Иртәк (Яйыҡ ҡушылдығы)

(Иртек (Яйыҡ ҡушылдығы) битенән йүнәлтелде)

Иртәк — Рәсәй йылғаһы. Ырымбур өлкәһе Новосергиевский һәм Ташлы райондары [1] биләмәләрендә аға. Йылға Яйыҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 981 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 134 км.

Иртәк
Характеристика
Оҙонлоғо 134 км
Бассейн 2630 км²
Һыу ағымы
Тамағы Яйыҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 981 км өҫтәрәк
 · Координаталар 51°28′43″ с. ш. 52°39′58″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ырымбур өлкәһе
РДҺР 12010001012112200009911

Дөйөм характеристика

үҙгәртергә

Йылға оҙонлоғо 134 км, һыу йыйыу бассейны майҙаны 2630 км². Новосергиевский райондағы Аҡтау (Меловой) һыртында, Старая Белогорка ауылынан 6-6,5 км төньяҡ-көнсығыштараҡ башлана. Көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға. Урта һәм түбәнге ағымы Ташлы районы аша үтә. Яйыҡ йылғаһына уң яҡтан Ҡаҙағстан сигенә етәрәк барып ҡушыла (Яйыҡ тамағынан 981 км алыҫлыҡта).

Йылға борғосланып, йүнәлешен йыш үҙгәртеп аға. Уның тармаҡтары һәм иҫке үҙәндәре (юлдары) күп. Йылға үрендә быуалар бар.

Йылға бассейны дала зонаһына ҡарай. Бассейн үрендә ер өҫтөндә аҡбур ятҡылыҡтары күп, улар күренеп ята. Йылға башланған ерҙә Загорское ятҡылығында нефть табыла.

Йылға исеменең килеп сығышын ҡайһы бер тикшереүселәр ҡаҙаҡ телендәге «ирек» — зигзаг; извилина, кәкре һүҙе менән бәйләй.

Башҡортса «иртәк» — ҡарһүҙ, легенда, эпос.

Ауыл-ҡасабалар

үҙгәртергә

Йылға Новосергиевский районы Варшавка, Ташлы районы Заречное, Придолинный, Солнечный, Вязовое, Чернышовка, Шумаево, Трудовое, Луговое, Болдырево, Иртәк ауыл һәм ҡасабалары аша үтә.

Иртәк бассейнындағы иң ҙур ауыл-ҡасабалар: Ташлы, Степной, Калинин (барыһы ла Ташлы районына ҡарай).

Төп ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә

(тамағынан үренә табан, йәйә эсендә оҙонлоғо км)

?? км уң: Кузьминка

46 км уң: Ташйылға (50)

62 км уң: Прокуронка (14)

71 км уң: Кривой Вязовой (13)

101 км һул: Мокрая Елшанка (10)

110 км уң: Грязнуха (12)

(атамалар рус телендә бирелгән)

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы бассейны (Рәсәй булеге) Һаҡмар йылғаһынан түбәнерәк, Илек йылғаһы инмәй. Бәләкәй йылға бассейны — юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ(һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010001012112200009911
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200991
  • Бассейн коды — 12.01.00.010
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Иртек.

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ