Иматранкоски (гөрләүек)

Иматранкоски (фин. Imatrankoski) — гөрләүек. Финляндияла, Вуокса йылғаһында, уның Сайм күленән башанған еренән 7 км алыҫлыҡта, Иматра ҡалаһының Иматранкоски районында урынлашҡан.

Иматранкоски
Рәсем
Дәүләт  Финляндия
Административ-территориаль берәмек Иматра
Карта
 Иматранкоски Викимилектә

Гидрология

үҙгәртергә

Һыуҙың төшөү бейеклеге 18 метр (983 метр дауамында). Һыу сығымы яҡынса 600 м³/с. ГЭС төҙөгәндән һуң, 1920 йылдарҙа быға тиклем булған шарлауыҡ бикләнгән.

Һыу ебәреү

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта йәйге миҙгелдә гөрләүек һыуы яһалма ебәрелә, был Иматрала ғына түегел, ә, ғөмүмән, бөтә Финляндияла туристар йәлеп итеүҙең төп сараһы булып тора. Быуалағы һыу плотинанан Сибелиус, Darude һәм Nightwish музыкаһы аҫтында плотинанан ағыҙып төшөрөлә. Һәр йылдың июнь аҙағынан алып август аҙағына тиклем шәмбе көндәрендә 30 минут буйына гөрләүек һыуы ағыҙыла, шулай уҡ Раштыуала, 25 декабрҙә һәм 31 декабрь (Яңы йыл байрамында) төндә быуа һыуы гөрләтеп ағыҙыла. Йылдың башҡа ваҡытында һыу ағыҙыу «тантанаһы» үткәрелмәй, әммә ҡайһы саҡ техник сара булараҡ ҡына һыу ағыҙыла[1]

 
Федор Матвеев. Иматра шарлауығы, 1819 й. Рус дәүләт музейы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә