Инглиз паркы (Ереван)

Еревандағы парк

Инглиз паркы (Инглиз баҡсаһы; әрм., шулай уҡ Театр[1][2]) — Әрмәнстандың Ереван ҡалаһындағы йәмәғәт паркы, Италия урамында урынлашҡан. Ул Республика майҙанынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай үҙәк Кентрон районында 5,5 гектар майҙанды биләй.

Инглиз паркы
әрм. Անգլիական այգի
Нигеҙләү датаһы 1860
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Англия
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Ереван
Урын Ереван
Етәксе орган Ереван ҡала советы
Хеҙмәтләндереүсе Ереван ҡала советы
Рәсми асылыу датаһы 3 октябрь 1910
Майҙан 5,5 гектар
Подробная карта
Карта
 Инглиз паркы Викимилектә

Инглиз баҡсаһы Ереванда иң боронғо парктарҙың береһе булып тора. Уға 1860 йылдарҙа Эриван губернаһы губернаторы генерал-майор Михаил Астафьев тарафынан нигеҙ һалына. 1880 йылда паркты төҙөкләндереү проблемаларына билдәле Ереван табибы Левон Тигранян иғтибар итә, әммә ҡала думаһы был мәсьәләне ҡарамай. Паркты төҙөкләндереү мәсьәләһе 1894 йылда әленән-әле күтәрелә. Реконструкциялау планы төҙөлә, уға ярашлы бер нисә аллея, кибет булырға тейеш була. Һаҙлы участкалары дренаждар менән киптереү тәҡдим ителә, йөҙләгән ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыу ҡарала. 1895 йылда баҡса Левон Баклачянға баҡсала төҙөкләндереү эштәре алып барыу шарты менән 12 йылға ҡуртымға бирелә. Баклачян үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе үтәмәй, шуға күрә парктың реконструкцияһы менән ҡала башлығы Исаак Мелик-Агамалян шөғөлләнә. Төҙөкләндереү буйынса эштәр ун йылға һуҙыла. Парк килеүселәр өсөн тик 1910 йылдың 3 октябрендә генә асыла[3].

 
Революционерҙар ҡәберлеге (Степан Алавердяны, Саргис Мусаелян, Баграт Гарибджанян)

1920 йылда Инглиз паркында Әрмәнстан тарихында беренсе футбол матчы үткәрелә, унда Ереван һәм Алексанрополь (хәҙер —Гюмри) командалары уйнай[4]. Совет йылдарында парк 26 Баҡы комиссары хөрмәтенә атала. Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, парктың тәүге исеме тергеҙелә.

Парк бөгөн

үҙгәртергә

Инглиз паркында Сундукян исемендәге Әрмәнтеатры, Франция һәм Италия илселеге һәм «Конгресс-отель» ҡунаҡханаһы урынлашҡан.

Паркта әрмән драматургы Габриел Сундукяндың бюсы һәм уның персонажы балыҡсы Пепоның скульптураһы урынлашҡан.

Парктың үҙәк фонтаны яңы өйләнеүсе парҙарҙың фотоға төшөү өсөн яратҡан урыны булып тора

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Прогулки по городу: парки в Ереване
  2. Английский (Театральный) и Городской (им. Шаумяна) парки 2019 йыл 25 февраль архивланған.
  3. Очерк истории Еревана. — Издательство Ереванского университета., 1977. — С. 277.
  4. Armenian Encyclopaedia: Football 2018 йыл 17 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә