Ишбулат (күл)

(Икбулат битенән йүнәлтелде)

Ишбулат[2][3][4] (йәки Икбулат) — Свердловск өлкәһенең Дегтярск ҡалаһы ситендәге күл, Урта Уралдың көнбайыш битләүендә урынлашҡан.

Ишбулат
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Оҙонлоҡ 1,15 km
Киңлек 1 km
Майҙан 0,78 км²
Карта

Физик-географик ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Ишбулат күле диңгеҙ кимәленән 340 метр бейеклектә урынлашҡан. Өҫкө йөҙөнөң майҙаны — 0,78 км². Оҙонлоғо 1,15 км, киңлеге 1 км. Уртаса тәрәнлеге 2,5 м, максималь тәрәнлеге 3,5 м. Ағар күл, Ельчевка — Чусовая йылғаһының (Кама бассейны[5]) ҡушылдығы ағып сыға. Көньяҡ ярында ҡаралтылар урынлашҡан, ҡалған яҡтарҙан күлде ҡатнаш урман уратып алған. Күл төбө ҡомло, урыны менән сапропель ләмле. Сөсө һыулы.

Координаталары: 56°42′37″ с. ш., 60°07′18″ в. д

Ижбулат — Пермь губернаһындағы күл, Екатеринбург өйәҙендә, Сысерть тау округында, Чусовая йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Яҡында баҡыр мәғдәне ятҡылығы һәм Озёрск тимер руднигы бар; шулай уҡ никель һәм мрамор.

Этимологияһы үҙгәртергә

Исеме башҡорт һәм татар теленән, Ишбулат тигән кеше исеменән килеп сыҡҡан, («Булатҡа оҡшаш», булат кеүек ныҡ мәғәнәһендә). Башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа бындай исем йыш осрай[6].

«Таҙа күл» үҙгәртергә

Күлдә табан балыҡ, бағыр, алабуға, суртан, гольян, ротан һәм башҡа балыҡтар үрсей[7]. Күл ҡала халҡы, шул иҫәптән Екатеринбург халҡы өсөн яратҡан ял итеү һәм популяр балыҡ тотоу урыны булып тора. Күлдә «Таҙа күл» фонды тарафынан түләүле балыҡ тотоу ойошторола, ҡуртымға ҡармаҡ, мангал, кәмәләр һәм ыҫлыҡ бирелә. Фондтың эшмәкәрлеге Дегтярск халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра[8][9]. «Таҙа күл» етәкселеге тыйыуҙарҙы урындағы халыҡ яғынан йыш осраған браконьерлыҡ осраҡтары менән аңлата[10]. Фонд 2004 йылдан башлап пропаганда ойоштора, йәнәһе, был һыу ятҡылығы даими таҙартылып тора һәм балыҡ үрсетелә. Һуңынан фонд был эш менән ҡала хакимиәте шөғөлләнергә тейеш тип белдерә. Фондтың эшмәкәрлеге күп тапҡыр урындағы халыҡ менән конфликтҡа килтерә[11] «Ҡармаҡтарҙы һындыралар, балыҡ тотоу кәрәк-ярағын мотор винты менән тураҡлайҙар»,— ти инициатив төркөм активистарының береһе Рәшит Андражанов хәлгә аңлатма биреп. Күл буйында ҡойма һәм «Балыҡ тотоу ябыла. Штраф 500 һум» тигән белдереүҙәр барлыҡҡа килә, шулай уҡ һаҡ ҡуйыла. Һуңынан яр буйы һаҡлағыс һыҙатта капитал төҙөлөш башлана[12]. Асыулы халыҡтың төрлө инстанцияларға күп һанлы мөрәжәғәтенән, күлде баҫып алыуға, һыу ятҡылығы янында законһыҙ төҙөлөшкә һәм законһыҙ балыҡ тотоуҙы тыйыуға ҡаршы протест белдереп, ҡала халҡынан ҡултамғалар йыйғандан һуң, конфликтҡа Урал федераль округы буйынса Росприроднадзор идаралығы һәм район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы ҡыҫыла. Рәүҙе ҡала суды Рәүҙе ҡалаһы прокурорының шәхси эшҡыуар Л. Э. Белышеваға дәғүәһен ҡәнәғәтләндерә. Суд ҡарары менән билдәләнгән ваҡыт эсендә Ишбулат күленең яр буйындағы ҡаралтыларҙы һүтергә ҡарар сығарыла.

Легенда үҙгәртергә

Ошондай легенда бар, имеш күл төбөндә хазина — Емельян Пугачевтың арҡалаштары тарафынан 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында таланған затлы нәмәләр һәм алтын тултырылған мискә ята. Ысынлап та күл янында Емельян Пугачевтың ҙур отряды хөкүмәт ғәскәрҙәренән йәшеренеп тора, әммә күл төбөндә хазина һаҡланырға мөмкин булыуын дәллилләүсе бер ниндәй ҙә документаль мәғлүмәттәр юҡ[13].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Лист карты O-41-109 Дегтярск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1986 г.
  3. Карта бите O-41-XXV. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  4. Рыбалка на реках и озёрах Свердловской и челябинской областей. Дата обращения: 27 апрель 2019.
  5. «Икбулат (Ижбулат)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  6. А. К. Матвеев «Географические названия Урала. Топонимический словарь», 2008 г. Дата обращения: 27 апрель 2019.
  7. Семантический проект Свердловская область. Дата обращения: 27 апрель 2019.
  8. Золотые берега Ижбулата. Дата обращения: 16 октябрь 2012. 2014 йыл 13 ғинуар архивланған.
  9. Жители Дегтярска устраивают бунт по поводу продажи озера Ижбулат. 2013 йыл 17 апрель архивланған.
  10. Популярное у екатеринбургских рыбаков озеро Ижбулат обрастает мусором. Дата обращения: 27 апрель 2019.
  11. На водоемах Свердловской области «сворачивают» удочки. Озеро Ижбулат обрастает мусором. Дата обращения: 27 апрель 2019.
  12. Закрытое ранее озеро Ижбулат через суд вернулось к горожанам. Дата обращения: 13 ғинуар 2014. 2014 йыл 13 ғинуар архивланған.
  13. Сорок бочек арестантов. Дата обращения: 27 апрель 2019. 2019 йыл 1 май архивланған.

Һылтанмалар