Ильин Лев Фёдорович

фармация (1905) һәм химия (1918) магистры, медицина фәндәре докторы (1900), профессор

Ильин Лев Федорович (11 декабрь 187116 февраль 1937) — фармацевтика һәм суд химияһы, фармация һәм фармакогнозия өлкәһендә рус һәм СССР ғалимы, фармация (1905) һәм химия (1918) магистры, медицина фәндәре докторы (1900), профессор (1912).

Ильин Лев Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 11 декабрь 1871({{padleft:1871|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фармаколог
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Уҡыу йорто Император медицина-хирургия академияһы
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Лев Федорович Ильин 1871 йылдың 11 декабрендә Санкт-Петербургта тыуған.

1890 йылда Бишенсе Санкт-Петербург гимназияһын тамамлағандан һуң Император Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетына уҡырға инә, әммә ошо уҡ йылда Император медицина-хирургия академияһына уҡырға күсә, профессор Н. В. Соколов етәкселегендә университетта медицина, техник һәм органик химия өйрәнә, профессор С. А. Пржибытек етәкселегендә фармацевтик химия һәм профессор А. Ф. Баталин етәкселегендә үҫемлектәр анатомияһын өйрәнә[1][2].

1895 йылда Император медицина-химия академияһын тамамлағандан һуң 2-се Новогеоргиевский пехота полкының кесе табибы итеп тәғәйенләнә. 1896 йылда Ғалимдар комитетының Хәрби-медицина лабораторияһы химия бүлегенең химигы һәм бер үк ваҡытта профессор А. П. Дианиндың Химия лабораторияһында эшләй, унда уд-химия анализдары менән шөғөлләнә. 1897 йылдан 1900 йылға тиклем Хәрби-табиптар әҙерләү заводының дарыухана бүлегенең комиссия ағзаһы була. 1900 йылда Л. Ф. Ильин «О спрессованных медикаментах или таблетках» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, уны яҡлағандан һуң ғилми медицина фәндәре докторы дәрәжәһе ала.

1900 йылдан 1933 йылға тиклем Л. Ф. Ильин Император хәрби-медицина академияһында — С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында ғилми һәм педагогик эштә: 1905 йылдан алып 1900 йылға тиклем — лаборант, 1905 йылдан 1912 йылға тиклем — приват-доцент, 1912 йылдан алып 1931 йылға тиклем фармация кафедраһы профессоры һәм 1931 йылға тиклем кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1918 йылдан 1925 йылға тиклем хәрби-медицина академияһы конференцияһының ғилми секретары, 1931 йылдан 1933 йылға тиклем был кафедрала фармацевтика лабораторияһы мөдире һәм суд-медицина экспертизаһы лабораторияһы ойоштороусыларҙың береһе һәм етәксеһе була. Педагогик эш менән бер үк ваҡытта Хәрби-медицина академияһында Л. Ф. Ильин Ленинград химия-фармацевтика институтында суд кафедраһында суд химияһының ойоштороусыһы һәм етәксеһе була[1][2][3].

Фармакология үҫешенә индергән өлөшө үҙгәртергә

Л. Ф. Ильин фармакогнозия, дарыуҙар технологияһына, сух химияһы һәм фотохимияһы үҫешенә тос өлөш индергә. 1900 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып дарыуҙы преслау формаһын тәҡдим итә һәм был формаһын етештереү технологияһын эшләй, 1905 йылда ул беренсе тапҡыр бүре тырнағы тамырында төрлө химик структуралы ике ирекләүсе матдәнең барлығын иҫбат итә, 1918 йылда ул тәүгеләрҙән булып танин составын билдәләй һәм уның синтезының технологияһын эшләй. Л. Ф. Ильин суд химияһы өлкәһендә мәсьәләләр, шул иҫәптән кешенең органдарында һәм туҡымаларында ағыулы матдәләрҙең микроһанын билдәләү менән әүҙем шөғөлләнә. Ф. Л. Ильин таблеткалар тураһында ғилми эштең Рәсәйҙә беренсе авторы булып тора, ул 80 ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән дүрт монография авторы[2][1].

Ильин Ф. Л. 1937 йылдың 16 февралендә Ленинградта вафат була, Смоленск православие зыяратында ерләнә.

Библиография үҙгәртергә

  • Краткий исторический очерк кафедры фармации и фармацевтического отделения Императорской Военно-медицинской академии / Сост. Л. Ильин. — Санкт-Петербург : тип. М-ва вн. дел, 1899. — 94 с.
  • О спрессованных медикаментах или таблетках : Дис. на степ. д-ра мед. Л. Ф. Ильина / Из Фармацевт. лаб. проф. С. А. Пржибытека. — Санкт-Петербург : тип. кн. В. П. Мещерского, 1900. — 152 с.
  • Памяти Порфирия Григорьевича Голубева : Биогр. очерк Л. Ф. Ильина. — Петроград : Типо-лит. М. П. Фроловой, 1915. — 17 с.
  • О танине и дигалловой кислоте : Литературный очерк и экспериментальные исследования / Л. Ф. Ильин. — Петроград : Б. и., 1918 (тип. М-ва зем.). — 139 с.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. — Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — С.46-47 —ISBN 5-02-026061-4
  2. 2,0 2,1 2,2 Эльяшевич Е. Г. К 140-летию со дня рождения Л. Ф. Ильина 2021 йыл 28 октябрь архивланған. / Журнал «Вестник фармации» // Белорусский государственный медицинский университет, № 4 (50): 2010 — С. 80-83
  3. Митропольский Б. А. 30-летний юбилей проф. Л. Ф. Ильина // Наша искра. 1926. № 1 (22). С. 88—90; 35-летие научно-исследовательской деятельности проф. Л. Ф. Ильина // Сов. фармация. 1931. № 1. С. 41.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. — Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-4
  • Митропольский Б. А. 30-летний юбилей проф. Л. Ф. Ильина // Наша искра. 1926. № 1 (22). С. 88—90; 35-летие научно-исследовательской деятельности проф. Л. Ф. Ильина // Сов. фармация. 1931. № 1. С. 41.
  • Эльяшевич Е. Г. К 140-летию со дня рождения Л. Ф. Ильина 2021 йыл 28 октябрь архивланған. / Журнал «Вестник фармации» // Белорусский государственный медицинский университет, № 4 (50): 2010 — С. 80-83

Һылтанмалар үҙгәртергә