Гутин Илья Львович

(Илья Гутин битенән йүнәлтелде)

Гутин Илья Львович (2 декабрь 1918 йыл — 11 ноябрь 2014 йыл) — рәссам, 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995).

Гутин Илья Львович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Рогачёв[d], Могилёвская губерния[d], Западная область[d]
Вафат булған көнө 11 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Илья Львович Гутин 1918 йылдың 2 декабрендә Могилев губернаһының[1] Рогачев ҡалаһында тыуған.

1935—1941 йылдарҙа Ленинградта дин һәм атеизм тарихы музейында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградты һаҡлаусылар сафында һуғыштарҙа ҡатнаша, яралана.

1943 йылда Өфөлә йәшәй, шунда 1945—1955 йылдарҙа БАССР-ҙың Дәүләт тыуған яҡты өйрәнеү музейында рәссам булып эшләй, 1960—1970 йылдарҙа Башҡортостан художество-производство оҫтаханаларында эшләй.

1957 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының[2] филология факультетын тамамлай.

Рәссамдың картиналары Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

2014 йылдың 11 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Ижади эштәре үҙгәртергә

«Тракторист» (1973), «Доярка Анифа» (1977), «Портрет рабочего» (1978); «Блокадный Ленинград» (1975), «Вчера и сегодня» (1984), «1937 год» (1990), «Воспоминание» (1992).

Портреттары: «Девушка-башкирка» (1982), «Женский портрет» (1985).

Пейзаждары: «На даче» (1980), «Зимний пейзаж» (1984), «Золотая осень» (1991); «Старое и новое», «Зимой в Инорсе» (1986); Пейзажи-панорамы — «Окраина Уфы» (1980), «Село Аскарово» (1986).

График эштәре: «Портрет девушки» (1980), «Будущая мать» (1982), «Автопортрет» (1989).

Күргәҙмәләре үҙгәртергә

Гутин Илья Львович — 1974 йылдарҙан алып художество күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.

Өфөлә шәхси күргәҙмәләре (1990, 1996).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. хәҙер Беларусь Республикаһы
  2. хәҙер Башҡорт дәүләт университеты

Һылтанмалар үҙгәртергә