Иноземцев Алексей Михайлович

металлург

Иноземцев  Алексей Михайлович (13 март 1912 йыл27 октябрь 1967 йыл) — Белорет металлургия заводының мартен цехында ҡорос иретеүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы.

Иноземцев Алексей Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 13 март 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[1]
Тыуған урыны Наровчат[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 октябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Иноземцев Алексей Михайлович 1912 йылдың  13 мартында Пенза өлкәһенең  Наровчат ауылында тыуа.

Белеме — башланғыс. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда Әстерхан өлкәһе Гурьев ҡалаһы балыҡ промыслаһында балыҡсы булып башлай. 1933 йылдан Белорет металлургия заводының мартен цехында ҡорос иретеүсе ярҙамсыһы вазифаһында эшләй. 1939—1940 йылдарҙа  совет-фин һуғышында ҡатнаша. Ҡыҙыл Армия сафынан мобилизацияланғандан һуң металлургия комбинатының мартен цехына кире ҡайта, 1943 йылдан иретеүсе булып эшләй.

Беренсе класлы белгес булып, юғары сифатлы  ҡорос һәм суйындың иретмәһен үҙләштереп,  продукция алыу процесын даими камиллаштыра, иретмә тапшырыу срогын ҡыҫҡартыуға өлгәшә.  1958 йылдың беренсе яртыйыллығында А.М. Иноземцев бригадаһы пландан тыш  111 тонна ҡорос ҡоя.  19481957 йылдарҙа  Белорет металлургия комбинаты коллективы  ҡорос иретеүҙе ике тапҡырға арттыра, хеҙмәт етештереүсәнлеге һиҙелерлек арта, һәм металл һәм метиздарҙың  үҙҡиммәте кәмей.  Был өлкәлә А.М. Иноземцевтың ҡаҙаныштары байтаҡ. 

Ҡара металлругия үҫеше эшендәге ҙур уңыштары өсөн 1958 йылдың 19 июлендә СССР Юғары Советы Президиумының  указы менән А. М. Иноземцевҡа  Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Белорет металлургия комбинатында 1962 йылға тиклем эшләй.

1967 йылдың 27 октябрендә Иноземцев Алексей Михайлович вафат була.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сергей Каргапольцев. Иноземцев Алексей Михайлович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 10 июль 2016.

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.