Ильясова Зөһрә Хәмит ҡыҙы
Ильясова Зөһрә Хәмит ҡыҙы (17 ноябрь 1950 йыл) — балет артисы, педагог. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1984), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1980) артисы .
Ильясова Зөһрә Хәмит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 17 ноябрь 1950 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәЗөһрә Хәмит ҡыҙы Ильясова 1950 йылдың 17 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1969 йылда А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһын тамамлай (педагогы Ф. И. Балабина) һәм Өфөгә яҡшы әҙерлекле профессиональ балерина булып ҡайта. Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын (2012) тамамлаған. Ильясованың башҡарыу сәнғәтенә рух күтәренкелеге, музыкаль тасуирилыҡ, нескә һығылмалылыҡ һәм юғары бейеү оҫталығы хас.
1969—1980 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет солисы. Түбәндәге партиялар башҡара: Анель («Зәңгәр Дунай»), Маша («Щелкунчик»), Аврора («Йоҡоға талған һылыу») Жизель (А. Адандың шул уҡ исемле балеты), Одетта — Одиллия «Аҡҡош күле»); Зәйтүнгөл («Сыңрау торна»), Айгөл («Айгөл иле»; дебют, 1971, Мария «Баҡсаһарай фонтаны», Сөйөмбикә «Шүрәле»), Китри («Дон Кихот»).
Рәсәйҙең Ҙур театры, «Ла‑Скала» театры (Милан ҡалаһы, Италия) һәм башҡа сәхнәләрендә бейей. РСФСР-ҙың халыҡ артистары А. П. Головань, А. Ә. Монтаһиров менән сығыш яһай. Ульяновск (1968), Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР сәнғәте көндәрендә, Ҡарағалпаҡ АССР-ында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1976) ҡатнаша. СССР һәм сит илдәр (Венгрия, Испания, Италия, Португалия, Чехословакия һәм башҡалар) буйлап гастролдәрҙә була.
1980 йылда Зөһрә Ильясова Муса Йәлил исемендәге Татар академия опера һәм балет театрының төп солисы булып китә. 1984 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» исемен ала.
1990 йылда Ильясова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ул саҡтағы директоры Радик Гәрәев саҡырыуы буйынса ҡабаттан Өфөгә ҡайта һәм 1992 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. 1992—1994 йылдарҙа Түбәнге Новгород һәм Силәбе опера һәм балет театрҙарында эшләй. 1994 йылдан ул Хореография училищеһының (хәҙер Рудольф Нурeев исемендәге Башҡорт хореография училищеһы) директоры Алик Сәлих улы Биксурин саҡырыуы буйынса училищела педагог булып эшләй башлай.
2000—2004 йылдарҙа — Зөһрә Хәмит ҡыҙы Ҡаһирә балет академияһында (Мысыр) уҡыта.
2004 йылда ҡабаттан Өфөгә ҡайта һәм Башҡорт хореография училищеһында педагогик эшмәкәрлеген дауам итә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Вильданова О. Г. Утонченность и природная грация — балерина Зухра Ильясова // Вестник Академии Русского балета им. А. Я. Вагановой № 28. — С-Петербург, 2012
- Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с., илл.