Инфузориялар

(Инфузория битенән йүнәлтелде)

Инфузориялар (лат. Ciliophora, рус. Инфузории) — Alveolata төркөмөнән протистар тибы; оҙонлоғо 10 мкн-дан 3 мм-ға тиклем булған бер күҙәнекле организмдар.

Инфузориялар
Paramecium aurelia
Инфузория Tetrahymena thermophila
(конфокаль микроскопия)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ciliophora Doflein, 1901


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  46211
NCBI  5878
EOL  4666

Һыуҙа йыш ҡына Tintinnidium, Halteria, Vorticella арыуы вәкилдәре осорай, биологик таҙартыу ҡоролмаларының ләмендә Tetrachymena pyriformis һәм Paramecium, Colpidium, Vorticella, Aspidisca ырыуы вәкилдәре ҡатнаша.

Инфузориялар башҡа бер күҙәнәкле хайуандарҙан органеллалары — хәрәкәт функцияһын башҡарыусы керпексәләр һәм ике ядроһы: ҙур ядро — макронуклеус һәм бәләкәй ядро — микронуклеус булыуы менән айырылып тора.

Инфузорияларҙең 2 аҫтибын билдәләйҙәр: иркен йөҙөүсе керпеклеләр (Ciliata) һәм беркетелеүсе имеүселәр (Suctoria), уларҙың ҡалынайған осонда ҡорбанын параличлай һәм үлтерә торған матдәләр бүлеп сығарыусы ау ҡармауыстары бар. Инфузорияләрҙың тәне тышҡы яҡтан пелликула менән ҡапланған цитоплазманан тора.

Цитоплазмала һыу балансын, һулышты көйләүсе һәм осмотик баҫымды көйләүсе 1—3 ҡыҫҡартыу вакуольдәре һәм 2 күҙәнәк ядроһы бар: макронуклеустар — тереклек процесстарын көйләүсе һәм микронуклеустар — енси процесста, йәғни нәҫел информацияһын тапшырыуҙа ҡатнашыусылар.

Инфузориялар бактериялар, иң түбән төҙөлөшлөләр һ.б. микроорганизмдар менән күҙәнәктең өҫкө яғында урынлашҡан ауыҙ тишеге (цитост) аша туҡлана. Аш һеңдереү процессы аш ҡайнатыу вакуолдәрендә бара.

Енесһеҙ (күзәнәктең икегә бүленеүе) һәм енси юл менән үрсей. Хәрәкәтләнә торған (йөҙәләр йәки һыуҙа, тупраҡта, ҡомда һ.б. дымлы биотопларҙа үрмәләйҙәр), шулай уҡ берегеп тереклек итеүсе формалары бар.

Улар берәмләп йәки колония булып таштарга, һыу үҫемлектәренә һәм хайуандарға урынлаша.

Паразитик формалары ла билдәле (умыртҡаһыҙ организмдарда ла, умырткалы хайуандарҙа ла йәшәй). Мәҫәлән, ихтиофтирус һәм триходиннар — балыҡ паразиттары.

Кешенең йыуан эсәгендә балантидия инфузорияләр йәшәй. Хайуандарҙың эсәк трактында тереклек итеүсе инфузориялар үҫемлек аҙығын эшкәртеүҙә ҡатнаша.

Инфузориялар тирә-яҡ мөхиттең органик бысраныуының индикаторы булып тора.

Бактериялар менән тукланып (ауырыу тыуҙырыусыларҙы да керетеп) һыуҙы таҙартыуҙа һәм сәләмәтләндереүҙә, ағым һыуҙарҙы биологик таҙартыуҙа мөһим роль уйнайҙар.

  • Определитель пресноводных беспозвоночных Европейской части СССР. Л., 1977; Кутикова Л.А. Фауна аэротенков: Атлас. Л., 1984.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә