Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы

юғары мәктәп эшмәкәре
(Илгиз Раян улы Ҡәҙерғолов битенән йүнәлтелде)

Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы (4 ноябрь 1976 йыл) — ғалим-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2017 йылдың февраленән 2021 йылдың 25 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры. Физика-математика фәндәре докторы.

Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 ноябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (47 йәш)
Тыуған урыны Байғужа, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Илгиз Раян улы Ҡәҙерғолов 1976 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Ишембай районы Байғужа ауылында тыуған.

1993 йылда Кинйәбулат урта мәктәбен тамамлай һәм, физика буйынса республика олимпиадаһы призёры булараҡ, Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына имтиханһыҙ ҡабул ителә. БДУ-ла уҡығанда Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм бер уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты була.

1998 йылда университетты отличие менән тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Молекула һәм кристалдар физикаһы институтында инженер-тикшеренеүсе булып башлай. Бер үк ваҡытта (1998—2001) Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһында уҡый һәм билдәләнгәндән алда «Теоретик физика» һөнәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2003 йылдан — Башҡорт дәүләт университетында: теоретик физика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы һәм доценты.

2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратына мәғариф һәм фән бүлегенә баш белгес итеп саҡырыла.

2006—2009 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡыу эштәре һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса проректоры булып эшләй.

2011—2012 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры[2].

2015 йыл — 2017 йылдың феврале — Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы директоры[2].

2017 йылдың 22 февраленән — 2021 йылдың 25 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры[3][4].

Ғилми эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә