Инглиз паркы (Петергоф)
Инглиз паркы — Петергофтағы иң ҙур һәм беренсе пейзаж паркы. 173,4 гектар майҙанды биләй. Екатерина II өсөн инглиз баҡса оҫтаһы Медерс Джеймс тарафынан проектланған. Әлеге ваҡытта (2016 й.) ярым ташландыҡ хәлдә, "пикник"тар үткәреү урыны итеп файҙаланыла[1].
Инглиз паркы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Петергоф[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Майҙан | 197,9 гектар |
Инглиз паркы Викимилектә |
Парк
үҙгәртергәПарктың билдәле өлөшөн һыу ятҡылыҡтары алып тора: Инглиз быуаһы, Троицк шишмәһе, өлөшләтә — Петергоф каналы һәм шишмәләре, шулай уҡ Петергоф һыу системаһына тупланған башҡа бик күп исемһеҙ сығанаҡтар.
Көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған, утраулы, йырғыланған ярлы Инглиз быуаһы 1720 йылда, Түбәнге парктан көнбайыштағы ҙур йырындан аҡҡан Троицк шишмәһе ер плотинаһы менән быуылыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Һуңынан быуа Ропшинский каналы менән тоташа. Инглиз быуаһы һыуы шлюз системаһы аша Үрге Баҡса каналына, һуңынан Ҙур каскадтың көнбайыш яғына килә.
1734 йылда быуаны уратып алған урманлы ер звенирец ойоштороу өсөн бирелә. Бында һунар өсөн ҡырағай ҡабандар тотола башлай. 1770 йылда, Екатерина II заманында, зверинец бөтөрөлә, ә уның урынына Петербургта беренсе пейзаж паркы барлыҡҡа килә. территорияны үҙгәртеп ҡороу эше менән Д. Кваренга һәм Д. Медерс идара итә. Улар һыу сығанағының тәбиғи сиктәрен буласаҡ парктың композицион үҙәге итеп файҙаланырға ҡарар итә..
Быуа паркты төньяҡтан көньяҡҡа киҫеп үткән ике юл араһына урынлаштырыла. Уларға перпендикуляр рәүештә, көнсығыштан көнбайышҡа өсөнсө перспектива үтә.
Аллея эшләү, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыу менән баҡсасылар Дж. Медерс, Д, Гаврилов, Т. Тимофеев, Т. Винкельсон шөғөлләнә.
Инглиз һарайы
үҙгәртергәАрхитектор Джакомо Кваренга тарафынан XVIII быуат аҙағында төҙөлә. Әле емереклектәре генә һаҡланған. Екатерина II өсөн яңғыҙ ҡалыу йорто булараҡ төҙөлгән. Быуа ярында өс ҡатлы мөһабәт бинанан ғибәрәт. Төҙөлөш 15 йылға һуҙыла һәм 1796 йылда тамамлана, ә ҡайһы бер интерьерҙы биҙәү эштәре 1802—1805 йылдарға тиклем бара.
Павел I хакимлыҡ иткәндә һарай казармаға әйләндерелә. Һуңғараҡ, Александр I батшалыҡ иткәндә, Кваренганың туранан-тура күҙәтеүе аҫтында һарай капиталь ремонтлана. 1917 йылға тиклем Петергофҡа килгән сит ил ҡунаҡтарын, дипломаттарҙы йәйге ҡабул итеү урыны булып хеҙмәт итә.
Революциянан һуң һарайҙа шифахана эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ваҡытында артиллерия утынан тулыһынса юҡҡа сыға һәм шул ваҡыттан алып ҡабат тергеҙелмәй.
Башҡа ҡаралтылар
үҙгәртергә1781 йылдың авгусында Кваренга проекты буйынса традицион урыҫ стиле ҡайын өй төҙөлә. Уны бүрәнә стеналары тыштан уҙ менән көпләнә, ҡыйығы һалам менән ябыла, әммә күҙә ташланып бармаған фасад артында бай ҡунаҡ бүлмәләре, овал залы һәм көҙгөлө, паркет иҙәнле, зауыҡлы итеп биҙәлгән алты бәләкәй бүлмә була. Рәсәйҙә салыш көҙгөләр ҡуйылған беренсе йорт. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында яна.
Шулай уҡ Кваренга баҡса-парк архитектураһы авторы ла тигән фараз бар. Паркта төрлөсә биҙәлгән йәки емереклек рәүешендәге, тупаҫ эшкәртелгән ҙур таштар, балюстрада, тамырһыҙ ағас олоно менән ҡоймаланған. Екатерина II вафат булғас, әсәһе эшләгәнде үҙгәртергә тырышҡан Павел I, Инглиз паркындағы тамамланмаған павильондарҙы емерергә, ә таштарҙы Рим фонтанын төҙөүгә, Кит бассейнының (Түбәнге парк) пьедесталына файҙаланырға бойора.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында парк территорияһы буйынса Ораниенбаум майҙанын обороналауҙың алғы һыҙығы үтә һәм барлыҡ ҡаралтылар юҡҡа сыға.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Горбатенко С. Б. Петергофская дорога: Историко-архитектурный путеводитель. — СПб.: Европейский Дом, 2001. — 448 с. — 3000 экз. — ISBN 5-8015-0113-4.
- Сыров А. А. Забытые достопримечательности южного берега Финского залива. От Санкт-Петербурга до Кургальского полуострова. Путеводитель. — М.: Центрполиграф, 2011. — С. 125—128. — 319 с. — ISBN 9785457412248.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Английский парк на сайте Petergof.Ru 2018 йыл 29 март архивланған.