнгә тиклем тирбәлә, ҡаты һыуыҡ булмаған осор 110-дан 130 көнгә тиклем тирбәлә. Һауа температураһы 10˚С-тан юғарыраҡ булған осор 125 көн дауам итә. Яуым-төшөм уртаса 450-550 миллиметр яуа. Тәүге ҡырау төшөүҙең яҡынса ваҡыты — 20 сентябрь. Октябрь аҙағында - ноябрь башында ҡар ҡатламы ята һәм йылдың яҡынса 170-190 көнө буйы һаҡлана. Тәүге ҡар ҡатламы барлыҡҡа килеү ваҡыты - 18 октябрь. Март айына ҡарҙың ҡалынлығы 60-70 сантиметрға етә[1].
Тарихы
үҙгәртергәАуылға 1803—1804 йылдарҙа нигеҙ һалына. Тәүге атамаһы — «сельцо Ивановское, Марьино тож». Һуңғы атамаһы урындағы йылғасыҡ исеме буйынса бирелгән. 2006 йылдан 2020 йылға тиклем Көйәҙе районының Фёдоровка ауыл биләмәһе составына ингән. 2020 йылдың майында шул ике муниципаль берәмектең дә бөтөрөлөүе арҡаһында, улар Көйәҙе муниципаль округының ябай тораҡ пункты статусына эйә.
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылда 194 кеше (95 % урыҫ), 2010 йылда[2] 129 кеше даими йәшәгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Схема территориального планирования Куединского муниципального района. Том 1 // Федеральная государственная информационная система территориального планирования. — 2009.
- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов Пермского края по итогам Всероссийской переписи 2010 года // Пермьстат. — 2012.